Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
10 Декабрь 2021, 16:20

Татарстан президентһыҙ ҡаласаҡмы?

Татарстан депутаттарының өмөтө аҡланманы.

Татарстан президентһыҙ ҡаласаҡмы?
Татарстан президентһыҙ ҡаласаҡмы?

Улар әҙерләгән һәм төҙәтеүҙәр индергән «Об общих принципах организации публичной власти в субъектах Российской Федерации» закон проекты иҫәпкә алынманы. Кисә Дәүләт Думаһындағы ултырышта был закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡаралды, әгәр өсөнсө уҡыуҙа ул сенаторҙар тарафынан хуплау тапһа, төбәккә конституцияһын үҙгәртергә кәрәк буласаҡ.  Татарстан Конституцияһының 9-сы статьяһында ҡаралғанса, Татарстан Республикаһында дәүләт власы Татарстан Республикаһы Президенты тарафынан тормошҡа ашырыла.   Тик был вазифа әлеге закон проекты көсөнә инеү менән юҡҡа сыға. 

Алмашҡа Татарстан парламентарийҙары төбәк башлығының нисек итеп аталасағын һайлай ала. Бында бөтәһе лә урындағы традицияларға бәйле буласаҡ. 

Ә бына төбәк башлыҡтарының хәҙер ғүмерлеккә үҙҙәренең вазифаһында ҡала алыуы, шулай уҡ татарстанлыларҙы һөйөндөрә, башлыҡтар ике мөҙҙәттән дә оҙаҡ ваҡытҡа һайлана алалар.

Фото: news.myseldon.com

ejansura.ru

Татарстан президентһыҙ ҡаласаҡмы?
Татарстан президентһыҙ ҡаласаҡмы?
Автор:
Читайте нас: