Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2018, 13:23

Мәңгегә бергә

Сәлимгәрәевтарҙың ғаиләһендә алтмыш йыл мөхәббәт hәм татыулыҡ хөкөм һөрә.

Исаҡай авылынан Сәлимгәрәевтарҙың ҙур hәм татыу ғаиләһендә тиҙҙән ике юбилейҙы билдәләйәсәктәр. Был Әхмәт Хәбибрахман улы менән Тәнзилә Лотфулла ҡыҙының 60 ел дуҫлыҡта hәм таытыулыҡта бергә йәшәүе. Октябрҙә ғаилә усағын һаҡлаусы, тоғро ҡатын, иҫ киткес әсәй, бик яҡшы hәм зирәк өләсәй Тәнзилә апайға 80 йәш тула. Тантанала утыҙлап кеше булыр тип көтөлә. Беҙ был турала район үҙәгенән иң алыҫ урынлашҡан, Ыҡ йылғаһы буйлап бер нисә урамы менән һуҙылған матур торлаҡ пунктына барғас белдек. Бынан Ырынбур өлкәһе Абдуллин ҡалаһына ҡул һуҙымы ғына.

Ҙур хужалыҡлы йортта беҙҙе әҙәпле генә баштарын эйеп hәм ыҫылдап аҡ ҡаҙ hәм өйрәк көтөүе ҡаршы ала. Йорттоң аҡыллы hәм тоғро һаҡсыһы Арлан исемле эт ҡарашы менән беҙҙе өйрәнеп, тупһаға тиклем оҙатып ҡала. Иғтибарҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйылған, ҡарап торыуға төҙөк Т-25 тракторы менән «Ока» автомобиле үҙенә йәлеп итә. Бында олы йәштәге кешеләр йәшәй тип уйламаҫһың да.

- Беҙ ҡунаҡтарға hәр саҡ шатбыҙ, — тип өйгә саҡыра ҡунаҡсыл Тәнзилә апай менән Әхмәт ағай. — Балалар үҫеп, ҡайһыһы ҡайҙа таралды. Ҙур хужалыҡты ғәҙәт буйынса улар hәм ейәндәребеҙ өсөн тотабыҙ. Беҙҙең әле бәрәстәре менән ике кәзәбеҙ hәм бәләкәй умарталығыбыҙ бар. Баҡсала бәрәңге уңышы бик мул булды, башҡа йәшелсәләр ҙә етерлек.

Яҡты hәм уңайлы өйҙөң хужаһы Әхмәт Хәбибрахман улына быйыл 84 йәш тулған, әммә ул, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙен егеттәрсә тота. Йорт буйынса барлыҡ ир-ат эшен үҙе башҡара, балалар hәм ейәндәрҙең ярҙам иткәнен көтөп тормай. Хужалыҡ эштәре буйынса кәрәк булғанда, трактор hәм автомобилгә үҙе ултырып сығып китә.

— Мин ғүмерем буйы водитель булып эшләнем, — ти сал сәсле аҡһҡал. — Сухоречка ауыл Советы ауыл биләмәһенең Исаҡай ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫтем, минән башҡа ике туғаным бар ине. Мәктәпте тамамлағас, Приютҡа нефтьселәрҙең автохужалығына эшкә керҙем. Шунда уҡ автомәктәпте тамамланым. Унан һуң армия булды: Алыҫ Көнсығышта Артем ҡалаһында диңгеҙ авиацияһында өлкән матрос булып хезмәт иттем. Хеҙмәт итеп, кесе ватаныма ҡайттым. «Ҡушйылға» совхозы «Михайловка» hәм «Сухоречка» совхоздарына айырылғас, яңы хужалыҡта эшкә тотондом. Миңә ЗИС-150 автомобиле бирҙеләр. Әммә барыһынан да оҙағыраҡ Горький автозаводы автомобилдәрендә эшләргә тура килде.

Әммә тельняшкалы йәш егеттең ауылға hәм ата-әсә йортона ҡайтыуының сәбәбе башҡа нәмәлә була. 1956 йылда Бәләбәй педучилищеһын тамамлап, ауыл мәктәбенә йәш уҡытыусы эшкә килә.

— Минең тормышом күрше ауылда үтер тип бер ҡасан да уйламағайным. Тыумышым менән мин Яңы Биктәштән, —тип әңгәмәгә ҡушыла Тәнзилә Лотфулла ҡыҙы, фотографиялар күрһәтеп. — Бала саҡтан уҡ уҡытыусы булырға теләнем. Был беҙҙең дүрт бала үҫкән ғаиләлә Хоҙайҙан уҡытыусы булған Тәғзиә апай фатирҙа торғанғалыр, мoғайын. Ул Исаҡайҙан ине. Ул өйҙә минең ике ағайым һәм апайым менән өҫтәмә рәүештә шөғөлләнде. Мин һәр саҡ яндарында бөтөрөлә

— Торғайным әм шунда уҡ эләктереп ала инем, шуға күрә, ул саҡта мәктәпкә ете йәштән генә алаһалар ҙа, алты йәшемдә беренсе класҡа барҙым. Педучилищены тамамлагас, Исаҡай балаларын уҡыта башланым. Ауыл мәктәбе ябылғас, хаҡлы ялға сыҡҡансы, 18 йыл китапханасы булып эшләнем.

Бер-береһенә ҡәҙерле булған ике өлкән кешенең, бер миҙгелгә йәшәреп киткәндәй, беренсе тапҡыр ҡайҙа осрашыуҙры, нимә турыһында һөйләшеүҙәре. Беренсе аҙымды кем яһауы тураһында бәхәсләшеүҙәрен күҙәтеү ҡыҙыҡлы ине.

Әхмәт ағай тыйнаҡ һәм талапсан Тәнзилә апай артынан ике йыл йөрөй һәм шунан һуң ғына уның йөрәген яулай ала. Бына шундай миҙгел һәм ғәҙҙттәр булған.

Сәлимгәрәевтарҙың билиант пары туйҙарын 1958 йылдың апрелендә яһай. Мөхәбәттә һәм татыулыҡта уларҙың улдары Әҡсән менән Рәфғәт һәм ҡыҙҙары Зөлфирә менән Гөлшат тыуып үҫә.Улар барыһы ла республиканың төрлө ҡалаларында үҙ ғаиләләре менән йәшәй, ата-әсәләренә һигеҙ ейән-ейәнсәр, ә улары һигеҙ бүләсәр бүләк иткән.

Владимир СМОЛОВ.
Читайте нас: