Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Октябрь 2018, 18:52

Аралар hәм йылдар аша мөхәббәт

Иртәме-һуңмы, хыялдар тормошҡа аша — Бишбүләк ауылынан Николай менән Елизавета Наумовтар быға ихлас ышана

Уларҙың икеһенә лә 18-әр йәш булғанда, тормош уларҙы төрлө яҡтарға айыра. Икеһе лә бер ауылда — Баҙлыҡта тыуып-үҫкән бер урам буйлап йөрөгән, бер үк мәктәптә уҡыған, хатта дуҫтары ла уларҙың уртаҡ булған. Ә унан һуң Николай Семеновичҡа тыуған яҡтарын ҡалдырырға ваҡыт етә — уны армияға хеҙмәткә саҡыралар. Ул Ҡара диңгеҙ флотына эләгә, өлкән матрос, руль сигналсыһы була. Дүрт йыл — 1957 йылдан алып 1961 йылға ҡәҙәр Ватан алдындағы бурысын үтәй.

Елизавета Михайловна Ташкентҡа, ә унан һуң Грузияға, Поти ҡалаһына китә, ул унда үҙенең ирен Павел Федоровичты осрата. Шунда уҡ өлкән ҡыҙы Татьяна тыуа. Кескәй бала менән эшкә урынлашыу ауыр, әммә ул ҡайғырмай. Оҙаҡ михнәттәрҙән һуң базаға контролер булып урынлаша. Унан һуң иренең туғаны Михаил килеү менән, тормош икенсе яҡҡа боролаэ Ул йәштәрҙе балыҡ тотоусылар ҡалаһы Мурманскиға барырға өгөтләй. Кавказды һалҡын Төньяҡҡа алыштыралар. Был ваҡытта ҡыҙҙары Татьянаға ике йәштән саҡ ҡына күберәк була.

Бында ла Елизавета Михайловнаға шаҡтай ауырға тура килә. Ире Павел Федорович озаҡ ваҡытҡа диңгеҙгә сығып китә. Торлак hәм йәшәү буйынса барлыҡ мәсьәләне ҡатын үҙаллы хәл итә. Балыҡ тотоу комбинатына эшкә урынлаша. Бында уға ныҡлы холҡо өсөн «капитан» тигән ҡушамат бирәләр. Тиҙҙән ҡыҙҙары Светлана дoнъяға килә. Оҙаҡ ваҡыт айырым тороу сәбәпле, ғаилә тарҡала, әммә улар үҙ-ара мөнәсәбәттәрен һаҡлап ҡала.

Елизавета Михайловна 50 йәшлек юбилейын үткәргәс, уның тормошонда әhәмиәтле үҙгәрештәр була. Көтмәгәндә, уның исеменә күптәнге бәхетле йәшлекте һәм һөйөүҙө иҫкә төшөрөп, хат килә.

Әлеге көндө бөтә нескәлектәре менән ҡыҙы Татьяна хәтерендә тота.

- Әсәй хатты алған көндө үҙен нисектер серле тотто, күҙҙәре янып тора, йылмая hәм танау аҫтынна нимәле һөйләй. Беҙ нимә булды, дөрөҫөн һөйләп бир, тибеҙ. Ә ул Николай Семеновичтан хат алдым, hәм ул тиҙҙән ҡунаҡҡа киләсәк, тип хәбәр итте, — тип иҫтәлектәре менән уртаҡлаша Татьяна Павловна. — Фотографияһы hәр ваҡыт ғаилә альбомында ҡәҙерләп һаҡланған кешене кyреү һәм уның менән танышыу биҡ ҡыҙыҡ ине. Әсәйҙең сере асылды. Беҙ уның йәшлек мөхәббәте тураһында белдек. Уларҙың һуңғы осрашыуынан утыҙ йыл үткән.

Николай Наумов Елизавета Михайловнаның ҡыҙҙарына ла оҡшай. Бер аҙ ҡунаҡ булғас, ҡайтып китеү ваҡыты етә, әммә бер үҙе генә түгел, ә Елизавета Михайловна менән. Ул Ҡавҙағстанға уның янына ҡунаҡҡа барырға риза була, Николай Семенович Кустанай ауыл хужалығы институтында умартасылыҡ hәм агрохимия факультетын етәкләй, агрономия факультеты деканының уҡыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Әйтерһең, утыҙ йыл айырылып тороу булмаған да. 1990 йылда үҙ мөнәсәбәттәрен рәсмилeштерәләр. Ҡаҙағстанда конфликттар башланғас, Наумовтар тыуған яҡтарына ҡайта. Әле Бишбүләктә йәшәйҙәр. Ғаиләләр бер-береһе янына ҡунаҡҡа йөрөшә.

Наумовтарҙың hәр ҡайһыһының үҙҙәренең ғаилә тормошо, балалары була. Әмма тыуған ауылы Баҙлыҡҡа ҡайтҡан һайын, улар бер-береһенең яҙмышы менән hәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып торған. Йәшлектә тыуған мөхәббәт икеһен дә бөтә ғүмерҙәре буйына оҙатып килгән hәм уларҙың йөрәктәрендә йәшәүен дауам итә.

Марина ЯКОВЛЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: