Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Июль 2018, 18:01

Аҡ шишмә үҙ ғаиләһен тапты

Районда төҙөкләндерелгән шишмәләрҙең һаны арта

Ауыл торлаҡ пункттары һәм шишмәләрҙе йәшелләндереү һәм төҙөкләндереүҙә әйләнә-тирә тәбиғәткә битараф булмаусылар башлап йөрөй. Изгелекле эш һуңғы ваҡытта күптәрҙең йөрәгендә киң яңғыоаш таба һәм рәсми дәрәжәлә хуплана. Күптән түгел күҙгә ташланмаған, әммә күңелгә хуш килерҙәй ваҡиға булды. Рәсми рәүештә иғлан ителгән ғаилә йылында район үҙәге менән йәнәшә тағы бер ғаилә шишмәһен төҙөкләндерҙеләр.

- Бөтә ғүмеремде Бишбүләк ауылының төрлө ойошмаларында водитель булып эшләнем. Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында тыуып үҫһәм дә район үҙәгендә йәшәнем, - тип һөйләй үҙенең теләге хаҡында хеҙмәт ветераны Наил Салауатов. – Бала саҡтан тәбиғәтте яраттым, ҡоштар һаурауын, һалҡынса һәм тәмле һыулы шишмә сылтырауын тыңлап урман буйҙарында йөрөй торғайным. Әле мәктәптә уҡығанда, өс тапҡыр туған мәктәп командаһы составында уҡытыусыларҙың йыл һайын үткәрелә торған район туристик слетында ҡатнаштым, ул һәр ваҡыттағыса Бишбүләктә популяр булған Аҡ шишмә буйында үтә ине.

Өлкән йәштәге ир былтыр тәбиғәттә йөрөгән ваҡытта атаҡлы шишмә башына килеп сығыуы тураһында һөйләй. Аҡ шишмә быуыла башлаған була, ул көнкүреш ҡалдыҡтары һәм сүпүсар аҫтында ҡалған. Һыу был ҡый араһынан көскә-көскә сыға. Бишбүләк ауылында йәшәүселәр бында санкцияланмаған сүп урыны яһап, йорт сүп-сарын ташыған.

- Шишмәне таҙартыу өсөн бында өс тапҡыр килдем һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын, полиэтилен һәм быяла шешә, иҫке резина һәм башҡа сүп-сарҙы полигонға ташыным, – тип дауам итә Наил Әхмәтғәли улы. – Һәм мөғжизә булды: шишмәгә күҙ алдында йән керә башланы. Бер аҙҙан үҙ телендә күңелле йыр көйләп, һыу сылтырап аға башланы. Бына шул саҡта әлеге урынды төҙөкләндереү уйы тыуҙы ла инде, әлеге йәнле тәбиғәт мөйөшөн бар матурлығын һаҡлап, уны барлыҡ теләгән ғаиләләр ҙә ял итерлек хәлгә еткереү ниәте менән яндым.

- Беренсе эш итеп тормош иптәшем Ләйлә Борис ҡыҙы, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр менән шишмәне сыбыҡ-сабыҡтан таҙарттыҡ, тирә-яғын йыйыштырҙыҡ. Таш һәм таҡталарҙан һыу сығанағы янына баҫҡыстар яһаныҡ, һыу ағыр өсөн торбалар ҡуйҙыҡ. Төрлө урынға имән төптәренән өҫтәлдәр яһап ҡуйҙыҡ. Өйҙән иҫке урындыҡтар, кресло һәм ултырғыстар ҙа алып килдек. Балалар өсөн махсус уйын майҙансығы яһаныҡ, футбол яланында ҡапҡа өсөн бағаналар ултырттыҡ. Шишмәгә яҡын булған барлыҡ ҡырмыҫҡа ояларын әйләндереп алдыҡ. Хәҙер тәбиғәттә төрлө ҡаплаулы беседка, шашлыҡ мангалдары урынлаштырыу ҡарала. Киләсәктә былар барыһы ла буласаҡ. Яҙҙан уҡ шишмә үрендә баҡса еләге, слива һәм сейә ҡыуаҡтары килтереп ултырттыҡ. Улар барыһы ла буйға күтәрелеп килә.

Илдең төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе Салауатовтарҙың ҙур ғаиләһенең ҡайын һәм имән күләгәһе аҫтындағы табын янына йыйылыу шишмә сығанағын төҙөкләндереү эшенең һөҙөмтәһе булды. Уларҙың барыһы ла үҙҙәренең нәҫел ағасын – шәжәрәләре тураһында иҫтәрендә тота, туғанлыҡ ептәрен ҡәҙерләй, уларға ғүмер бүләк иткән ата-бабалары менән ғорурлана. Әлеге сара өсөн датаһы ла уңышлы һайланған – беҙҙең илебеҙҙә инде унынсы тапҡыр үткәрелеүсе Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. Унда ишле туғандарҙан тыш райондың баш экологы, БР Экология министрлығы Туймазы территориаль комитетының әйҙәүсе белгес-эксперты Геннадий Макеев һәм ошо юлдарҙың авторы ла саҡырыу алды.

- Саҡырыуға яуап биреүегеҙ өсөн рәхмәт. Киләһе йылдарҙа ла йыйылырбыҙ, тип ышанам, - тине Наил Салауатов.

- Мин һеҙҙең арала, район үҙәгенең һәм халыҡҡа таныш шишмә янында булыуыма һәм уның саф һалҡынса һыуын эсеүемә бик шатмын, - тине Геннадий Александрович. – Бөгөнгө көндә был районда 31-се төҙөкләндерелгән шишмә. Бындай күркәм ғәмәл тураһында башҡа тораҡ пункттарындағы тағы ла йөҙләгән шишмә хыяллана ала. Бының ихлас күңелдән булыуы, әйләнә-тирә тәбиғәтте таҙараҡ, яҡшыраҡ итеү теләге бик яҡшы. Төҙөкләндерелгән ғаилә шишмәләре беҙҙең кесе ватаныбыҙҙы киләсәк быуындар өсөн тағы ла күркәмерәк итергә тейеш. Бында балаларҙың ҡатнашыуы ла яҡшы күренеш. Улар бик күҙәтеүсән һәм өлкәндәрҙең әйләнә-тирә тәбиғәткә һәм туған яҡҡа мөнәсәбәтен күрә. Ваҡыты менән бындай йәмәғәт урындары төрлө тораҡ пункттарында барлыҡҡа килер һәм уларҙың иҫтәлекле урындары булыр тип уйлайым.

Владимир Смолов,

Автор фотоһы.
Читайте нас: