Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Октябрь 2018, 11:59

Ышанырғамы йәки тикшерергәме?

Ышаныс телефонына шылтыратып, һеҙ кәрәк булған ярҙам ҡулы,ә ҡайһы ваҡыт ҡотҡарыу теләктәшлеген аласаҡһыҙ

Теләһә кем бала саҡта ышаныусан була, беҙ тулыһынса ата-әсәләргә ышанабыҙ. Кескәй саҡта улар бәләкәсе тураһында ҡайғырта, уны ашата, һыу индерә, яҡлай. Әсәгә ышаныу беренсе сиратта барлыҡҡа килә, унан һуң ғына бала атаһына, өләсәһенә, олатаһына ышана башлай. Әлеге ғәҙәттең артабан үҫеше тап бына ата-әсәләр тәртибенә бәйле.

Бала менән һөйләшеүгә ваҡыт етмәү, янауҙар, физик язаның теләһә ниндәй төрө шуға килтерә — бала үҙ эсенә бикләнә, үҙ-үҙенә ышанмаусанға әүерелә, ата-әсәһен алдай башлай. Үҫмерҙәр «икеләтә стандарт»ҡа айырыуса киҫкен мөнәсәбәттә була. Күптәргә улар ата-әсәләре менән үҙҙәренең шәхси аралашыуы буйынса таныш: «йортта эштәрендә ярҙам итергә, һин инде ҙур», әммә «дуҫтар янына йәки дискотекаға барырға, һин әле бәләкәй».

Ҡайһы ваҡыт ата-әсәләр үҙ балаһын тоталь тикшерә, үҙҙәрен сиктән тыш авторитар тота, тыя, яза бирә башлай, «ышаныс» тип хаталы ҡабул ителгән, баланы контролдә тотоуҙы тәьмин итеүсе барлыҡ ысулдарҙы ҡуллана. Әммә ысындан дә былай тикшерергә кәрәкме икән? Был ышаныслы мөнәсәбәт урынлаштырырға ярҙам итәме? Йәки, шулай ҙа, ышанып ҡарарғамы?

Һөйләшеүҙәр — теләһә ниндәй ата-әсә-бала мөнәсәбәтендә иң һөҙөмтәле ысул. Уның өсөн нимә мөһим булыуы хаҡында һөйләгеҙ, баланы тәнҡит күҙлегенән ҡарап, фекерләргә hәм күңелһеҙ булыу сәбәптәре булырҙай ситуацияларға анализ яһарға өйрәнегеҙ. Әгәр һеҙ Интернеттың бала өсөн етерлек дәрәжәлә хәүефһеҙ булмауы тураһында борсолаһығыҙ икән, уны интернетта хәүефһеҙ тәртип күнекмәләренә өйрәтегеҙ: үҙенең шәхси мәғлүмәттәреңде нисек һаҡларға, алдаҡсыны нисек асыкларға, провокаторҙың һүҙҙәренә hәм эш-ғәмәлдәренә нисек бирешмәҫкә. Әгәр һеҙ үҙ балағыҙҙың дуҫтары менәeн етерлек дәрәжәлә таныш түгелһеҙ икән, уларҙы ҡунаҡҡа саҡырығыҙ, ҡыҙыҡлы ял ойоштороғоҙ. Ғөмүмән, йәнле, реаль аралашыу — сәләмәт мөнәсәбәттәр дәлиле. Күберәк вакытты ғаилә даирәһендә үткәрегеҙ, өйҙә телевизор йәки ноутбук ҡаршыһында ултырыуҙы түгел, ә бер-берегеҙҙе яҡшыраҡ белергә hәм шуның менән яҡыныраҡ булырға ярҙам итерҙәй шөғөлдәр һайлағыҙ.

Нимәлер тураһында һөйләгәндә, темаларҙағы тыйыуҙарҙы булдырмау яҡшыраҡ, был бала тарафынан өҫтәмә ҡыҙыҡһыныуға ғына килтерәсәк. Үҫмер ваҡытта «Юҡ!» һүҙенең нисек тәьҫир итеүе тураһында беҙ барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Быны тап бына хәҙер эшләү теләге барлыҡҡа киләсәк. Үҫмерҙе импульсивлыҡта hәм зарарлылыҡта ғәйепләргә кәрәкмәй, уның менән уның өсөн мөhим булған мәсьәләне тикшерергә hәм был уға кәрәкме икәнлеген уның үҙенә хәл итeргә ирек бирегеҙ.

Ата-әсәләр үҙ балаһына психологик ярҙам күрһәтергә тырышырға тейеш, уны яратыу, хөрмәт итеү hәм уға ышаныу мөhим. Уны ғәйепләргә, унан һорау алырға йәки уға үҙ фекереңде тағырға кәрәкмәй. Әммә, хәүефһеҙлек маҡсаттарында, һеҙҙең балағыҙҙың ҡайҙа hәм кем менән булыуын белеү барыбер кәрәк. Ышаныс яуланғас, һеҙгә баланан һорау алырға тура килмәйәсәк, ул үҙе һеҙҙең менән, hис шикһеҙ, уртаҡлашасаҡ.

Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр eлеге мәҡәләне уҡығас: «Америка астығыҙ! Бәхәсһеҙ әйберҙәр! Әммә уларҙы нисек тормошҡа ашырырға һуң?». Тап бына ошондай хәлдәрҙә ярҙам итеү өсөн 8-800-2000-122 «Балалар ышаныс телефоны» сайты hәм ҡайнар линия булдырылған. Сайттағы материалдар ата-әсәләрҙең, hәм шулай уҡ балаларҙың иң киң таралған һорауҙарына яуап табырға ярҙам итәсәк. Ҡайнар линияға шылтыратып, һеҙ квалификациялы психологтарҙан ярҙам hәм кәңәш аласаҡһығыҙ. Бөтөнләй аноним рәүештә һеҙ кәрәк булған ярҙам ҡулы, ә ҡай ваҡыт кәрәк булған теләктәшлек табасаҡһығыҙ. Һеҙҙең «Ышанырғамы, әллә тикшерергәме» һайлауығыҙ мөhим түгел, был нәмә булһа ла вайымһыҙлыҡҡа ҡарағанда яҡшыраҡ.

Ата-әсәләр һәм балалар Бишбүләк ауылы, Еңеү урамы, 3 йорт, 118 кабинет адресы буенса урынлашҡан «Ғаилә» Көнбайыш төбәк-ара Дәүләт бюджет учреждениеһының Бишбүләк районы буйынса бүлексәһендә психологтың кваалификациялы ярҙамын ала ала.

Светлана ӘХМӘТОВА,

«Ғаилe» Көнбайыш төбәк-ара Дәүләт бюджет учреждениеһының Бишбүләк районы буйынса бүлексә
Читайте нас: