Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Сентябрь 2018, 16:11

Төҙөлөш тураһында барыһын да белә

«Комплекс Строй» ойомаһы кyп йыллыҡ уңышлы эше меән районда hәм республикала абруй ҡаҙанды

— 55 йыл эсендә төрлө һөнәрҙәр буйынса эшләп ҡараным, әле ҙур теләк менән шөғөлләнгән эшкә оҙон hәм ныҡлы хеҙмәт аша килдем, юғарыға күтәрелеүҙәр һәм түбән тәгәрәүҙәр ҙә булды, — ти «Комплекс Строй» директоры Гарегин Мамиконович Вардикян. — Ҡояшлы Грузияла тыуғанмын. Бала саҡтан ата-әсәйҙәргә ярҙам итергә тура килде. Беҙҙең боронғо нәҫелдә күптәр төҙөлөш менән шөғөлләнгән, шуға күрә хеҙмәттең әлеге төрөн һайлау осраҡлы булманы. «Инженер-механик» һөнәре буйынса В.П. Горячкин исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы етештереү инженерҙары институтын тамамланым, hәм 1993 йылда Рәсәйгә күсеп килгәнгә ҡәҙәр аграр секторҙа эшләнем, механизмдарҙың төҙөклөгө өсөн өсөн яуап бирҙем.

СССР тип аталған зур илдә, ул тарҡалғас та, мoғайын төрлө төҙөлөштәрҙә әрмән төҙөлөш бригадалары эшләмәгән төбәк ҡалмағандыр. Йәш төҙөүсе Вар-дикяндың карьера үҫеше ябай ташсынан башлана. Уның биографияһы hәм ҙур ғаиләһе — яратҡан тормош иптәше, ҡыҙы һәм ике улы өсөн яңы бит яңы быуат башы була. Вардикяндар 2000 йылда Бишбүләк районына килеп төпләнә. Бишбүләк ауылында Гарегин Мамиконович үҙенең төҙөлөш фирмаһын булдыра.

— Мәктәптә яратҡан фәндәрем геометрия менән һыҙым булды. Төрлө иҫәпләүҙәр эшләргә яраттым, — тип дауам итә стажлы төҙөүсе. —Уның менән әле лә мауығам, сөнки был эш процесының бөтә нескәлектәренә төшөнөргә һәм башҡарған эшеңдең емештәрен күрергә ярҙам итә. Һәм ысын күңелдән үҙ эшеңдең һөҙөмтәләренә шатланаһың. Минең ҡул аҫтында егермеләп кеше эшләй. Ышаныслы ярҙамсылар һәр ваҡыт ярҙам итә: барлыҡ төҙөлөштәрҙә уң ҡулым — туғаным Ульян, өлкән улым Мамикон,уның ике юғары белеме бар: архитектор-төҙөүсе һәм инженер-электрсы, барлыҡ ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә. Юғары hөнәри «Комплекс Строй» йәмғиәте районда hәм унан ситтә лә төрлө мөhим социаль объекттар: мәктәптәр, ауыл Мәҙәниәт йорттары, музейҙар, h.б. төҙөү менән шөғөлләнә. Эшсәнлек даирәһе киң. Беҙ шәхси төҙөүселәргә ярҙам итәбеҙ, осһоҙ һәм сифатлы төҙөлөш материалы, техника hәм йыhаз тәҡдим итәбеҙ.

Yҙенең уңышлы һәм күп йыллыҡ эше мелән Гарегин Вардикяндың төҙөлөш ойошшмаһы районда hәм республикала абруй яулаған. Етәксеһе өсөн, тирә-яҡта танылыуҙан тыш, төп бүләк— ғаилә. Уның өсөн ныҡлы һәм ышаныслы ҡанат яратҡан тормош иптәше Лала Саркисовна. Аҡыллы hәм тырыш балалары hәм дyрт ейәне шатландырыуҙан туҡтамай. Ҡыҙҙары Өфөлә врач-кардиолог булып эшләй, кесе улдары Андраник — БДМУҙың бишенсе курс студенты, врач-табып булырға теләй, киләсәктә район поликлиникаһына ҡайтырға йыйына.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: