Кешелек йәмғиәте үҫеш тарихында төрлө ҡоролоштарҙы кисерә, төрлө хакимиәт формаларын һынап ҡарай. Төрлө сәйәси системалар, режимдар барлыҡҡа килә. Улары яңылары менән алмашына... Хакимиәт ниндәй булһа ла, йәмғиәтте ҡәнәғәтләндермәй, сөнки асылында шәхестең азатлығын сикләүгә, иҙеүгә нигеҙләнгән булып сыға. Шунан идараның иң ғәҙел формаһы - хакимиәт вазифаһын халыҡтың үҙенә тигеҙ бүлеп йөкмәү тигән һығымтаға киленә.
“Демократия” – халыҡ хакимиәте тигәнде аңлата. Илдә идаралыҡ итеү демократик нигеҙгә таянһа, хакимиәтте шәхси мәнфәғәттәрҙә файҙаланыуға, кеше хоҡуҡтарын боҙоуға юл ҡуйылмай. Киреһенсә, илдә йәшәгән һәр кеше уның тулы хоҡуҡлы гражданы, тиңдәр араһында тиң итеп тоя, уның кешелек хоҡуҡтары дәүләт һәм хоҡуҡ органдары тарафынан ныҡлы һаҡлана һәм яҡлана. Демократия көнө, йәғни 15 сентябрҙә булған байрам Рәсәйҙә киң билдәләнә. Бәлки, ул илебеҙҙе ысын демократияға яҡынайтыр әле...
Башҡортостан календарынан.