Ҡырҡ йыл элек районды йыл һайын үҫемселек һәм малсылыҡтың төрлө ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе район булыуына ҡарамаҫтан, һарыҡсылылыҡ районы тип атарға ла булыр ине. Колхоз һәм совхоздарҙа һарыҡтарҙың дөйөм һаны 53684 башҡа еткән. Ҙур көтөү “Коммуна” кохозы менән “Ҡушйылға“ совхозының һигеҙ көтөүендә 15 мең һарыҡ иҫәпләнгән. Иң ҡыҙығы шул: бында һәр көтөүсе Иҙрисов фамилиялы булған.
-Чабан ярҙамсылары төрлө кеше һәм төрлө фамилиялы ине, әммә чабандар Иҙрисовтар ғына булды, шул иҫәптән, мин дә. Башта уҡ шулай килеп сыҡты, - тип раҫлап, үткән йылдарҙы иҫкә ала Мораҙым ауылында йәшәүсе 84 йәшлек Мирҡәт Нәсибулла улы. – Беҙҙең барыбыҙҙы ла туғанлыҡ ептәре түгел, ә ҡушылған эшкә етди ҡараш һәм ҡушылғанды намыҫлы үтәү берләштерҙе. Башҡа мал-тыуар кеүек үк һарыҡтар ҙа ҡайғыртыусанлыҡ талап итә. Шул уҡ ваҡытта, сифатлы булһын өсөн, ваҡытында улырҙың йөнөн алырға кәрәк (бер генә тапҡыр түгел). Бәрәстәрҙе лә кескәй бала кеүек ҡарарға кәрәк.
Өлкән йәштәге хеҙмәт ветераны чабан һөнәрен һайлауы хаҡында юмор менән һөйләй. Сөнки ул ваҡытта механизатор булып эшләү дәрәжәле булған, ә һарыҡты теләһә кем көтә ала.
Мин бала саҡтан тәбиғәтте яраттым. Ыҡ буйының киңлеге һәм битте иркәләүсе саф ел, - тип һүҙҙе дауам итә райондың маҡтаулы чабаны. – Механизаторға йәйгеһен туҙан йоторға һәм трактор кабинаһында эҫелә янырға, ҡышын һалҡында туңырға тура килә. Мораҙымда йылы гараждар ғүмерле булманы. Шулай булғас, һөнәр һайлауҙа мин алданманым. Һәм ғүмерем буйы һарыҡ көтөүсеһе булдым. Килешегеҙ, һөнәр буйынса иң яҡшыһы булып танылыу өсөн күпте белергә һәм эшләргә кәрәк. Совет осоронда хеҙмәт кешеһен ҙурланылар һәм бүләктәр ҙә тик торғандан бирелмәй ине.
Әңгәмәсенең өҫтәлендә ғаилә архивынан фотолар, намыҫлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн бер өйөм Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тора. СССР Ауыл хужалығының хеҙмәт ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашҡан ауыл хеҙмәтсәненең алтын һәм бронза миҙалдары, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм тиҫтәгә яҡын миҙалдары бар.
- Мин армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, чабан булып эшләй башланым. 1953-56 йылдарҙа Польша Халыҡ Республикаһында хеҙмәт иттем, - тип иҫкә ала Мирҡәт ағай һәм бер фотоһүрәтте ҡулына алып. – Бына был фото минең өсөн айырыуса ҡәҙерле һәм ул ҡалғандарына ҡарағанда нығыраҡ та оҡшай. Хәҙер мин ҡарт, фотоға ул саҡтағы кеүек сыҡмайым. Әлеге етеҙ егеткә совхоз етәкселеге 1960 һарыҡсылыҡты ышанып тапшырҙы. Мин чабан ғына түгел, зоотехник та инем. Алды-ялды белмәй эшләнем. 1979 йылда мине КПСС район комитетына саҡырып, тантаналы рәүештә өр-яңы “Москвич- 412” асҡысы тапшырҙылар. Бына был йәш ғаилә өсөн ҙур ваҡиға ине, исмаһам.
1958 йылда Мирҡәт Насибулла улы күрше Яңы Бикташ ауылынан сибәр ҡыҙға өйләнә. Улар Розалина Ғәлим ҡыҙы менән теп-теүәл 50 йыл йәшәй, ике эшһөйәр ҡыҙ һәм малай үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветеран туғыҙ йыл элек тол ҡала. Ул башҡалар менән ғаилә усағын уртаҡлашырға теләмәй, шуның менән үҙенең тәүге мөхәббәтенә тоғро ҡала.
- Теләһә ниндәй һөнәр кеше яҙмышында һәм һаулығында эҙ ҡалдыра, - тип күтәренке рухта тамамлай әңгәмәне Мирҡәт Иҙрисов. –Оҙаҡ йылдар буйы үҙебеҙҙең ялан-ҡырҙар буйлап көтөү артынан йәйәү йөрөгәнгә күрә, бөгөн мин үҙемде сағыштырмаса яҡшы тоям. Хәрәкәт ул – тормош. Тәбиғәтте яратығыҙ һәм көн һайын йәйәү йөрөгөҙ. Һәм шул саҡта беҙ, һис шикһеҙ, йөҙ йәшкә ҡәҙәр йәшәйәсәкбеҙ.
Фото Мирҡәт Иҙрисовтың ғаилә архивынан.