Башҡортостанда бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәшәүсе балаларҙы чемпиондар итеп үҫтерерҙәй йәш тренерҙарға 1 миллион һум күләмендә түләү ҡаралған. Бының өсөн республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән 2020 йылда «Ауыл тренеры» программаһы булдырылған. Бындай проектты Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе булып индерҙе hәм бөгөн ул иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһе тип танылды. Түләүҙәр тораҡ йәки йорт төҙөү өсөн ер участогы, машина һатып алыуға, шулай уҡ ипотека түләүгә hәм уҡыуға тотола. Төп шарт — белгес ауыл ерендә биш йыл эшләргә тейеш.
Беҙҙең районда тәүгеләрҙән әлеге грантты «Елкән» спорт мәктәбе директоры hәм балаларҙы йөҙөргә өйрәтеүсе тренер-инструктор Лев Агеев алды. Уның менән тренерлыҡ эше тураһында һөйләшәбеҙ.
— Лев Олегович, Һеҙҙе спорт хеҙмәткәре булырға нимә этәрҙе?
— Был беҙҙең ғаилә эше, сөнки атайым Олег Александрович, Силәбе физкультура институтын тамамлап, ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен Сиҙәкбаш ауылы мәктәбендә физик культура дәрестәрен уҡытыуға бағышланы, ул — Башҡоростандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Тыуған мәктәбебеҙҙә уның уҡыусылары һәм тәрбиәләнеүселәре менән бергәләп башҡорт милли көрәше буйынса спорт секцияларында бик яҡшы һөҙөмтәләргә ирештек, төрлө ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаныҡ. Беҙ бер нисә тапҡыр үҫмерҙәр араһында республика чемпиондары булдыҡ. Артабан мин педагогик колледжға уҡырға индем hәм ышаныслы аҙымдар менән атайым юлынан киттем.
— Милли көрәштән тыш, спорттың ниндәй төрҙәре менән мауыҡтығыҙ?
— Педагогик колледжға уҡырға кергәс, көнсығыш көрәше менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Дөрөҫөрәге, был кигбоксинг ине. Атайымдың “hәр саҡ еңеүгә ҡәҙәр барырға” тигән һүҙҙәре тиҙҙән спорттың был төрөндә лә үҙ һөҙөмтәләренбирә башланы. 2014 йылда мин Иҙел буйы федераль округы чемпионатының бронза призеры булдым. Артабан еңел атлетика — кросс менән мауыҡтым. Был инде сыҙамлыҡҡа һынай торған марафон йүгереше ине. Республика ярыштарында ла
призер булдым. Ныҡышмалы рәүештә күнегеүҙәр яһаным, параллель рәүештә уҡыуымды дауам иттем һәм спорт буйынса юғары белем алдым. Ләкин күнегеүҙәр ваҡытында көслө физик көсөргәнеш арҡаһында йөрәгем ауырта башланы. Табиптар миңә спорт төрөн алыштырырға hәм йөҙөүҙе һайларға тәҡдим итте. Тора-
бара мин яңынан элекке формаға ҡайттым. Бер нисә тапҡыр йөҙөү буйынса район чемпионы булдым. Республика ярыштарында ла сығыш яһаным. Йөҙөү буйынса мин икенсе разрядлы спортсы.
— Балалар менән йөҙөү дәрестәрендә иң мөhиме нимә?
— Һәр кеше йөҙөргә өйрeнә ала, әммә минең өсөн йөҙөү — ул барыбер спорт. Һәм спортың әлеге теләһә ҡайһы төрөндәге кеүек, бында ла характер, дисциплина hәм еңеүгә ныҡлы ихтыяр көсө кәрәк. Мин 2018 йылдан «Елкән» спорт комплексы бассейнында балалар үҙҙәрен һыуҙағы балыҡ кеүек хис итһен, еңеүгә ирешһен өсөн тырышам. 2022 йылдан миңә спорт мәктәбе директоры вазифаһын ышанып тапшырҙылар. Әлегә тәжрибә туплайым. Спорт мәктәбендә йөҙөү менән төрлө йәштәге 60 бала шөғөлләнә. Минең төркөмдә 2010 — 2012 йылғы балалар. Шуларҙың ундан артығының спорт разряды бар. Беҙ даими рәүештә ярыштарға барабыҙ: Әлшәй, Бәләбәй, Йәрмәкәй райондарында асыҡ беренселектәрҙә, Өфөлә республика чемпионаттарында ҡатнаштыҡ. Үҫмерҙәр араһында 12 йөҙөүсе бар: Сабина Никитина, Инесса Павлова, Сабина Яхина,Полина Данилова, Варвара Атаманова, Валерия Николаева,
Геннадий Авакумов, Степан Данилов hәм башкалар.
— Алған грант аҡсаһын нимәгә тотондоғоҙ?
— Район hәм республика етәкселегенә рәхмәт. Бындай ярҙам ауыл ерендә эшләүсе тренерҙарға бик кәрәк. Мин бит ҡалаға китергә уйлағайным. Һәм шул ваҡытта
асылған «Елкән» спорт-һауыҡтырыу комплексы мине яҡшыға өмөтләндерҙе, ә артабан яратҡан спорт төрө. Өҫтәүенә грант алдым. Был айырыуса һөйөндөрҙө. Минең инде район хакимиәте башлығының рәхмәт хаттары, Баашҡортостан Республикаһының Спорт hәм йәштәр сәйәсәте министрлығының дипломдары hәм
грамоталары бар ине. Грант алдағы эшкә дәртләндереү сараһы булды. Ә алған аҡса кирбестән ике ҡатлы йорт төҙөүгә һәм автомобиль һатып алыуға китте.
Владимир СМОЛОВ әңгәмәләште.
Автор фотоһы.
Сергей Игоревич ТАЙМАСОВ, Бишбүләк районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте hәм спорт секторы мөдире:
— Башҡортостанда «Ауыл табибы», «Ауыл уҡытыусыһы», «Ауыл тренеры», «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» федераль hәм республика программалары уңышлы эшләп килә. Ауыл хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтелеүе һөҙөмтәһендә йәш белгестәргә тыуған ауылдарында төпләнергә, яратҡан эштәре менән шөғөлләнергә мөмкинлек барлыҡҡа килә. Программа бик кәрәк hәм мөhим. «Йыл һайын беҙ 100 тренерға ярҙам итәсәкбеҙ», — тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров. «Ауыл тренеры» программаһы — һәр бала өсөн юғары ҡаҙаныштарға юл асҡан спорт дoнъяһына эләгеү мөмкинлеге генә түгел, һаулығын нығытыу форсаты ла. Ата-әсәләр өсөн был урамдың зарарлы йоғонтоһона ҡаршы тороу мөмкинлеге hәм мәктәптә физик
культура дeрестәренә яңыса ҡараш.