Михайловкала был йортто шунда уҡ күреп алаһың: тәҙрә һәм ишек йөҙлөктәре, кәрниздәр, түбә фронтондары, ҡапҡалар хикмәтле биҙәк менән эшләнгән. Ишек алдындағы башҡа биналар ҙа ағасты һырлап яһалған элементтар менән биҙәлгән, декоратив ел тирмәненең ҡанаттары ел тотоп әйләнә. Әлеге барлыҡ матурлыҡтың авторы — йорт хужаһы Вячеслав Николаев. Ә өйҙә ағасты уйып эшләгән әйберҙәрҙән ысын күргәҙмә тупланған. Барлыҡ был экспозиция — йорт кәрәк-яраҡтары, хайуан һындары, көнкүреш әйберҙәре, стена орнаменттары, сәғәттәр, яҡтыртҡыстар — форма hәм биҙәктәрҙең төрлөлөгө күҙҙәрҙе иркәләй. Оҫтаның эштәре hәр бүлмә интерьерына хозурлыҡ һәм үҙенә күрә бер төрлөлөк бирә.
Вячеслав Михайлович Приютта тыуып-үҫкән. Мәкктәптә яратҡан фәндәре рәсем менән һыҙым булған. Ағасты уйып эшләүгә махсус бер ҡайҙа ла уҡымаған. Стәрлетамаҡ физкультура техникумын, унан һуң Тюмeнь геологтар училищеһын тамамлаған. Ун йыл Карский нефть, газ эҙләнеү экспедицияһында юғары монтажсы-электрсы, 10 ел ненецтар ауылы Харасавайҙа Пуровский электр селтәрҙәрендә дежур электрсы булып эшләй. Ете йыл Тюмeндә йәшәй. Михайловкаға 2002 йылда килеп төпләнә.
— Ағасты уйып, биҙәк яһау менән Төньяҡта уҡ мауыға башланым, — ти Вячеслав Михайлович. — Ул йылдарҙа объекттар күп төҙөлә ине, материал булып кедр хеҙмәт итте, шуға күрә тегендә-бында кедр таҡта киҫәктәре аунап ята ине. Ваҡ эштән башланым — төрлө кәштәләр, һырһыҙ тартмасыҡтар. Уйып эшләүҙең нескәлектәренә төшөнөргә теләнем, яйлап ябай элементтар уйып эшләй башланым. Ә һуңынан инде туҡтай алманым. Һаман да хәтеремдә, эшселәр ашхаһында сиркәү мөйөшөн биҙәп ҡуйҙым. Ғәҙәттә кедр ағасы ҡулланам. Әлеге ағастан әйберҙәр уйып яһарға яратам, текстураһы ла, хуш иҫе лә оҡшай. Вахтанан ҡайтҡанда, кедр таҡталарын ҡапсыҡлап алып кайтҡайным, шуға күрә ниндәйҙер запас бар әле.
Ул Алыҫ Төньякта Карский диңгеҙе яры буйында үткән йылдарын һағынып иҫкә ала. Yҙ ваҡытында Вячеслав Михайлович фотолар яһау менән мауыҡҡан. Уның фотографиялары менән тотош стенд төҙөлгән. Фотоһүрәттәрҙә һүрәтләнгән ваҡиға тураһында ул сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер.
— Егеттәр ҙур суртан тотто. Сутандың башынан ҡарасҡы яһаным, ә кәүҙә өлөшөнән яҡтырҡыс уйып, биҙәнем. Был трофей тураһында иҫтәлек, — тип йылмая Вячеслав Михайлович. — Төньяҡ беҙҙең барыбыҙҙы ла берләштерҙе, беҙ туғанлашып бөттөк. Инде 30 ел yтһә лә, иптәштәр менән hаман осрашабыҙ, аралашабыҙ.
Вячеслав Михайлович менән Александра Исаевна 18 ел бергә. Александра Исаевна тормыш иптәшенең мауығыуҙарын хуплай. Йорттоң интерьеры менән һоҡланыуыма ҡаршы ханым тыйнаҡ ҡына яуап бирҙе: «Мин әлеге йыһаздарға күнегеп бөттөм инде, миңә ҡалһа, башҡаса булыуы мөмкин түгел».
Вячеслав Михайловичтың оҫтаханаһында ағас эшкәртеү станогы тора, барлыҡ кәрәкле ҡорал-ҡорамалы бар. Yҙенең барлыҡ буш ваҡытын ул яратҡан эшенә бағышлай. Оҫтаның яҡшы зауығы hәм уның сикһеҙ фантазияһы ысындан да мөғжизәләр яһай. Хатта уның Волга»һы ла тыштан ғына башҡаларҙыҡы кеүек: салоны иһә бормалы һырҙар менән биҙәлгән.
— Быларҙың барыһын да ысын күңелдән hәм күңелемә хуш кишгәнгә эшләйем, — тип йылмая Вячеслав Николаевич. — Уйлап табам да, ижат итәм. Фекерҙәр күпселек осраҡта төндә тыуа - торам да оҫтаханаға киләм. Әтәс йылы алдынан әтәс уйып яһарға уйланым. Киҫеп алдым, таҡтала урын ҡалды, уныһын киҫеп ташларға йәл булды. Тағын нимә булһа ла уйып ҡарарға булдым. Шулай итеп, тулы бер картина барлыҡҡа килде: инеш, әтәс, ауыл урамы.
Әле иһә оҫта тәре яһай. Урындағы сиркәүҙә уның ҡулдары менән эшләнгән эштәр аҙ түгел. Вячеслав Михайловичтың дуҫтары һәм тугандарына бүләк ителгән уйып, биҙәп эшләнгән көнкүреш әйберҙәрен һанап бөтөрөрлөк түгел. Ағасты һырлап биҙәү бөгөн уның өсөн яратҡан шөғөл генә түгел. Оҫталыҡ, уйлап табыу һәләте hәм ижадҡа мөхәббәтен ҡыйыу рәүештә үҙ эшенең оҫтаһы тип әйтергә була! Вячеслав Николаевич хаҡында уның эштәре һөйләй.
- Идеяларым күп әле, — тип тамамлай әңгәмәне Вячеслав Николаевич. — Тормошомда: уҡыу йылдарымда ла, армияла ла, эштә лә, көндәлек тормошомда ла бары тик яҡшы кешеләр генә осрағаны oөсөн яҙмышыма рәхмәтлемен.
Ул йәнә ҡулдарына ҡорал ала, ижат итә башлай. Уға шатлыҡ килтергән эшен башлай. Был уның тормошо.