Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Октябрь 2018, 12:45

Балалар баҡсаһы һеҙҙе күреүгә шат!

Бишбүләк ауылы «Умка» балалар баҡсаһында тәрбиәселәр, белгестәр, балалар баҡсалары мөдирҙәре өсөн ҙур байрам ойошторолдо

27 сентябрҙә Рәсәйҙә Тәрбиәсе hәм барлыҡ мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Дата 1863 йылдың көҙөндә Санкт-Петербургта беренсе балалар баҡсаһы асылыуға тура китерелгән. 2003 йылдың 27 сентябрендә Санкт-Петербургта беренсе балалар баҡсаһының 140 йыллығы хөрмәтенә Тәрбиәсе көнө байрам ителде. Илдең барлыҡ төбәгенә байрамды дөйөм милли яһау тәҡдиме менән хаттар ебәрелде. Тәҡдим база мәктәпкәсә программа авторҙары, балалар баҡсалары педагогтары hәм ата-әсәләр тарафынан хупланды.

Балалар баҡсаһы психологы Рәфилә Шәйәхмәтова сарала ҡатнашыусыларҙы hәм ҡунаҡтарҙы бик матур йыр менән ҡаршыланы. Мөдир Эльвира Вәлиева барыһын да байрам менән ҡотланы. «Балалар баҡсаһы» йыры менән «Умка» балалар баөсаһының урта төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр сығыш яһаны.

Унан һуң сараның бөтә ҡатнашыусылары әкиәт иленә күсенде hәм «Принцессаның (Людмила Гаврилова) мәктәпкәсә хеҙмәткәр hөнәрен һайлауының» шаhиттары булды. Ул кем генә булырға теләмәне— тәрбиәсе лә, музыка хеҙмәткәре лә, физик культура инструкторы ла. Уның бар ынтылыштары ла юҡҡа сыҡты, сөнки мәктәпкәсә хеҙмәткәр hөнәре ҡатмарлы булып сыҡты.

Һәр балалар баҡсаһы коллективы иҫ киткес номер әҙерләгән. Былар йырҙар, бейеүҙәр тәрбиәләнеүсе һәм педагогтарҙың шиғырҙары ине. Сухоречка ауылы «Йәйғор» hәм Михайловка ауылы «Незабудка» балалар баҡсалары коллективтарынан видео ҡотлауҙар. Бишбүләк ауылы «Умка» балалар баҡсаһы педагогтарынан дәртле степ-аэробика hәм танго. Дим ауылы «ҡояшкай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Галина Петрованың эскерһеҙ шиғырҙары, Бишбүләк ауылы «Торнаҡай» балалар баҡсаһынан оригиналь музыкаль ҡотлау. «Дюймовочка» балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренән «Отелло hәм Дездемона» шаян ҡотлау-сценкаһы. Бишбүләк ауылы «Йылмайыу» балалар баҡсаһы йәш белгестәренең зонттар менән иҫ киткес беейүе. Бишбүәләк ауылы «Умка» балалар баҡсаһы сығарылыш төркөмөнөң hәм Киҫтәнле-Богҙан ауылы урта мәктәбе ҡыҫҡа ваҡытлы булыу төрөкөмөнөң мәктәпкәсә йәщтәге балалар ҡотлауы.

Беҙ бөгөн балалар баҡсаларының барлыҡ хеҙмәткәрләренә үҙ эштәрен яратыуҙары, балаларға йөрәктәренең бер өлөшөн биреүҙәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙҙең тәрбиәселәрҙең изгелекле ярҙамсылары һәм тәмле бешереүсе ашнаҡсылар, улар менән йәнәшәлә балаларҙың һаулыҡтарын күҙәтеүсе шәфҡәт туташтары эшләй. Кер йыуыусылар, техник хеҙмәткәрҙәр, урам һепереүселәр мәктәпкәсә учреждениеларҙы һәм биләмәне тәртиптә тота, хеҙмәтләндереү буйынса эшселәр балаларҙың тормошо һәм сәләмәтлеге тураһында ҡайғырта, ҡарауылсылар балалар баҡсалары төндә һаҡлай.

Барлыҡ мәктәпкәсә учреждение хеҙмәткәрҙәрен hөнәри байрамдары менән район методика кабинеты мөдире Зинаида Никитина ҡотланы.

Байрам тамамланғанда, райондың мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Инна Данилова hәм кадрҙар буйынса белгес Зәримә Әхмәтйәнова хакимиәт hәм мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.

Тәрбиәселәр көстәрен һәм ваҡыттарын ҡыҙғанмайынса, үҙҙәрен тулыһынса кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә бағышлай,улар «теләмәйем», «булдыра алмайым», «эшләй алмайым» тигән һүҙҙәрҙе белмәй, бер нимәгә ҡарамайынса, балаларҙы, үҙ эштәрен ярата hәм кескәйҙәр бер нимәгә мохтажлыҡ кисермәһен өсөн барыһын да эшләй.

Ирина АЛЕКСАНДРОВА,

район хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: