Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2018, 14:36

Ысын күңелдән

Өлкән йәштәге граждандарҙың hәм инвалидтарҙың стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлегендә уңайлы йәшәү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған

Халыкара өлкәндәр көнө1991 йылдан башлап 1 октябрьҙә билдәләнә. Өлкән кешеләр — хеҙмәт эшсәнлегендә актив ҡатнашыуҙан ситләшкән йәки пенсия яшенә еткән ир-аттар hәм ҡатын-ҡыҙҙар.

Уртаҡ тормошта ирле-ҡатынлы пар балалар тәрбиәләй, белем алырға ярҙам итә. Улар ҡартайған көндә балалары шулай уҡ уларҙы ҡарар, тигән өмөт менән йәшәй, ейәндәре hәм бүләләре тарафынан йылы ҡараш көтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, hәр ваҡыт был хыялдар һәм өмөттәр тормошҡа ашмай. Өлкән йәштәге кешеләрҙең күбеһе яңғыҙ ҡала — балалар алданыраҡ яҡты дoньянан китә.Yҙҙәренең ата-әсәләре өсөн яуаплылыҡ тоймаған, уларҙың ата-әсәләренә ҡайғыртыусанлыҡ кәрәк икәнен аңлап еткермәгән вайымһыҙ балалар ҙа бар.

Ярҙамға мохтаж булған өлкәндәр hәм инвалидтар өсөн социаль яҡлау hәм ярҙам күрһәтә торған махсус ойошма булдырылған. Беҙҙең районда өлкән йәштәге гражданндрҙы hәм инвалидтарҙы стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлеге 1996 йылдан бирле эшләй. Бында Рәисә Рамон ҡыҙы Рәхимова етәкселеге аҫтында ойошҡан коллектив хеҙмәт итә. Был учреждениела 12 йыл эшләп, Рәисә Рамон ҡыҙы ҙур тәжрибә туплаған. Коллективта 17 кеше, улар ҡарамағында 35 кеше тора, шуларҙың 21 — инвалид. Иң өлкән опекаға алынған кешегә 91 яшь, иң кесеһенә — 47 йәш. Уларҙың hәр береһенең үҙ характеры, hәр береһенеңә индивидуаль ҡараш кәрәк.

Был учуреждениела көндәлек эш ҡыҫҡа кәңәшмәнән башлана, унда бөгөнгө көнгә бурыстар ҡуйыла, уҙған көн эштәренә йомғаҡ яһала. Төнгө дежур тороу ойошторолған. Берҙәм, хеҙмәт һөйөүсән коллектив үҙ хужалығындағы кеүек, hәм үҙе өсөн дә бөтә эште алып бара. Өлкән кешеләр hәм инвалидтар өсөн уңайлы барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған, бында йылы hәм матур. 15 сутый ерҙә бәрәңге, йәшелсә культуралары: кәбеҫтә, помидор, ҡыяр, һуған ултырталар. Үҫентеләрҙе лә яҙ башынан үҙҙәре ултырта, был эш хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы хаҡында һөйләй. Яҡшы уңыш алыр өсөн, күп көс сарыф итeргә кәрәк.

Яңы йыл алдынан етди проблема барлыҡҡа килде — ҡышҡы ваҡытта бинаға эске ремонт эштәрен башҡарырға кәрәк. Нисек хәл итергә, халыҡты кайҙа урынлаштырырға.Барлык опекаға алынған кешеләрҙе Юғары Троицкий интернатына күсерергә ҡарар ителде. Хеҙмәткәрҙәр өсөн был өҫтәмә мәшәҡәт - вахта ысулы менән эшләү. Аҙналыҡ сменалы эш бер айҙан ашыу дауам итте.

Өфө ҡалаһының төҙөлөш бригадаһы намыҫ менән ремонт эштәрен башҡарҙы. Тәҙрәләрҙе яңырттылар, иҙәндәрҙе, йылытыу системаһын алыштырҙылар. Ә стеналар матур итеп эшләнгән, ҡарауы күңелле. Өлкән кешеләр hәм инвалидтар өсөн өҫтәмә шарттар булдырылған, тағы ла яҡтыраҡ hәм уңайлыраҡ булған.

Бында барыһы ла бер ғаилә кеүек, Яңы йыл, 8 март, Еңеү көнө, Өлкeндәр көнөн билдәләйҙәр, тәм--томдар менән сәй эсәләр, шул рәүешле әбейҙәрҙең һәм бабайҙарҙың кәйефен күтәрәләр. Мин был учреждениела ла йыш булам. Мин унда ҡасан ғына барһам да, барлыҡ ир-аттарҙың сәстәре алынған, ҡырынған, әбейҙәр таҙа итеп кейенгән, hәр ваҡыт яҡшы кәйефтә. «Нисек йәшәйһегеҙ, һағынмайһығыҙмы?» — тип һорайым. «Беҙгә бында бик рәхәт!» — тигән яуап ишетәм. Персоналға ныҡлы һаулыҡ hәм уңышлы эшләүен теләйем.

Саиб Әхмәтов, хеҙмәт ветераны.

Исаҡай ауылы.
Читайте нас: