Педагогикала осраҡлы кешеләрҙең булмауы күптән билдәле. Ҡағиҙә булараҡ, мәктәпкә карьера яһыу өсөн килмәйҙәр — бында һәләт буйынса эшләйҙәр, балалар яратыусы, уларға үҙҙәрен тулыһынса бағышлаған кеше генә ысын-ысынлап күренекле уҡытыусы була.
Ул 1964 йылда Дәүләкән районының Ҡамсылытамаҡ ауылында тыуған. 1982 йылда Яңы Йәнбәк урта мәктәбен тамамлай hәм Дәүләкән районының «Yрнәк» колхозында спорт буйынса методист булараҡ үҙенең хеҙмәт юлын башлай. 1984 йылда БДПИ-ға уҡырға керә. Физика-математика факультетын тамамлағас, ире Юрий Сәетғәли улы менән йүнәлтмә буйынса Бәләбәй ҡалаһының 6-сы урта мәктәбенә килә. Һәм бына инде утыҙ йыл Мария Александровна арымай-талмай Михайловка урта мәктәбендә балалар уҡыта.
Yҙенең хеҙмәт йылдары дауамында йөҙләгән балаға ныҡлы, тәрән белем биреү өсөн күпме һөйөү, көс, белем, хеҙмәт кәрәк булған. Уның өсөн балаларҙы төрлө математика серҙәренә төшөндөрөү, математик фекер йөрөтөүҙе үҫтереү, уҡыусыларға дәрестә һандар, тигеҙмәләр hәм формулалар дoнъһында ҡыҙыҡлы булыу бик мөhим. Уның дәрестәрендә уҡытыусы менән уҡыусы аралашыуында үҙенә күрә бер төрлө мөғәләмә, ышаныс, эскерһеҙлек, күңел йылылығы һиҙелә.
Мария Александровна етәкселегендә балалар рәхәтләнеп уҡыу-тикшеренеү менән шөғөлләнә. Математика уҡытыусыһы булһа ла, ул тыуған яҡ тарихын өйрәнеү менән дә шөғөлләнә. Уның уҡыусылары «Ватан юлдары буйлап» республика конкурсында «Һалҡын һуғыш шаңдауы» номинацияһында республика дәрәжәһендә призлы урын алды. Мария Александровнаның hәр көнө сәғәтләп бүленгән: дәрестәр, ата-әсәләр йыйылыштары, консультациялар… Ә тағын мөhим йорт эштәренә лә өлгөрөргә кәрәк, hәм Мария Александровна барыһына өлгөрә. Ул иҫ киткес педагог ҡына түгел, бик яҡшы хужабикә, ҡайғыртыусан ҡатын, әсәй һәм өләсәй ҙә. Ире менән бергәләп дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр: улдары Александр менән ҡыҙҙары Ирина үҙ ғаиләләре менән йәшәй, Ксения менән Кирилл мәктәптә уҡый. Ә иң мөһиме — Мария Александровна әсәһенең ғорурлығы hәм балалары өсөн өлгө.
Уҡытыу һәм тәрбиә эшендә ирешелгән уңыштары өсөн бүләктәре күп, хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр тарафынан абруй hәм хөрмәт ҡаҙанған, уны балалар ярата.
Михайловка урта мәктeбе директоры.