Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Октябрь 2018, 02:00

Парлы ғүмер

Элек-электән өлкәндәр ғаилә ҡороусы йәш парға тиң йәшәп, тиң ҡартайығыҙ, тип теләй торғайны. Ошо ябай ғына һүҙҙәрҙә ниндәй оло мәғәнә ятҡанын йәшәй-йәшәй генә аңлайһыңдыр, моғайын.

Илле, алтмыш, унан да күберәк йылдар бергә йәшәп, тигеҙ ҡартайып, дан итеп донъя көтөп, тормош баҫҡыстары буйлап күтәрелеп, балалар, ейәндәр шатлығы кисереп, йәшәүҙәре ниндәй ҙур бәхет. Ҡаныҡай ауылында йәшәүсе ошондай парҙарҙың береһе – Әминә hәм Әкрәм Көҫәпҡоловтар тураһында һүҙебеҙ.

Тәбиғәттә барлыҡ кешеләр өсөн дә бер сифат хас: ғүмерҙең бер осоронда үткәндәргә боролоп ҡарап, күкрәп уҙған йәшлеккә, хеҙзмәттә үткән йылдарға, тормош һуҡмаҡтарына үҙенсә бер йомғаҡ яһау.

Көҫәпҡоловтарҙың бала саҡтары булмаған да тиерлек. Сөнки улар икеһе лә һуғыш осоро балалары. Тормошта ниндәй генә ауырлыҡтар күрһәләр ҙә, улар һынмайынса-һығылмайынса йәшәүҙәрен дауам иткәндәр.

- Беҙҙе яҙмыш бер ҙә иркәләмәне. Иртән тороуыбыҙға ауыҙға ҡабырға бер нәмә лә булмауы йөрәккә уйылып ҡалған. Ике туғаным септик ангинанан вафат булды. Атайым Бөйөк Ватан һуғышына киткәндә, миңә ун бер йәш ине. Шул китеүҙән уның хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡағыҙы ғына килде. Исмаһам, иҫтәлеккә карточкаһы ла һаҡланмаған, - тип хәтирәләргә бирелә ул.

Тормош ауырлыҡтары Әкрам ағайҙы уҡып йөрөгән мәктәбенән бик иртә айыра. Ағаһы менән атаһы урынына донъя көтөргә, ул ваҡытта ололар урынына көндө-төнгә ялғарға тура килгәнен шул быуын вәкилдәре яҡшы белә.

Төрлө эштә йөрөп сыныҡҡан, егет ҡорона инеп өлгөргән Әкрам Көҫәпҡолов 18 йәше тулғас, Совет армияһына алына. Алыҫ Көнсығышта авиация ғәскәрҙәренәдә механик булып дүрт йыл ярым хеҙмәт итә ул. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтыу менән тағы эшкә тотона - күрше Биҡҡол ауылына келәт мөдире итеп ҡуялар. Ана шул ваҡытта ошо ауыл ҡыҙы Әминәгә күҙе төшә лә инде уның.

Шуныһы ҡыҙыҡ, йәштәр алдан осрашып, бер-береһенә тауҙай вәғәҙәләр биреп, өйләнешеү тураһында хыялланып йәшәмәй. Дөрөҫөрәге өлгөрмәйҙәр, сөнки өлкәндәр уларҙы димләп бер-береһенә ҡуша.

- Ни тиһәң дә, тамаҡ икмәккә туймаған йылдар ине. Хәлимә апайым кейәүгә сыҡҡас, бер еҙнәмдең эшләгәненә биш кеше йәшәнек, шуғалыр ҙа әсәйем яусыларға бик тиҙ ризалығын бирҙе. Тәбиғәттең иң йәмле мәлендә, 1955 йылдың майында, туйыбыҙ булды. Әкрам мине алырға тип колхоздың уйнаҡлап торған айғырын егеп килгәйне. Ҡапҡанан сығыуыбыҙ булды - ауҙыҡ. Был насар ырым һаналһа ла, шөкөр, әле булһа бергәбеҙ, - тип йылмая хужабикә. – Ул йыл ауыл өсөн килендәргә бай йыл булды. Тиҫтәләгән пар туй үткәрҙе, ләкин уларҙан беҙгә генә 63 йыл бергә йәшәү насип булды.

Әминә апайҙы белеүселәр уның тормошҡа зарланғанын, башын эйеп йөрөгәнен күргәндәре юҡтыр, моғайын. Һикһән йәшен тултырыуына ҡарамаҫтан, ул күтәренке рухлы hәм етеҙ хәрәкәтле. Ә бит ул да һуғыш йылдарының, унан һуңғы осорҙоң барлыҡ ауырлыҡтарын үҙ иңендә татып үҫкән кеше. Бала саҡтан әсәһенә эйәреп колхоз эшенә йөрөй, иген һуҡтырғанда ололар барабанға көлтә биреп торһа, ул ташып тора. Ә мәктәпкә төшкәс, уҡыу кәрәк-яраҡтары алырға аҡса булыр тип, тиҙәк һуға, иҫке ауыл урынындағы питомникка сүп утарға сыға.

