Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Октябрь 2018, 12:18

Иҫ киткес матурлығы менән ҡыуандарҙы

Ҡояшлы шишмәһе Ереклетамаҡ ауылының иҫтәлекле урыны булды

Ҡушйылға ауыл Советы ауыл биләмәһeнең әлеге ҙур булмаған ауылы урамы буйлап, бер тапҡыр ғына үткән кеше тәбиғәт-әсә hәм кеше ҡулы тарафынан булдырылған матур табиғәт мөйөшөнә иғтибар итә. Машина юлы буйында уҡ hәр көн кешеләргә йәшәү шатлығы бүләк итеп, ер аҫтынан шишмә ағып сыға. Күптән түгел бында беҙ ауыл Советы хакимиәте башлығы Виктор Петров менән килеп киттек. Килеп туҡтаған машинаны күреп, ҡаршылағы күркәм йорттан беҙҙең янға бер ханым килеп сыҡты. Был Елена Ильинична Данилова ине.

— Бына әлеге иҫтәлекле урындың хужабикәһе лә! — тине Виктор Анатольевич, мөләйем ханымға күрһәтеп. — Беҙ шишмә һыуының уникаль тәмен тәмләп ҡарарға hәм яҡын-тирәләге биләмәнең төҙөкләндереүен баһалар өсөн махсус килдек.

Шишмә тирә-яғындағы бөтә матурлыҡты ирле-ҡатынлы Даниловтар тыуҙырған. Ауыл Советы бер аҙ аҡса hәм күпмелер төҙөлөш материалы менән ярҙам иткән.

Әлеге иҫ киткес hәм оригиналь әйберҙәрҙе, сағыу сәскә түтәлдәрен күреп, теләһә кемдең кәйефе күтәрелә һәм йөҙҙәре йылмайыуҙан балҡый башлай. Шулай булғас, Ҡояшлы исеме ысынбарлыҡҡа тулыһынса тап килә. Бында ағастан һәм автомобиль шиналарынан киҫеп яһалған аҡҡоштар «осоп килгән», ҙур әкиәттәге әкәм-төкәмдәр, бетон майҙансыҡта ҡыҙынып ятыусы йәшел аллигатор, тал сыбығынан үрелгән ситән, ағас төпһәһендә урынлашҡан сәскә түтәлдәре, оҙон аяҡлы себен бәшмәктәре, тере миләш ҡыуаҡтары hәм үрелгән кәрзиндәрҙә йәш ҡайындар бар. Һыу сығанағы өҫтөндә профилле торбанан иретеп-йәбештерелгәнн, төҫлө поликорбанат менән ҡапланған беседка ҡуйылған. Шишмә һыуы торбанан күңелле һәм шатлыҡлы дәрт менән ҙур баҫым аҫтында сыға ла, шаулап Мәнәүез йылғаһына барып ҡушыла.

— Беҙ тормош иптәшем Олег Михайлович менән шишмәне ике йыл элек төҙөкләндерә башланыҡ, — ти матурлыҡ тыуҙырыусы Елена Ильинична. — Беҙ Бәләбәйҙә йәшәйбеҙ, ә бында иремдең ата-әсәһе йәшәй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, беҙ күп ваҡытты бында, бала саҡтан өйрәнгән ауыл ерендә үткәрәбеҙ, сөнки беҙҙең тамырҙарыбыҙ ошонда. Олег бай фантазиялы иретеп-йәбештереүсе, мин — баҡсасы-сәскә үҫтереүсе. Быларҙың барыһы ла кешеләр өсөн эшләнгән. Беҙгә лә ҙур шатлыҡ килтерә, hәм ерҙәге мәңгелек тормоштоң мәғәнәһе лә шунда.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: