Дим буйҙары
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
21 Ғинуар 2019, 18:00

Баскетбол — популяр уйынмы?

Уҡытыусылар hәм тренерҙарҙы дөрөҫ туплағанда, Бишбүләк спортсылары уңыштарға ирешәсәк

Спорттың яратҡан уйын төрҙәре — волейбол, футбол, хоккей менән бер рәттән үҫеп килеүсе быуын hәм йәштәр араһында баскетбол да популяр. Уға мәктәптәрҙә ҙур иғтибар бирелә: баскетбол секцияларында балалар спорттың был мауыҡтырғыс төрөнә өйрәнә. Балалар үҙҙәренең һәләттәрен БР баскетбол федерацияһы уҙғары торған мәктәп баскетбол лигаларында күрһәтә.

— 14 мәктәптә спорт клубтары эшләй, уларҙа балалар бик теләп баскетбол уйнай. Баскетбол, спорт төрө булараҡ, мәктәп уҡыусылары спартакиадаһының дөйөм зачетында мәжбүри. Уҙған йыл аҙағында мәктәп уҡыусыларының 21-се спартакиадаһы сиктәрендә «Ҡыҙғылт-һары туп» hәм «КЭС-баскет» ярыштары уҙҙы. Кесе йәштeге балалар уйнай торған «Ҡыҙғылт-һары туп» ярыштарында ун бер егеттәр hәм һигеҙ ҡыҙҙар командалары ҡатнашты. Киҫкен көрәштә егеттәр араһында Бишбүләк ауылының 1-се hәм 2-се hәм Айыт ауылы урта мәктәптәре командалары призлы урындар алды. Юғары класс уҡыусылары өсөн үткәрелгән «КЭС-баскет» ярыштарында 10 команда ҡатнашты. Әлеге категорияла шулай уҡ Бишбүләк мәктәптәре hәм Ҡушйылға мәктәбе уҡыусылары ла алдынғы урындарҙы яуланы. Зона ярыштарында район командаһы лидерҙар иҫәбендә, — ди район мәғариф бүлегенең дөйөм белем биреүҙе үҫтереү секторы мөдире Урал Ғатауллин. — Беҙҙең бурыс — финал уйындарында ҡатнашыу өсөн зона ярыштарынан еңеүсе булып сығыу. Мәктәптәрҙә спорттың был төрө менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы матди-техник база бар. Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы урта мәктәбендә спорт hәм физкультура менән шөғөлләнеү өсөн спорт залын ремонтланылар, Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбендә баскетбол hәм волейбол менән шөғөлләнеү өсөн яҫылыҡ ҡоролмаһын йыһазландырыу планлаштырыла.

«Кесе йәштән башлайбыҙ, үрҙәр яуларға ынтылабыҙ»

Бишбүләктә физкультура-һауыҡтырыу комплексы базаһында 2016 йылда «Елкән» спорт мәктәбе асылыу менән баскетбол менән ныҡлап шөғөлләнеү өсөн яңы мөмкинлектәр асылды. Заманса спорт йыһаздары hәм инвентары, профессиональ тренерҙар менән иркен, яҡты зал баскетболға яңы дәрәжәгә күсергә мөмкинлек бирҙе. Физкультура-һавыҡтырыу комплексында хәҙер уҡыусылар ғына түгел, өлкәндәр ҙә яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнә ала.

Спорт мәктәбендә баскетбол буйынса дәрестәр аҙнаһына өс тапҡыр дүрт йәш төркөмөндә уҙа. Дмитрий Петров өлкән йәштәге төркөмдә шөғөлләнә, Айгөл Фәридунова кескәйҙәр менән эшләй. Дмитрий Викторович hәм Айгөл Рабис ҡыҙына «туп менән йүгереү» азартының тәме яҡшы таныш, улар мәктәп эскәмйәһенән баскетбол уйнай, ярыштарҙа ҡатнаша.

— Өсөнсө йыл беҙ йәш быуынды йыябыҙ, киләсәктә республика беренселегендә һәм чемпионаттарында ҡатнашһындар өсөн шөғөлләнәбеҙ hәм артабан да ошо йүнәлештә эш алып барасаҡбыҙ. Ирешелгән уңыштарыбыҙ тураһында һөйләргә иртәрәк, әлегә тәжрибә туплайбыҙ, күрше райондар командалары менән осрашабыҙ. Был йыл башланғыс, әммә яҡын киләсәктә республикала үҙебеҙҙе танытырға теләйбеҙ, — ти «Елкән» спорт мәктәбе директоры Дмитрий Петров. — Баскетбол — мауыҡтырғыс, динамикалы уйын, балаларҙың күҙҙәре яна, ҡыҙыҡһыныу бар. Бер ҡыҙ тренировкаға Ҡушйылға ауылынан килә, Йылбулаҡ-Матвеевка ауылынан балалар бар. Балалар бында физик яҡтан үҫә, характерҙары формалаша. Әгeр бала майҙансыҡта уңышҡа ирешергә тырышһа, тормышта ла алға ҡуйылған маҡсаттарына ирешәсәк, теләһә ниндәй бурысты үтәй аласаҡ.

Әлеге спорт төрөн популярлаштырыу өсөн районда баскетбол буйынса саралар һаны арта. Ике йыл рәттән 14 йәштән өлкәнерәк егеттәр hәм ҡыҙҙар командалары араһында төбәк-ара турнир ойошторолдо, йыл һайын баскетбол спорт саралары Яңы йыл программаһына индерелә. Шул рәүешле яңы баскетбол яратыусылар асыҡлана.

Күп функциялы майҙансыҡты асыу район спортсылары өсөн иҫ киткес ваҡиға булды. Хәҙер залда ғына түгел, саф hауала ла уйнау уңайлы.

Ирина Михайлова яҙып алды.

Фото «Елкән» спорт мәктәбе архивынан.

Баскетболдың тыуған ере — Америка Ҡушма Штаттары. 1891 йылдың ҡышында Массачусетс штаты Спрингфилд ҡалаһының йәштәр христиандар ассоциацияһы колледжы студенттары ул ваҡытта йәштәрҙе спортҡа йәлеп итеүҙең берҙән-бер чараһы һаналған гимнастик күнегеүҙәр үтeргә мәжбүр булған, физик тәрбиә дәрестәрендә күңелһеҙ булған. Әлеге хәлдән сығыу юлын колледж уҡытыусыһы Джеймс Нессмит тапҡан. 1891 йылдың 21 декабрендә ул персиктарҙан бушаған ике кәрзинде спорт залы балконы тотонғостарына бәйләгән hәм ун һигеҙ студентты ике командаға бүлеп, уларға көндәш кәрзиненә күберәк туп керетеү өсөн уйын тәҡдим иткән.

1936 йылда Берлинда Олимпия уйындары программаһына беренсе тапҡыр баскетбол индерелә.

Александр Семенов, район йәштәр сәйәсәте hәм спорт комитеты рәйесе:

— Элек дөйөм баскетбол бик үҫешмәгәйне. 90-сы йылдарҙа районда ҡатын-ҡыҙҙар баскетбол командаһы барлыҡҡа килде. Баскетбол хәрәкәте лидеры хәҙер «Елкән» спорт мәктәбе тренеры Айгөл Фәридунова булды, уның теләге, ынтылышы бар ине. Команданың төп өлөшөн Гөлнара Әхмәҙуллина, Екатерина Горяйнова hәм башкалар тәшкил итә. Улар ярыштарҙа яҡшы ғына сығыш яһаны. Баскетболсы ҡыҙҙар зона ярыштарында икенсе урынды алып, республика финалына сыҡты. Һуңыраҡ баскетбол секцияһы Балалар ижады үҙәгендә барлыҡҡа килде.

Бөгөн районда баскетбол үҫеше өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла. Тренировкалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ата-әсәләр ярҙамы, уҡытыусылар hәм тренерҙарҙың дөрөҫ мотивацияһы менән Бишбүләк баскетболсылары спорттың әлеге төрөндә уңышҡа ирешә аласаҡ.
Читайте нас: