Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
13 Февраль 2022, 11:38

Олимпиада көндәлеге-2022

Бөгөн республика спортсыларынан кем үҙ көсөн һынаясаҡ?

Олимпиада көндәлеге-2022
Олимпиада көндәлеге-2022

13 февралдә Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон, саңғы ярыштары, конькиҙа уҙышыу, шорт-трек, тау саңғыһы спорты буйынса ете комплект миҙал уйнатыласаҡ. Бөгөн биатлонда, эҙәрлекләү ярыштарында, республикабыҙ исеменән сығыш яһаған Эдуард Латипов үҙ көсөн һынай. Уҙыштар 13.45 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) башлана. Спортсыларыбыҙға бөгөнгө йәкшәмбе еңеү килтерер, тип ышанғы килә.

Әйткәндәй, 12 февралдә ҡатын-ҡыҙҙар араһында саңғы ярыштары буйынса эстафетала Юлия Ступак, Наталья Непряева, Татьяна Сорина и Вероника Степанова алтын миҙал яуланы.

Пекиндағы “Милли” стадионында ир-егеттәр араһында хоккей буйынса турнир сиктәрендә Рәсәй һәм Чехия командалары осрашты. Илебеҙ хоккейсылары овертаймдан һуң 5:6 иҫәбе менән еңелде. Был командабыҙ өсөн ошо турнирҙа беренсе еңелеү булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Пекинда командабыҙ башта Швейцария хоккейсылары менән осрашты һәм иҫәп беҙҙең файҙаға 1:0 булды. Артабан Алексей Жамнов командаһы Дания менән матчта 2:0 иҫәбе менән еңеү яуланы. Ә илебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар командаһы Олимпиада миҙалдары өсөн матчтарҙа башҡаса ҡатнашмаясаҡ. Улар Швейцария командаһынан 4:2 иҫәбе менән еңелде.

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәйҙең йыйылма командаһы 12 февралгә ҡарата өс алтын, дүрт көмөш һәм алты бронза миҙал яуланы. Яуланған миҙалдар иҫәбе буйынса Рәсәй дүртенсе урынға сыҡты. Беренсе урында – Норвегия, икенселә - Германия, өсөнсөлә - Австрия.

Кисә илебеҙҙең Ҡышҡы Олимпия уйындарында призлы урындар яулаған спортсылар тыуған яғына ҡайта башланы. Улар араһында трамплиндан һикереү буйынса команда ярыштарында ҡатнашҡан Ирина Аввакумова, Ирма Махиня, бронза миҙал эйәһе Татьяна Иванова (сана спорты), Виктор Уайлд (сноуборд), Анастасия Смирнова (фристайл) бар. Коронавирус арҡаһында ярыштарҙа үҙ көсөн һынай алмаған биатлонсы Валерия Васнецова, санала шыуыусылар  Виктория Демченко, Екатерина Катникова, Владислав Антонов, Андрей Богданов, Александр Горбацевич, Александр Денисьев, Семен Павличенко, Юрий Прохоров, Роман Репилов, фристайлистар Милена Быкова, София Нәҙершина, Наталья Соболева, Полина Смоленцова, Мария Васильцова, Екатерина Локтева-Загорская, Дмитрий Логинов, Андрей Соболев, фигуристар Андрей Мозалев, Евгений Семененко, трамплиндан һикереүселәр Александра Кустова һәм Софья Тихонова Рәсәйгә ҡайтты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындары 20 февралдә тамамланасаҡ.

Фото: discred.ru

bashgazet.ru

Олимпиада көндәлеге-2022
Олимпиада көндәлеге-2022
Автор:
Читайте нас: