Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
17 Декабрь 2021, 10:22

Американы яулаған башҡорт батырҙары

Башҡорт хал­ҡының ғорурлығы булған бокссылар - Хәбир һәм Сабир Сөләймәновтар бөгөн үҙҙәренең тыуған көндәрен билдәләй. 

Американы яулаған башҡорт батырҙары
Американы яулаған башҡорт батырҙары

Хәбир һәм Сабир 1980 йылда Арғаяш районының Илембәт ауылында Шаһиҙә һәм Ғибәҙәтулла Сөләймәновтар ғаиләһендә донъяға килә. Егеттәр Дәрүиш ауылындағы урта мәктәпкә йөрөп белем ала.
Беренсе тренерҙары – билдәле спортсы, кикбоксинг буйынса Рәсәй һәм Европа чемпионы Салауат Байрам­ғәлин. 17 йәштән уның ҡулында тәрбиәләнәләр. Урта мәктәпте тамамлау ме­нән игеҙәктәр Силәбе ҡалаһының Аграр-инженер университетына уҡыр­­ға инә. Салауат Байрамғәлиндың кикбоксинг мәктәбе лә Силәбегә күсә. Егеттәр студент йылдарында ла был спорт төрө менән шөғөлләнеүҙәрен дауам итә. Тәүҙә − Силәбелә, һуңынан – Силәбе өлкәһендә, ә артабан Рәсәйҙә лә еңеп сығалар.
Ярыштарҙың береһендә Рәсәйҙән Америкаға күсеп киткән бер тренер егеттәргә кикбоксингты ҡалдырып, үҙенең мәктәбендә Америкала киң таралған бокс менән шөғөлләнергә тәҡдим итә. Уларҙың тормошонда был һөйләшеү хәл иткес роль уйнай. "Эмигрант"тың тәҡдименә егеттәр риза була. Хәбир менән Сабир, ҡулдарына диплом алыу менән, Америкаға оса. АҡШ-тың Нью-Йорк ҡалаһында егеттәр сәмләнеп эш башлай. 2005 йылда Канзас ҡалаһында һәүәҫкәр бокссылар араһында үткәрелгән "Алтын бирсәткә" исемле 80 йыллыҡ тарихҡа эйә ярышта Сабир 54 килограмға тиклемге ауырлыҡтағы спортсылар араһында − беренсе, ә Хәбир 57 килограмға тиклемгеләр араһында икенсе урынды яулай. Был еңеү уларҙы артабан көрәшергә ҡанатландыра. Бер йыл үткәс, Хәбирҙең ауырлығын "ташлаталар" һәм игеҙәге Сабир менән бер рингыға сығаралар. Американдар ғү­мер­ҙә булмаған хәлгә шаһит була – барыһын да еңеп, финалға игеҙәктәр сыға. Быға тиклем 1938 йылда игеҙәктәрҙең еңгәне бар, тик төрлө ауырлыҡ категорияларында. "Алтын бирсәткә"нең ҡағиҙәләренә ярашлы, бер туғандарға ҡапма-ҡаршы һуғышырға ярамай икән. Шунлыҡтан уларҙың икеһен дә еңеүсе тип иғлан итәләр. Сөләймәновтар "Алтын бирсәткә"не "үҙ ҡулдарына кейеп", чемпион исемен яулай. Нью-Йорк мэры Майкл Блумберг, егеттәрҙең сыҙамлығына һоҡланып, уларҙы "Бразерс Твинс" тип атай.
Артабан Хәбир Сөләймәнов Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауын яулай. Ә Сабир тыуған яғына ҡайта һәм унда эшҡыуарлыҡҡа тотона.
Һуңынан Хәбир Глендейл (АҡШ, Калифорния) ҡалаһында уҙғарылған Бөтә донъя бокс берекмәһенең WBO NABO вакант титулына лайыҡ булды. Йәғни үҙенең ауырлыҡ категорияһында иң көслөләр иҫәбенә инде. Ул донъяның ҡайһы мөйөшөндә, ниндәй генә аудитория алдында сығыш яһамаһын, кемгә генә ҡаршы һуғышмаһын − АҡШ, Мексика, Колумбия, Бразилия спортсыһы булһынмы − алыш башланыр алдынан башҡорт милли кейеме – елән һәм ҡамсат бүрек кейеп, рингыны бер-ике тапҡыр урап сыға. Уны бөтә донъяла тап башҡорт милли кейемендә таныйҙар. Башҡорт милли кейеме − Хәбир Сөләймәновтың визит карточкаһы.

Ошо көндәрҙә башҡорт хал­ҡының ғорурлығы булған бокссылар – Хәбир һәм Сабир Сөләймәновтар менән осрашыу бәхете тейҙе. Игеҙәктәр Баш­ҡортостанға, Хәбирҙең Амери­канан ялға ҡайтҡан мәлен тура килтереп, милләттәштәре ме­нән күрешеп-осрашырға килгән булып сыҡты. Һорауҙар күберәген Хәбиргә яуҙы, сөнки ул, Сабирҙан айырмалы рәүештә, һаман да рингыла, бер-бер артлы дәғүәселәрен дөмбәҫләй.

– Сабир, ни эшләп боксты ташларға ҡарар иттең?
– Атай-әсәй ҡартайғас, уларҙы ҡарау – беҙҙең изге бурыс. Кем Рәсәйгә ҡайта, тигән һорау тыу­ғас, беҙ тәңкә ташланыҡ. Тәҡдир миңә төштө. Бөгөн Арғаяшта махсус техниканы ҡуртымға биреү менән шөғөлләнәм, тағы бөҙрәхана һәм реклама гәзите эшләп килә.


– Егеттәр, һеҙҙең арала кем лидер?
Сабир:
– Ғәҙәттә, игеҙәктәр араһында кем беренсе тыуған – шул лидер, тиҙәр. Ә кемебеҙ тәүге, быны белмәйбеҙ, табиптар үҙҙәре буталған. Исемдәргә күҙ һалғанда, Сабир – сабыр, ә Хәбир белемле тигәнде аңлата. Ысынында иһә, Хәбир сабырлығы менән алдырһа, мин тәбиғәтем менән күпте белергә ынтылыусанмын.

Хәбир:
– Эйе, туғаным минән аҡыллыраҡ, шуға күрә боксты ташлап, тиҙерәк кәләш алырға ашыҡты (көлә). Ә минең әлегә һис ваҡытым юҡ, көнөнә ике тапҡыр күнекмәләр үткәрәм, берәү ҙә көслө булып тыумай, көслө булып китеү өсөн оло тырышлыҡ кәрәк. Әлегә шуны аныҡ ҡына әйтә алам: кәләш итеп башҡорт ҡыҙын һайлаясаҡмын.

– Америкала бокссы карьераһын башлап ебәреүе еңел түгелдер...
Сабир:
– Еңел түгел, әлбиттә. Таңғы сәғәт алтынсы яртынан тороп, йүгерергә сығаһың. Унан күнекмә, туғыҙҙан киске алтыға тиклем эшләй һәм тағы күнекмәләргә ашыға инек. Беҙ йөк бушатыусы, супермаркетта һаҡсылар, пластик тәҙрәләр йыйыусы булып та эшләнек. Тора-бара йөк ташыу буйынса үҙебеҙҙең бизнесыбыҙҙы асып ебәрҙек, яҡшы ғына килем алдыҡ. Ғөмүмән, Америка – көн дә хеҙмәт итеүҙе талап иткән ил. Унда аҙым һайын капитализм хөкөм һөрә – кредиторҙар ай һайын бурысыңды һорап хәбәр ебәрә, барлыҡ хеҙмәт түләүле, яңылыш юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙҙоң, хатта машинаңды саҡ ҡына ҡыйыш ҡуйҙың икән, һиңә 70 доллар штраф сәпәп китәләр.

Хәбир:
– Рәсәйҙәге кеүек «ирек» юҡ Америкала. Закондар ҡаты һәм теүәл үтәлә, тәртип тә бар. Мәҫәлән, беҙ көн дә бер паркка күнекмәләргә йөрөнөк. Унда берәү иртә менән парк ҡапҡаһы янында өс өйөм – шоколад, банан һәм һыу ҡалдыра. Барыһы ла берәр доллар тора. Теләгән һәр кем үҙенә кәрәклеһен ала һәм шунда ҡуйылған йәшниккә аҡсаһын һалып китә. Хужа кискә генә килеп, йыйылған аҡсаны ала. Бындай күренеш рәсәйҙәргә иҫ киткес аҡылһыҙлыҡ, бер ҡатлылыҡ булып күренер. Ә уйлап ҡараһаң, был бит мәҙәнилек, ул кимәлгә илебеҙ берәй ваҡыт барып етә алырмы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, билдәһеҙ.

– Шулай тиһәң дә, Көнбайышта бокссылар һуғыш алдынан бер-береһен кәмһетә, дәғүәсеһен насар һүҙҙәр менән атай...
– Был бокс спортының айырыл­ғыһыҙ өлөшө, промоутерҙар һуғышты алдан рекламалау өсөн төрлө алымдарҙы ҡуллана. Һуғышсылар ҙа, үҙ сиратында, ошо ысул менән үҙҙәрен пиарлай. Тәүҙәрәк, үлсәүҙәр мәлендә, минең тарафҡа әйтелгән кәмһетеүле һүҙҙәргә түҙмәй, һуғышып китә инем. Тап ошондай хәлдәр­ҙән һуң миңә «Дыуамал рус» («Crazy russian») тигән ҡушамат таҡтылар. Үҙем һис тә яратмайым был ҡушаматты. Профессиональ бокс – аяуһыҙ спорт төрө. Минең өсөн иң ауыр алыш иҫемдә, ул Сабир ҡайтып киткәс булды. Үлсәүгә барып еткәнсе дәғүәсе өс тапҡыр алмашынды. Һөҙөмтәлә дәғүәсемдең ауырлыҡ категорияһы минән ике тапҡырға күберәк булып сыҡты. Тик үҙемдең сыҙамлығым менән дүртенсе раундта ул мексиканды нокаутҡа ебәрҙем. ҡыҫҡаһы, промоутерҙар һине уңайһыҙ хәлгә ҡалдырырға күп һорамай. Улар кемде кем менән һуғыштырырға үҙҙәре хәл итә, дәғүәселәрҙең көстәр тигеҙлеген иҫәпкә алмай.

– Һин еңел ауырлыҡ категорияһына ҡараған бокссылар иҫәбендә. Ә ни өсөн Рәсәйҙә күберәк ауыр категориялы спортсылар популяр?
– Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең илдә бокс Америкалағы кеүек киң таралмаған. Мәҫәлән, Калифор­ния штатында ғына айына илленән ашыу алыш уҙғарыла, ә дөйөм Америка буйынса иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел. Рәсәйҙә иһә йылына иң күбе 20 алыш ойошторола. Шуға күрә Көнбайышта профессиональ бокс ныҡ үҫешкән, көйәрмәндәр алыштарҙы ҡарарға күпләп килә.

– Еңеү мөһимерәкме, әллә гонорармы?
– Еңеү.

– Бокссыларҙың китап уҡырға ваҡыты ҡаламы икән?
– Китап уҡырға бик яратабыҙ. Бала саҡта Яныбай Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» романын ҡат-ҡат уҡыныҡ. Бөгөн мине ғилми фантастика ҡыҙыҡһындыра. Иҫ китмәле, фантастар йөҙәр йыл алдан күрәҙәлек итә белгән – ҡасандыр улар уйлап сығарған күренештәр бөгөн ысынбарлыҡҡа әйләнде. Башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен берҙәй еңел аңлайым, өс телдә лә фекер йөрөтәм. Һуңғы уҡыған китабыбыҙ, Сабир ҙа уҡып сыҡты был әҫәрҙе, «Уйла һәм байы», авторы Наполеон Хилл. Әгәр ҙә спорт булмаһа, беҙ тормошта эшҡыуарлыҡ йәки сәйәсәт менән шөғөлләнер инек.
Башҡортостандан ситтә тыуып үҫеп, милләтем, тип янған был егеттәр күптәргә өлгө булырлыҡ. Ихлас, алсаҡ игеҙәктәрҙең бер-береһенә ҡарата йылы туғанлыҡ, ихтирам хисе лә әллә ҡайҙан бөркөлә. Береһе ниндәйҙер фекерҙе башлап ебәрһә, икенсеһе дауам итә. Улар менән бик оҙаҡ һәм төрлө темаларға әңгәмәләшергә мөмкин. Хәбир һәм Сабирҙың уйҙары уртаҡ һәм яҡты, киләсәктә Сөләймәновтар тураһында яҙырға спорттан башҡа ла сәбәп тыуасаҡ, иманым камил.

shonkar.com

Американы яулаған башҡорт батырҙары
Американы яулаған башҡорт батырҙары
Автор:
Читайте нас: