+18 °С
Ясна
Башҡортостанда барған спорт көрәше буйынса юниорҙар донъя чемпионатында командалар араһында Рәсәй көрәшселәре дөйөм иҫәп буйынса беренсе урында килә. Икенсе урында – Ҡаҙағстан спортсылары. Республикабыҙға килгәндә, Стәрлетамаҡ районының Төрөшлө ауылынан Карина менән Аделина Мырҙабаевалар – алтын, шулай уҡ Стәрлетамаҡтан Валерия Давыдова бронза миҙал яуланы.
16 августан 22 авгусҡа тиклем ирекле, грек-рим һәм ҡатын-ҡыҙҙар көрәше буйынса ярыштар буласаҡ.
Грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙа Башҡортостандан илебеҙҙең йыйылма командаһы составында Сәйед-Хөсәйен Бакаев менән Адлан Амриев көс һынашасаҡ.