Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Сентябрь 2018, 13:44

Шишмәләр төҙөкләндерелә

Набережныйҙа яратҡан ял итеү урыны барлыҡҡа килергә тейеш

Бишбүләк ере табиғәт хазиналарына бай. Дөрөҫ, беҙ быны ҡайһы берҙә баһалап еткермәйбеҙ. Беҙҙең ҡулда ысын-ысынлап ниндәй хазина барлығын аңламайынса, хаҙай биргән бүләкте, шулай булырға тейеш, тип ҡабул итәбеҙ. Дөрөҫөн иәйткәндә, әлеге байлыҡ эстетик һоҡланыу ғына түгел, ә ял итеү планында ла, медицина-һауыҡтырыу планында ла реаль файҙа килтереүен аңламайбыҙ. Нимәһен йәшереп торорға, коммерция йәһәтенән табыш алыуҙа ла. Ә районда туризмды үҫтереү өсөн потенциал бар. Был алдан уҡ яңылыш фекерләүҙә ғәйепләрлек бишбyләктә йәшәүсенең генә фекере түгел, ә беҙҙең еребеҙ hәм уның потенциалы тураһында белергә тура килгән туризм тармағы белгестәре фекере. Шулай, мәҫәлән, бер нисә экспертта Набережный ауылы янында урынлашҡан көкөртлө-водородлы сығанаҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. «Беҙҙең Испанияла бындай урынды күптән таҙартып , айырыуса һаҡлана торған ер итeрҙәр ине», —тип үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты бер сит ил кешеһе.

«Бишбүләк районының ете мөғжизәһе» исемлегенә кергән әлеге табиғи һәйкәлдә уникаль дауалау сифаты бар — сығанаҡтың төрлө химик элементтар менән байытылған һыуы һәм дауалау ләме организмдың төп функцияларын нормаға килтереүгә ярҙам итә, ҡан әйләнешен стимуллаштыра, дөйөм кәйефте яҡшырта. Температураһы +4 градустан төшмәүсе инештең һыуы ҡышын да туңмай, бында йыл әйләнәһенә һыу ҡойонорға мөмкин. Әммә һыу сығанағы оҙаҡ йылдар буйына ташландыҡ хәлдә булған: ҡоймаһы ла, арыған юлсыға ял итeр өсөн беседкаһы, тирә-яғында тәртип тә булмаған. Был үҙенсәлекле шишмә лә ваҡыты-ваҡыты менән болғанып ала, ләм менән ҡаплана, быуалар барлыҡҡа килә. Бер һүҙ менән әйткәндә, кешеләрҙе яҡшылап үҙенә йәлеп итергә һәм уларҙы изге эшкә илhамландырырға тейешле урын йәмһеҙ күренеш ала.

Райондың әлеге мөйөшөнә мөнәсәбәтте үҙгәртергә ваҡыт икәнлеген аңларға күптән инде ваҡыт. Әммә төрлө сәбәптәр менән, ғәҙәттә ойоштороусанлыҡ етмәүҙән, һуңғы ваҡытҡа ҡәҙәр тотҡарланған. Шулай ҙа, район етәкселеге менән Дим ауыл Советы ауыл биләмәләһенең уртаҡ инициативаһы менән мәсьәлә ыңғай хәл ителә башлаған — көкөртлө-водородлы сығанаҡты төҙөкләндереү буйынса эш урынынан ҡуҙғалған. Бында бишбүләктәрҙең дә, район ҡунаҡтарының да яратҡан урыны барлыҡҡа килер тип ышанғы килә. Ял да итеп булһын, һаулыҡты нығытырға ла мөмкин булһын, сөнки әлеге һыуҙың сифаты хатта Рәсәй масштабында уникаль. Әлеге мәлдә сығанаҡ биләмәһе тимер ҡойма менән уратып алынған, торбалар, мангалдар ҡуйылған, тиҙҙән яңы беседка ҡуясаҡтар, иҫкеһен яңыртасаҡтар. Күптән түгел район хакимиәте hәм ауыл Советының уртаҡ көстәре менән масштаблы шәмбe өмәһе үткәрелгән, унда ысын пляж зонаһы яһалған. Киләһе йылға планда ағас ултыртыу ҡаралған. Былар барыһы биләмәгә яңы күренеш, сығанаҡҡа яңы көс бирәсәк. Хеҙмәт көнө тамамланғанда, бына тап шундай вәғәҙәләр бирелгәйне. Шәмбe өмәһенең hәр ҡатнашыусыһы эшләнгән эш күләмен билдәләне, көкөртлө-водородлы һыуҙа ҡойоноп, уның тылсымлы көсөн татып ҡараны.

Әлбeттә, ирешелгәндәрҙә генә туҡталыу ярамай, сөнки һыу сығанағы даими ҡарап тороуҙы талап итә, ял итеүселәрҙең дә, быны аңлап, таҙалыҡ һәм тәртип булдырыуы кәрәк. Шул саҡта ғына һыу был ерҙә һәр ваҡыт зәңгәрһыу, үтә күренмәле , пляж уңайлы hәм хәүефһеҙ, ә ял үҙе күңелле һәм онотолмаҫлыҡ булыр. Шишмәләрҙе hәм ял итеү зоналарын маҡсатсан төҙөкләндереү районда беренсе йыл ғына алып барылмай. Бындай эштәр үткәрелгә н, цивилизациялы ял итеү өсөн шарттар булдырылған бөтә ерҙә кешеләрҙең ял итеү урындарына мөнәсәбәте яҡшы яҡка үҙгәрә. Был юлы ла шулай булыр тип ышанаһы килә. Һәм шул саҡта сығанаҡтың шифалы һыуҙары унда сумып сыҡҡан һәр кемгә һаулыҡ бүләк итәсәк.

Олег ЛЕОНТЬЕВ.

Фото район хакимиәте архивынан.
Читайте нас: