Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь 2018, 14:23

Тәүҙә биҙәгес кенә булған

1697 йылда Голландияның Амстердам ҡалаһында караптар төҙөүгә уҡып, өйрәнеп йөрөгән сағында Петр I сәскә атып ултырған көнбағышҡа тап була.

Рәсәйҙә тәүге көнбағышты әйберҙәр биҙәү өсөн генә ҡулланғандар. Һуңынан инде уны ярып, емен дә ашай башлайҙар. Ҡоштарға һәйбәт аҙыҡ булған көнбағыш орлоҡтарынан май сығарыу һәм кофе әҙерләү мөмкинлеге тураһында XVIII быуат аҙағында урыҫ академигы В.М. Севергин да (1765–1826) телгә алған була.

Воронеж губернаһының Алексеевка ауылы крәҫтиәне Даниил Бокарев көнбағыштан иң беренсе булып май сығара башлай. Ул Рәсәйҙә тәүге май заводын төҙөй.

Иң эре көнбағыш уҙған быуаттың 50-се йылдарында Сәмәрҡәнд өлкәһе баҫыуҙарында үҫтерелә. Һабағының бейеклеге – 5 метр, ә һәр үҫемлектең ауырлығы бер боттан (16 килограмм) ауыр булған был көнбағышты Үзбәкстан ғалимдары махсус рәүештә тик силослау өсөн генә уйлап таба. Бындай көнбағыш ғәҙәттәгегә ҡарағанда 3–4 тапҡырға күберәк уңыш бирә.

Автор: Т. МУСИН әҙерләне
Читайте нас в