- Мин Ҡаныҡайға килен булып төшкән йылдарҙа фермалар һалына башлағайны, беҙ, бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар, төҙөлөш эштәре өсөн иҫке ауылдан таш сығарҙыҡ, унан һуң һылау, аҡлау эштәрен башҡарҙыҡ. Эштән ҡурҡып торманыҡ, балалар үҫкәндә, 5-әр гектар сөгөлдөр утаған саҡ та булды, - ди һүҙсән Әминә Зәки ҡыҙы.

- Ул ваҡытта Ҡаныҡай бригадаһын хатта айырым колхоз тип атарға ла була ине. Яңы төҙөлгән ферма комплексында мал-тыуар күпләп аҫралды, бар һөрөнтө ерҙәр ҙә эшкәртелде, яңы техника ҡайтарылды. Ошо йылдарҙа мине тракторсылар бригадаһына учетчик итеп ҡуйҙылар. Бригадир эшенең тығыҙлығын белеп тораһығыҙҙыр, иртән китеп, кис кенә өйгә ҡайта инем. Бер нисә йыл ферма мөдире лә булдым. Белемем дүрт класс ҡына булһа ла, ошондай яуаплы эштәрҙә эшләргә тура килде, - ти үҙе хаҡында тыйнаҡ ҡына итеп Әкрәм Көҫәпҡолов.

Кешеләрҙең күңел күтәренкелеге менән, ҡабатланмаҫ ихласлығы менән матур, бар халыҡ берҙәм булып янып эшләгән заманды, әлбиттә, хеҙмәт ветераны ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә ала.

- Дөрөҫ, көтөүсе булырға ла тура килде. Ғаилә ишле булғас, ауыл көтөүен дә көттөк, колхоз малдарын да. Биш йыл Ишембай районына колхоздың һыйыр-башмаҡтарын алып барҙыҡ. Яҙҙан ҡара көҙгә ҡәҙәр мал-тыуарҙан күҙ яҙҙырмайһың, бер ваҡыт хатта айыу менән осрашҡан саҡ та булды. Көҙөн иһә һимертелгән малдарҙы Стәрлетамаҡ ит комбинатына тапшырып ҡайта инек, - ти, яҙмышын ауыл хужалығына бағышлаған Әкрәм Яхъя улы.

Көҫәпҡоловтар үҙ донъяларын бөтәйтеү тураһында ла уйлай. Ҡаралты –ҡура төҙөйҙәр. Балалары ишәйгән һайын торған йорттары ҡыҫынҡы була бара. Оҫталар яллап, бер ай эсендә яңы йортҡа күсенәләр. Тормыштары яйланып, әкрен генә үҙ юлы менән тәгәрәй.

- Нефьтеюганскиҙағы Әлфиәбеҙҙән ҡала, баларыбыҙҙың барыһы ла тиерлек яҡында йәшәй. Лилиә менән Мөхтәрәмә - Биҡҡолда, Айсыһыу – Приютта, Гөлһылыу ҡыҙыбыҙ ауыл егетенә кейәүгә сыҡты, урам аша ғына йорт һалып сыҡтылар, Наилә “Дим” кооперативында хисапcы булып эшләй, улыбыҙ Урал вахта ысулы менән Себерҙә йөрөй, әле ул Айытта йорт һалыу менән мәшғүл. Урал менән Наиләнән башҡа биш ҡыҙыбыҙ ҙа хаҡлы ялда инде. Ейәндәргә лә бай беҙ: ун алты ейән-ейәнсәребеҙ hәм ун ике бүләсәребеҙ бар.

Һикһәненсе тиҫтәне ваҡлаған хеҙмәт ветерандары ауыл кешеһенә хас булғанса, әле булһа бәрәңгеһен да, йыл әйләнәһенә етерлек йәшелсәһен дә үҫтерә. Йәй миҙгелендә ҡош-ҡортон да ҡарай.

- Эш, ғаилә, балалар үҫтереү, ейәндәр һөйөү шатлыҡ-ҡыуаныстары менән ғүмерҙең уҙғанын да һиҙмәй ҡалдыҡ. Йәш саҡта ғүмер нисек тә үтә, олоғайған көндәрҙә бер-береңә тағын да нығыраҡ кәрәк булыуыңды аңлайһың, - ти бәрәкәтле ғүмер юлын һоҡланырлыҡ итеп уҙған бәхетле пар.

Фотоға төшөргә тигәс, Әкрәм ағай фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн маҙалдары тағылған костюмын кейеп, ә Әминә Зәки ҡыҙы башына аҡ яулығын бәйләп, бабайына һыйынып ҡына килеп ултырды. Ағас ағасты терәп, оҙаҡ йылдар йәщәй, тиҙәр бит. Улар ҙа шулай бер-береһенә терәк булып, татыу гүмер кисерә.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.
Читайте нас: