Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2018, 13:49

Ҡороған ағастарҙы киҫергә кәрәк

Йәмғиәт урындарында hәм шәхси ихаталарҙа ҡороған ағас булырға тейеш түгел

Беҙ табиғәт афәттаре, көслө дауылдар hәм тайфундар ҡотоноуы тураһында йыш ишетәбеҙ. Беҙҙең яҡтарҙа йыш булмаһа ла, көслө ел, ҡойма ямғыр hәм ҡар күп яуыу булғылай, улар түбәләргә, биналарға зыян һала. Насар тәбиғәт шарттары ағастарҙы да ауҙара ала, айырыуса ҡороғандарын.

— Газсылар hәм электрсылар өй ҡаршыһында үҫкән ағастарға ҡарата бер нисә тапҡыр киҫәтте hәм күрһәтмә яҙҙы, — ти Бишбүләк ауылынан хеҙмәт ветераны Валентина Корниловна Чернова. — Әлеге матур ағастарҙы — күп ботаҡлы имән менән Себер ҡарағасын ярты быуат элек мәрхүм тормош иптәшем ултыртҡайны. Ағастар егерме метрҙан ашыу бейек булып үҫте, ботаҡтары йорт түбәһенең бер өлөшөн, газ hәм электр үткәргестәрен ҡаплап китте. Мине был борсоуға һала ине, әммә уларҙы киҫтерергә һәр ваҡыт ҡыҙғандым. Шулай ҙа тормош иптәшем тураһында иҫтәлек бит. Район гәзитендә ҡороған ағастларҙы hәм ботаҡтарҙы киҫеү буйынса хеҙмәт күрһәтеүсе мобиль бригада тураһында белдереү таптым. Егеттәр ҡамасаулаусы ботаҡтарҙы ғына киҫергә ризалашты.

Автомобиль вышкаһындағы ағас киҫеүсе ҡарағай ботаҡтарын бер-бер артлы бөхтә итеп киҫкән.

— Беҙ иртә яҙҙан алып Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе территорияһында ҡороған ағастарҙы

— йыйыштырыу менән шөғөлләнәбеҙ, — ти Василий Воронков. — Бригадала ике кеше: мин — водитель hәм крансы, ағас киҫеүсе Анатолий Назаров. Халҡҡа хеҙмәттең бындай төрөн күрһәтеүҙе ауыл советы хакимиәтендә хупланылар. Беҙ Юбилей hәм Ҡала арты урамдары ишек алдарында ҡороған ағастарҙы киҫеп алдыҡ, урау юлда эшләнек. Заказдар күберәк шәхси хужалыҡтарҙан килә. Саҡырыу буйынса райондың тораҡ пункттарына сығабыҙ. Бина түбәләренә, ҡоймаларға зыян килтерм!йенсә теләһә ниндәй ағасты киҫә алабыҙ, сөнки автомобиль вышкаһының уғы 25 метрга сығарыла. Әммә беҙ киҫелгән ботаҡтарҙы сығарып ташлау менән булашмайбыҙ.

Василий Александрович балалар hәм өлкәндәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн тораҡ секторында бейек ағастрар булырға тейеш түгел, ти. Алмалар hәм грушалар сәскә атып, емеш бирһен, ә бейек ағастарҙың урыны урманда. Ҡороған ҙур ағастар айырылып тора — йорттоң hәм тораҡ пунктының тышҡы киәфәтен боҙа. Уның ҡасан һынып, ҡоры ботаҡтың йәки ағас батағының кемдеңдер өҫтөнә төшөүен бер кем дә әйтә алмай.

Владимир СМОЛОВ.
Читайте нас: