Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
4 Сентябрь 2021, 14:10

Һәр егеткә көрәш менән шөғөлләнергә кәңәш итәм!

Һәр егеткә көрәш менән шөғөлләнергә кәңәш итәм!

Һәр егеткә көрәш менән шөғөлләнергә кәңәш итәм!
Һәр егеткә көрәш менән шөғөлләнергә кәңәш итәм!

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап биргәндә белдерҙе.

«Республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа рәхмәт әйтергә кәрәк, 20 йыл эсендә һәр район-ҡалала тиерлек ФОК төҙөлдө. Әлеге ваҡытта беҙ һәр муниципалитетта бассейн аса башланыҡ. Хәҙер райондар боҙ һарайҙары һорай башланы, әлеге ваҡытта республикала бындай спорт бинаһы ике урында төҙөлә. Бер туҡтауһыҙ төҙөлөш ҙур сығымдар талап итә, әлбиттә. Әммә республика ҙур – 4 миллиондан ашыу кеше. Спорт ҡоролмаларына ихтыяж ҙур, шулай булғас, беҙгә төҙөргә лә төҙөргә әле. Бынан тыш, Өфөлә футбол манежы төҙөлә, йыл аҙағында Гимнастика үҙәген файҙаланыуға тапшырабыҙ – бик матур объект. Спорт көрәше үҙәген төҙөй башланыҡ. Пландарҙа Волейбол һарайы төҙөлөшөн башларға. Райондарҙа тағы ла 14 бассейн төҙөйһө ҡалды».

Киләһе йылдарҙа республикабыҙ тағы ике ҙур спорт сараһын ҡабул итергә йыйына - 2024 һәм 2025 йылда воллейбол буйынса донъя чемпионаты һәм «Евразиада» үтәсәк беҙҙә. Радий Хәбиров шуға тиклем Воллейбол һарайын төҙөп бөтөргә ҡушҡайны. Әммә, уның һүҙҙәренсә, республикала чемпионатты үткәреүгә спорт ҡоролмалары етерлек.

ye102.ru

Һәр егеткә көрәш менән шөғөлләнергә кәңәш итәм!
Һәр егеткә көрәш менән шөғөлләнергә кәңәш итәм!
Автор:
Читайте нас: