Дим буйҙары
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
25 Октябрь 2021, 20:13

Район данын яҡланылар

23-24 октябрҙә Стәрлетамаҡта шахмат буйынса Башҡортостан Республикаһының Ауыл спорт уйындары финалы үтте

Район данын яҡланылар
Район данын яҡланылар

Бәл бәйгелә шахмат ярыштарында бер нисә тапҡыр ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ Федор Тиманкин һәм Сергей Федотов район данын яҡланы. Төркөмдә тағы бер ҡыҙ ҡатнашырға тейеш булған, әммә был спорт төрө ҡатын-ҡыҙҙар араһында киң таралмаған, шуға күрә команда унан башҡа ғына сығыш яһаған.  Федор Тиманкин көсөргәнешле ярышта бронза миҙал алыуға ирешкән, ә  Сергей Федотов ир-егеттәр араһынан (42 кеше) алтын урталыҡта булған.

Йомғаҡлау һөҙөмтәләре буйынса, ярышта ҡатнашыусы 21 район араһында беҙҙең команда 11-се урынға сыҡҡан.

https://vk.com/officialbiz

Район данын яҡланылар
Район данын яҡланылар
Автор:
Читайте нас: