Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
19 Сентябрь 2021, 11:26

Өфөлә биатлон буйынса ярыштар башланды

Йәш үҫмерҙәр араһында йәйге биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты уҙа. 

Өфөлә биатлон буйынса ярыштар башланды
Өфөлә биатлон буйынса ярыштар башланды

Ярыштарҙы асыу тантанаһында республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Үҙ көсөн һынап ҡарау өсөн башҡалаға илдең 29 төбәгенән 162 спортсы килде.

Быйылғы чемпионат «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексының 20 йыллығы менән дә тап килде. Атыусы саңғысылар тәүгеләрҙән булып яңыртылған стадионды һынап ҡараны. Сөнки быйыл йәй комплекста күләмле реконструкция эштәре башҡарылды.

Чемпионатты асыу тантанаһынан һуң командалар күнекмәләр уҙғарҙы. Тәүге уҙыштар бөгөн башлана. Ҡыҙҙар 12 ярым, ә егеттәр 15 саҡрымлыҡ дистанцияла көслөләрҙе асыҡлай.

Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан

belizv-bash.ru

Өфөлә биатлон буйынса ярыштар башланды
Өфөлә биатлон буйынса ярыштар башланды
Автор:
Читайте нас: