Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
6 Сентябрь 2021, 01:10

Башҡортостан спортсылары 12 миҙал алды

Токиола уҙған XVI йәйге паралимпия уйындары тамамланды. Башҡортостан спортсылары 12 – биш алтын, өс көмөш һәм дүрт бронза миҙал яуланы. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо уңайҙан тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Башҡортостан спортсылары 12 миҙал алды
Башҡортостан спортсылары 12 миҙал алды

Токиола XVI йәйге паралимпия уйындары тамамланып, уны ябыу тантанаһы үтте.

“Токиола уҙған XVI йәйге паралимпия уйындары тамамланды. Башҡортостан спортсылары 12 – биш алтын, өс көмөш һәм дүрт бронза миҙал яуланы! Беҙҙекеләрҙең индергән өлөшө һөҙөмтәһендә Рәсәй йыйылма командаһы миҙал иҫәбе буйынса дүртенсе урын яуланы. Барлыҡ спортсыларҙы ла ҡотлайбыҙ. Улар беҙҙе ауыр һәм көсөргәнешле көрәштә еңергә өйрәтә, рух көсө нимә икәнен күрһәтә. Барыһын да өйҙә көтәбеҙ”, – тип яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Беҙҙең еңеүселәр:

  • Богдан Мозговой – терәк-хәрәкәт аппараты зарарланғандар араһында йөҙөү буйынса ике тапҡыр паралимпия чемпионы (арҡала 100 метрға йөҙөү һәм 4х100 метрға ҡатнаш эстафета);
  • Андрей Николаев – терәк-хәрәкәт аппараты зарарланғандар араһында йөҙөү буйынса ике тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы (ирекле төр буйынса 400 метрға йөҙөү һәм 4х100 метрға ҡатнаш эстафета), йөҙөү буйынса көмөш миҙал призеры (100 метрға йөҙөү, ирекле стиль, s8 категорияһы);
  • Елена Прокофьева – интеллектуаль етешһеҙлектәре булған кешеләр араһында өҫтәл теннисы спорты буйынса паралимпия чемпионы;
  • Илнур Ғарипов – һуҡырҙар араһында йөҙөү буйынса паралимпия чемпионы (4х100 метрға эстафета, ирекле стиль);
  • Анна Крившина – һуҡырҙар араһында йөҙөү буйынса паралимпия чемпионы (4х100 метрға команда миксэстафетаһы, ирекле стиль), йөҙөү буйынса көмөш призер (50 метрға, ирекле стиль, s12-13 категорияһы):
  • Елена Паутова – һуҡырҙар араһында еңел атлетика буйынса көмөш призер (42 километр 195 метрға марафон);
  • Никита Нагаев – терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған кешеләр араһында фехтование буйынса спортта бронза призер (рапира, А категорияһы);
  • Аделина Разетдинова – терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған кешеләр араһында йөҙөү буйынса бронза призер (100 метр, брасс, sb8 класы);
  • Артур Сәйфетдинов – һуҡырҙар араһында йөҙөү буйынса бронза призер (100 метр, брасс, кsb12 класы);
  • Анна Кулинич-Сорокина – һуҡырҙар араһында еңел атлетика буйынса бронза призер (200 метр).

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2021-09-..

 
Башҡортостан спортсылары 12 миҙал алды
Башҡортостан спортсылары 12 миҙал алды
Автор:
Читайте нас: