Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Октябрь 2018, 12:20

Барыһын да ғәжәпләндереп

Район крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары Ассоциацияһы етештерелгән юғары сифатлы продукцияларының күп төрлө булыуы менән таң ҡалдырҙы

Ауыл хужалығы hәм етештереү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған район крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары Ассоциацияһының йыл һайын үтеүсе сараһында бай күргәҙмә яҡшы дизайнер зауығы, ҙур тамашасы аудиторияһына оригиналь тәҡдим итеү менән биҙәлгәйне. Ул шулай уҡ Республика көнөнә багышланғайны hәм «Бишбүләк районының 2018 йыл өсөн агросәнәғәт комплексы» дөйөм исем аҫтында ойошҡайны.

Yҙәктә традиция буйынса өс тиҫтәгә яҡын күпереп бешкән икмәк урынлаштырылған, улар яҙыулы крәндилдәр менән биҙәлгән, уртаһында башҡорт милли ризығы бауырһаҡ ҡуйылған. Уларҙы яратып hәм ҙур сәнғәт менән күп торлаҡ пункттарынан икмәк бешереү оҫталары әҙерләгән. Икмәк hәр ваҡыт өйҙәге муллыҡты hәм ауыл халҡының төп байлығын символлаштырған.

Күпселек фермерҙар етештергән продукцияларын ҡуйған: мейестә бешкән, ҡыҙҙырылған, ҡулланырға әҙер ризыҡтарҙы бер ҙур дөйөм өҫтәлгә ҡуйғандар, был төрлөнән-төрлө ризыҡтар батша табынындағы әкиәт ашъяулығын хәтерләтә ине.

Тулбайҙың иҫ киткес икмәген, ҡыҙарып бешкән ҙур бәлешен hәм бауырһағын Рәфил Арыҫланов тәҡдим итте. Николай Дементьевтың сусҡа ите яҡшы сифатлы ине. Анатолий Трофимовтың ашарға яраҡлы таҫмалы аҡ селтәре аҫтындағы ҡыҙҙырылған тауыҡ менән һимеҙ ҡаҙ теләһә ниндәй гурманды ҡыҙыҡтыра алырлыҡ булды. Сергей Антоновтың лимон hәм ҡыҙыл баландан яһалған розалар араһындағы ҡыҙҙырылған сусҡа балаһы теләһә ниндәй өҫтәлдең дә биҙәге була ала. Илмир Ибатуллин менән Ғабдулла Хәйҙаровтың бауырһаҡтары зиннәтлелеге менән мисыр пирамидаларына оҡшаған. Шифалы бал, эремсек, бауырһаҡ, брынза, матур көлтәләр, кабаҡтар Гүзәл Зәкиева тарафынан тәҡдим ителгән. Петр Михайлов менән Сергей Тарасов үҫтергән уңыш шатландыра. Дөйөм колоритҡа район Мәҙәниәт һарайы ҡаршыһындағы халыҡ музейы етәксеһе Валентина Иванова ашлыҡ ҡапсыҡтары тултырылған арба менән атты, hәм иген төйәгән уйынсыҡ КАМАЗ-ды оригиналь рәүештә кереткән, ул беҙҙе үткәндәргә алып ҡайтты.

Йылбулаҡтамаҡ ауылынан Фәнил Мостафин 20 һауыттан артыҡ сәскә балының ҙур ассортиментын алып килгән.

Шәхси хужалыҡта үҫтерелгән барлыҡ продукцияларын Ҡушйылға фермерҙары күрһәтергә тырышты. Теләһә ниндәй ҙур талаплы кеше өсөн Юрий Григорьев ун төрлө һөт продукцияһы әҙерләгән. Виктор Тимофеевтың бай өҫтәле икмәк, бәлеш, ыҫланған сало, ҡыҙҙырылған ҡаз hәм өйрәк, үҙенең ҙур булмаған умарталығынан бал, бәлеш һәм бөйөрөктәр менән биҙәлгән. Yҙенең бөтә байлыҡтарын Ҡунаҡҡол фермерҙары Ренат Вәхитов, Динар Фәттахов, Айрат Ғосамов hәм Зөлфәт Фазуллин берҙәм һәм татыу итеп ҡуйған. Дөйөм муллыҡтан күҙҙәр ҡамаша: икмәк, бәлеш, бауырһаҡ, шашлыҡ, ыҫланған ит, ҡаҙылыҡ h.б.

Кожай-Ык Вершиндан Сергей Трофимов барыһын да тере батша балығы менән ғәжәпләндерергә булған. Башҡаларҙыҡы кеүек yҡ был уның бик һоҡланғыс килеп сыҡҡан!

Рәсми тантана аҙағында бай байрам экспозицияһы ойошторған хужалыҡтарға һәм шәхси эшҡыуарҙарға призлы урындар hәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыу өсөн иң-иңдәрҙе билдәләү еңел булманы.

Ауыр, ләкин маҡтаулы крәҫтиән хеҙмәтен һүрәтләүсе балалар рәсемдәре менән Балалар сәнғәт мәктәбен hәм күргәҙмә стендтарын билдәләге килә. Китапхана системаһы хеҙмәткәрҙәре «Ныҡлы ғаилә — ныҡлы Ватан!» hәм «Туған көнөң менән, республика!» стендтарын әҙерләгән. Дөйөм фонға Ғаилә йылына һәм Рәсәйҙә волонтер (ирекмән) йылына бағышланған стендтар яҡшы тура килеп торҙо.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотолары.
Читайте нас: