Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
3 Ғинуар 2022, 12:44

Башҡортостандыҡылар бит улар!

2021 йылда уңыштары менән башҡаларға өлгө булған беҙҙең спортсылар.  

Башҡортостандыҡылар бит улар!
Башҡортостандыҡылар бит улар!

2021 йылда уңыштары менән башҡаларға өлгө булған спортсыларыбыҙ бихисап. Шуларҙың береһе – Тамара Танһыҡҡужина.

Тамара 2021 йылда донъя чемпионы титулын етенсе тапҡыр яуланы. Беренсе урын өсөн ул Польша спортсыһы Наталия Садовская менән көрәште.
Икеһе лә рейтинг-биттең беренсе баҫҡыстарын биләй, шулай ҙа  ярышта бер ҡасан да осрашҡандары юҡ ине.

Садовская бер ни тиклем раундтан һуң алдан бара һәм 54 очко йыйып, алға сыҡты. Уға еңеү өсөн бер очко ғына алырға ҡала. Әммә Тамара иҫәпте тигеҙләп кенә ҡалмайса, ваҡытты ҡыҫҡартып, партияла лә еңеү яулай.

Олимпия ғорурлығы – Аделина Заһиҙуллина. Токиола үткән беренсе Олимпия алтынын республикаға рапирасы Аделина Заһиҙуллина килтерҙе.

Башҡортостандан тағы бер рапирасы Тимур Сафин ир-аттар йыйылма командаһы составында Йәйге Олимпия уйындарында көмөш миҙал яуланы.

shonkar.com

Башҡортостандыҡылар бит улар!
Башҡортостандыҡылар бит улар!
Автор:
Читайте нас: