Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
23 Декабрь 2021, 11:17

Аделина Заһиҙуллина алтын миҙал яуланы

Өфөнән фехтование буйынса олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина наградалары менән ҡыуандыра. Ошо көндәрҙә Смоленскиҙа рапирасы Рәсәй кубогында тәүгеләрҙән булып алтын миҙал яуланы.

Аделина Заһиҙуллина алтын миҙал яуланы
Аделина Заһиҙуллина алтын миҙал яуланы

Заһиҙуллина 83 ҡатнашыусы араһында иң шәп спортсы булды, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Фехтование федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Пьедесталдың икенсе баҫҡысында — Петербург вәкиле Александра Сундучкова, өсөнсө урынды Мәскәүҙән Светлана Трипалина һәм Татарстандан Марта Мартьянова бүлеште.

башинформ. 

Аделина Заһиҙуллина алтын миҙал яуланы
Аделина Заһиҙуллина алтын миҙал яуланы
Автор:
Читайте нас: