Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
4 Август 2021, 11:16

Алтын миҙал ни хаҡ?

Аделина Заһиҙуллина менән Тимур Сафин күпме аҡса аласаҡ? 

Алтын миҙал ни хаҡ?
Алтын миҙал ни хаҡ?

Рәсәй Федерацияһының спорт министры  Олег Матыцин Токиола Олимпия уйындарында  миҙал өсөн күпме түләнәсәген белдерҙе. Етәксе әйтеүенсә, 

алтын миҙалдар өсөн - 4 миллион һум, көмөш өсөн — 2,5 миллион, бронза өсөн — 1,7 миллион һум ҡаралған. Бынан тыш, спорт миҙгеле йомғаҡтары  буйынса  Рәсәй Федерацияһы президенты стипендиялары ла билдәләнгән  — был 52 мең һум аҡса.

2 авгусҡа Рәсәй спортсылары  миҙалдар һаны буйынса бишенсе урынды биләй. Әлегә  беҙҙең спортсылар 12 алтын, 19 көмөш һәм 13 бронза наградаға лайыҡ булды.

Башҡортостанда ла халыҡ-ара, шулай уҡ ярыштарҙа призлы урындар алғандарға матди дәртләндереү бар. Олимпия, Паралимпия һәм сурдлимпия уйындарында еңеүселәргә 2 миллион һум ҡаралған.  Икенсе һәм өсөнсө урынды яулаусылар - 1 миллион һәм 1,5 миллион һум аласаҡ.

Әйткәндәй, Башҡортостан спортсылары әлегә ике миҙал яуланы. Аделина Заһиҙуллина фехтованиела команда составында  алтын миҙал килтерҙе. Ошо уҡ дисциплинала Тимур Сафин көмөш миҙал яуланы.

shonkar.com

Алтын миҙал ни хаҡ?
Алтын миҙал ни хаҡ?
Автор:
Читайте нас: