Дим буйҙары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
23 Декабрь 2021, 20:56

Башҡортостан журналисы Владимир Путинға һорау бирҙе

Өфө 450 йыллыҡ юбилейына өҫтәмә федераль ярҙам аласаҡ.  

Башҡортостан журналисы Владимир Путинға һорау бирҙе
Башҡортостан журналисы Владимир Путинға һорау бирҙе

Башҡортостандан Президенттың матбуғат конференцияһында биш кеше ҡатнашты. Улар – Руслан Шәрәфетдинов (“Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире), Артур Хәсәнов (“Горобзор” сайты етәксеһе), Гөлназ Хәйбуллина (БЮТ хәбәрсеһе), Максим Окунев (“РБК” хәбәрсеһе) һәм Вадим Исламов (БЮТ операторы).

Шуныһы ҡыуаныслы, матбуғат конференцияһында Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина үҙенең һорауын бирә алды.

Президенттың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков Гөлназдың йөрәк төшөрөлгән “Из Уфы” тип яҙылған плакатына иғтибар итте һәм уға һүҙ бирҙе. Гөлназ дәүләт башлығы менән башҡортса иҫәнләште һәм башҡорттарға сәләм әйтте.

– Беҙ үҙебеҙҙең баш ҡалабыҙ Өфөнө бик яратабыҙ. 2024 йылда ул үҙенең юбилейын билдәйәсәк, һеҙ был туралағы указға ҡул ҡуйҙығыҙ. Ошо айҡанлы федераль ярҙам буласаҡмы? Беҙгә яңы социаль объекттар, күперҙәр, тигеҙ юлдар кәрәк. Һеҙ байрам итеүгә киләһегеҙме? – тине ул.

– Саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт. Килергә тырышырмын, – тине Владимир Путин. – Өфө – һоҡланғыс ҡала, Волга буйы федераль округында – иң яҡшыларҙың береһе. Ул электән Рәсәйҙең Ислам донъяһы үҙәге булараҡ билдәле. Беҙ коллегалар менән әҙерлек тураһындағы махсус документ сығарҙыҡ. Республика етәкселеге менән әҙерлек барышында һеҙҙең өсөн ниндәй объекттар өҫтөнлөклө буласағын билдәләйәсәкбеҙ. Бында өҫтәмә ресурстар кәрәкмәй, инфраструктура, юл һәм социаль өлкәләргә, мәҙәниәткә тип бүленгән аҡсаны дөрөҫ итеп файҙаланырға кәрәк. Өфө үҙенең юбилейын лайыҡлы, матур итеп үткәрергә тейеш. Әгәр өҫтәмә саралар кәрәк булһа, уны ла бүлербеҙ.

Шулай уҡ Гөлназ Президенттан, Өфөлә хоккей буйынса донъя чемпионатын үткәреү мөмкинме, тип һораны. “Беҙ “Салауат Юлаев” командаһы менән дан тотабыҙ”, – тине ул.

– Эйе “Салауат Юлаев” – бик шәп команда һәм юғары сифатлы. Донъя чемпионаты буйынса әлегә әйтә алмайым, ҡарарға кәрәк. Минеңсә, киләһе чемпионат Питерҙа үтергә тейеш. Логистика буйынса Санкт-Петербург менән Өфө бер-береһенән алыҫ урынлашҡан. Бындай ҡарарҙы Халыҡ-ара хоккей федерацияһы ҡабул итә. Һис шикһеҙ, шуны әйтәм, Өфө иң юғары кимәлдәге халыҡ-ара сараларҙы үткәрә ала. Уйларбыҙ бының турала, – тине Владимир Путин.

Фото: стоп-кадр. 

https://bashgazet.ru

Башҡортостан журналисы Владимир Путинға һорау бирҙе
Башҡортостан журналисы Владимир Путинға һорау бирҙе
Автор:
Читайте нас: