Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Октябрь 2018, 11:50

Илле йыл бергә

Бишбүләк ауылынан Фәнил Ғатаулла улы менән Әлфирә Миңнулла ҡыҙы Ғабдрахмановтар уртаҡ тормыштарының ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләгән

Уларҙы яҙмыш ауылда Яңы йыл байрамында осраштырған. Ҡунаҡҡол ауылынан Әлфирә Миңнулла ҡыҙы (тыумышы менән ул шунан) ауылдаштары менән Ҡыңғыр-Мәнәүезгә бара. Ауыл Мәҙәниәт йортонда «Победа» колхозының барлыҡ колхозсылары өсөн дөйөм Яңы йыл байрамы үткәрелгән. Был 1967 йыл була. Бына шулай йәштәр яҡындан таныша.

— Ул йылдарҙа паспортты ҡулға бирмәйҙәр ине. Белем, hөнәр алырға теләгең булһа да, тыуған колхозыңда ҡалдыралар. Шулай итеп, ауылда ҡалдыҡ та инде, — тиҙәр Фәнил Ғатаулла улы менән Әлфирә Миңнулла ҡыҙы. Фәнил Ғатаулла улы һигеҙенсе класты тамамлағас, уны шунда уҡ колхозға яҙып ҡуялар: эшсе ҡулдар етешмәй. Йәйге каникулдар ваҡытында бесән сабыуҙа ҡатнаша, сөгөлдөр баҫыуында эшләй, ҡышын ике йыл буйы ат менән Сулпандан балаларҙы мәктәпкә йөрөтә. Уан һуң уны армияға саҡыралар.

— Мин Польшала танк ғәскәрҙәрендә өс йыл — 1963 йылдан алып 1966 йылға ҡәҙәр хеҙмәт иттем. Автомобиль ротаһы водителе булдым, — тип иҫкә ала Фәнил Ғатаулла улы. — Армиянан һуң ауылға әйләнеп ҡайттым. Бәләбәйгә уҡырға барғым килгәйне лә, ебәрмәнеләр.

Әлфирә Миңнулла ҡыҙы һигеҙенсе класты тамамлағас, шулай ҙа ҡалаға сығып китә ала. Өфөлә кооператив техникумына уҡырға инә. Бер йыл уҡығас, Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсә, штукатур-малярға уҡып сыға hәм тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

Тыйнаҡ ҡына итеп туй яһайҙар. Фәнил Ғатаулла улы милиция бүлегенә водитель булып эшкә урынлаша. Уға эшен уҡыу менән бергә дауам итергә тура килә. Шулай өс йыл үтә, әммә һаулыҡ торошо буйынса ул хеҙмәтенән китә.

Ғабдрахмановтарҙың 1968 йылда беренсе балалары тыуа, шул саҡта улар үҙ никахтарын законлы рәүештә теркәй. Уларҙың тормошонда ауырлыҡтар етерлек булһа ла, ветерандар бер тауыштан бергә йәшәгән йылдар һиҙелмәй ҙә үтеп китте, тиҙәр.

Йәш ғаилә фатир яллап тора. Өс йыл урманда нефтселәрҙең обход йортонда йәшәйҙәр. Фәнил Ғатаулла улы милициянан киткәс, Сухоречка нефтехимияһына нефть үткәргес элемтәһе-обходсыһы булып урынлаша. Yҙ мөйөштәре булмайынса, шаҡтай интеккәс, РАПСО-ға күсәләр, унда хеҙмәткәрҙәрҙе лә торлаҡ менән тәьмин итәләр.

Әлеге ойошмала улар пенсияға сыҡҡансы эшләй.

— РАПСО-ла 370 кеше эшләй ине. Ялһыҙ һәм байрам көндәрендә лә төнгә ҡәҙәр эшләнек. Берҙән-бер ял көндәре Яңы йыл, 8 Март, 1 Май, 9 Май булды, — тип иҫкә ала Ғабдрахмановтар.

50 йылдан ашыу бергә йәшәп, Ғабдрахмановтар тормоштан түгел, бары тик һаулыҡ юҡҡа ғына зарлана. Дүрт улының уңыштарына шатланалар. Өләсәй менән олатайҙы ейәндәре үҙ уңыштары менән шатландыра. Көндәлек мәшәҡәттәр менән көндәр һиҙелмәй уҙа.

Тормош күңелле сюрприздар алып килә. Ғабдрахмановтар ғаиләһен уртаҡ тормоштарының түңәрәк датаһы менән район хакимиәте hәм ЗАГС бүлеге ҡотлаған.

Ғабдрахмановтарға ҡарап, позитив алаһың. Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар күңелдәре менән йәш, ә күҙҙәре ярты быуат элек нисек булһа, шулай уҡ янып тора.

Марина ЯКОВЛЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: