Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Июль 2018, 23:00

Шишмәләр һәм байбаҡтар илен яраттылар

Железноводск ҡалаһынан йәш ҡунаҡтар ун көн район һәм Башҡортостан матурлығы менән хозурланды

Бишбүләк районы һәм Железноводск ҡалаһының мәктәп уҡыусылары йыш осрашып тора. Үҙ-ара килешеү буйынса был ҡаланың сәнғәт-төҙөлөш техникумынан 12 кешенән торған төркөм беҙҙә ҡунаҡта булып китте. Туғыҙ студенттан, ике уҡытыусынан торған делегация менән техникум директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ольга Супрунова етәкселек итте.

- Башҡортостанға туристик сәфәр алдынан техникумдың иң яҡшы уҡыусылары араһында һайлап алыу туры уҙҙы. Беҙҙең урта махсус уҡыу йортонда Пятигорск, Железноводск ҡалаларынан һәм Ставрополь крайынан 500 уҡыусы, - ти аралашыусан һәм талапсан йөҙлө Ольга Петровна. – Сәфәр инициативаһы директорыбыҙ Юрий Васиндан сыҡты, ул бер нисә тапҡыр район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин саҡырыуы буйынса һеҙҙә булғайны. Яҙғыһын ул Бишбүләк райоына килде һәм бер нисә белем биреү учреждениеһында булды. Ул районда тәрбиә һәм хәрби-патриотик эш дәрәжәһе менән ҡәнәғәт ҡалды. Ул шулай уҡ Баҙлыҡ урта мәктәбенең һәм колледж егеттәренең хәрби әҙерлек буйынса уҡыу йыйынында булды. Юрий Васин полковник чинында ҡаланың казак атаманы итеп һайланды.

Железноводск сәнғәт-төҙөлөш техникумы төрлө һөнәрҙәр буйынса егермегә яҡын белгес әҙерләй. Курорт ҡаланан килгән йәштәр делегацияһы составында ташсы-төҙөүселәр. Иретеп йәбештереүселәр, автомеханиктар һәм бухгалтерҙар бар ине. Ксения Юдина сәнғәти-ғәмәли факультеттың беренсе курсын тик яҡшы билдәләргә тамамлаған.

- Беҙ барыбыҙ ҙа Башҡортостанда беренсе тапҡыр. Күп милләтле республиканың матурлығына һоҡландыҡ һәм ғәжәпләндек. Беҙ хеҙмәттәштәр һәм уҡыусылар менән үҙ кисерештәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ, иң мөһиме – халыҡтың ҡунаҡсыллығы әсир итте, - тип дауам итә Ольга Супрунова. – Районда йәшәлгән һәр көн үткәненә оҡшамағайны һәм тәҡдим ителгән саралар яңылығы, оригиналлеге менән айырылып торҙо. Беҙгә шул ҡәҙәр иғтибар һәм ҡайғыртыусанлыҡ күрһәтелде, хатта ҡайтып китке лә килмәй.

Йәштәр төркөмөнөң һәр ағзаһы Башҡортостанға барыуҙың иң ныҡ иҫтә ҡалған эпизодтарына нимәлер өҫтәргә һәм һөйләргә тырыша. Ольга Николаевна Шумиловаға беҙҙең республиканың башҡалаһы оҡшаған: Салауат Юлаев һәйкәле. Конгресс-холл, БР туған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия, төрлө матур фонтандар, лимонарийға һәм ботаника баҡсаһына барыу, Ағиҙел буйлап теплоходта йөҙөү.

Егеттәрсә көрәш, байкерҙар, матур салют менән иҫ киткес байрам – Йәштәр көнө иҫтә ҡаласаҡ. Улар район тураһында күпте күрҙе һәм белде, музейҙарҙа һәм экскурсияларҙа булдылар. Эҫенән Дим йылғаһында, физкультура-һауыҡтырыу комплексы бассейнында ҡойоноп, ҡотолоп була ине. Тиҙ ағыусан йылғаларҙа йөҙөү һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенә барыу ҙа онотолмаҫлыҡ булды.

- Миңә, физик культура уҡытыусыһына, ун көнлөк сәйәхәт ваҡытында тәрбиәләнеүселәрҙе, уларҙың төрлө ауырлыҡтарҙы, етеҙлеккә һынауҙарҙы еңеп сығыуҙарын, сыҙамлыҡ һәм физик көстәрен күҙәтеү ҡыҙыҡ булды, - тип өҫтәй техникум уҡытыусыһы Виктор Коваленко. – Бер кем дә үҙен насар хис итүҙән һәм арығанлыҡтан зарланманы. Беҙҙең балалар Дим ауылының футбол командаһы менән иптәштәрсә мини-футбол уйнаны, ваҡытҡа ауыр әйберкүсереүҙә ҡатнашты. Тумаш урманы буйына ҡуна барғанда, футбол буйынса донъя чемпионатында ярым финалға сығыу өсөн Рәсәй һәм Испания араһында яуаплы матчты ҡарағанда, беҙҙең төркөмдөң ҡолаҡ тондорғос ҡысҡырыуҙары мәңге иҫтә ҡалыр. Бындайҙы онотоп булмай!

Железноводск туристары өсөн Айыт ауылында барлыҡ шарттар тыуҙырылғайны. Улар башҡорт, татар, мордва һәм сыуаш мәҙәниәте һәм милли ризыҡтары менән таныштылар. Район символы булған тыныслыҡ яратыусы байбаҡтарҙы оҡшаттылар.

- Мин техникумдың беренсе курсын тамамланым, - Ксения Юдина. – Бишбүләк районы мине һоҡландырҙы. Киләсәктә рәссам булырға теләйем. Яҡшы билдәләренә генә уҡыйым. Юғары стипендия алам. Сәфәр барышында Башҡортостандың һоҡланғыс тәбиғәтен ҡараламаға төшөрә барҙым. Ғәжәйеп күренештәр. Байбаҡтар йомшаҡ балалар уйынсығына оҡшаған. Мәҙәниәт һарайына ҡуйылған һөнәри рәссам Александр Алимасовтың эштәре оҡшаны. Буяулы май менән яһалған эштәр иҫ киткес! Был яҡтың тәбиғәте һәм район халҡының портрет эштәре – камиллыҡтың бер өлгөһө! Шулай итеп. Бишбүләк районына һәм республикаға сәфәр ул - супер!

Владимир СМОЛОВ, автор фотоһы.
Читайте нас: