Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
8 Август 2021, 12:40

Бер баҫҡысҡа күтәрелдек

Рәсәй спортсылары Токиолағы Олимпиадала 71 миҙал алды.

Бер баҫҡысҡа күтәрелдек
Бер баҫҡысҡа күтәрелдек

Рәсәй спортсылары Токиолағы Олимпиадала, 2016 йылда Рио-де-Жанейрола үткәрелгәне менән сағыштырғанда, алтын миҙалды күберәк яуланы.

Еңел атлетика буйынса спортсы Мария Ласицкене Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында беренсе урын яуланы һәм 20-се алтын миҙалды яуланы. Ә Рио-де-Жанейрола үткәрелгән Олимпиадала спортсыларыбыҙ 19 алтын миҙалға лайыҡ булды һәм дөйөм иҫәп буйынса дүртенсе урында ине.

Мария Ласицкененан тыш, илебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары спорт гимнастикаһы буйынса команда күпбәйгеһендә, синхрон йөҙөүселәребеҙ дуэт һәм төркөм ярыштарында, боксер Альберт Батырғазиев, ҡылыстарҙа һәм рапираларҙа фехтование буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһы, ҡылыс менән ярыштарҙа София Позднякова, уҡсы Виталина Бацарашкина, йөҙөүсе Евгний Рылов, тхэквондола  Владислав Ларин, Максим Храмцов, тенниста Андрей Рублев, Анастасия Павлюченкова, ирекле стиль буйынса көрәшселәр Заур Угуев, Заурбек Сидаков һәм Абдулрашид Садулаев, классик стиль буйынса көрәшсе Муса Евлоев алтын миҙалға лайыҡ булды.

Илебеҙҙең йыйылма командаһы 68 миҙал (20 – алтын, 28 – көмөш, 23 бронза миҙал) яуланы. Рио-де-Жанейрола 56 (19-17-20) миҙалға лайыҡ булғайнылар. Дөйөм иҫәп буйынса Ҡытай командаһы – беренсе (38-31-18),  АҠШ - икенсе (36-39-33), Япония - өсөнсө урында (27-12-17).

Фото: Олимпиада сайты.

bashgazet.ru

Бер баҫҡысҡа күтәрелдек
Бер баҫҡысҡа күтәрелдек
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: