Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Октябрь 2018, 13:10

Тарихи үткәндәрҙе хөрмәтләйҙәр

Таҡмаҡҡаран ауылы халҡы иҫтәлекле урынға әйләнгән Федор шишмәһен төҙөкләндерҙе

Йыл һайын Ерекле ауыл Советы ауыл биләмәһендә тораҡ пункттарын, ауыл зиратын ике ауыл араһын тоташтырыусы юлдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. Күптән түгел шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса комиссия Таҡмаҡҡаран ауылынан алыҫ булмаған ерҙә урынлашҡан Федор шишмәһенә өсөнсө урын бирҙе.

— Тәбиғәттең матур урынында урынлашҡан ҙур булмаған ауылда бөгөнгө көндә 17 шәхси йорт бар. Бында ла, күп кенә тораҡ пункттарындағы кеүек, өлкән йәштәге кешеләр йәшәй, әммә көн һайын бында Кече Сиҙәк мәктәбенә 11 уҡыусы китә. Тимәк, ауыл йәшәй һәм яҡты киләсәккә ышана, — ти ауыл биләмәһе башлығы Александр Петров. — Халыҡ йыйынында Федор шишмәһен төҙөкләндереү осраҡлы һайланманы. Был күптәргә таныш тарихи урын, бында йәштәр йыйылырға ярата.

Тап бына Таҡмаҡҡаран ауылы районда барлыҡҡа килгән Совет власының бишеге булған, тиҙәр. Бында беренсе активистар, батыр комсомолдар hәм коммунистар Иҙрисовтар hәм Вакеевтар сыҡҡан. Бишбүләк районы Эске эштәр бүлегенең беренсе начальнигы Иҙрисов бында була. Федор шишмәһе комсомол ячейкаһының бөтә дoнья социалистик революцияға активистарҙың саҡырыуын районда беренсе булып ишеткән. Ул Бөгөлмә яғынан Бәләбәй hәм Өфө ҡалаһы өсөн ҡан ҡойғос һуғыштар алып барған атаҡлы 25-се Чапаев дивизияһының өс көнлөк туҡтап ял итеү урыны булған. Әлеге дивизиянан Ҡыҙыл армия сафтарында хеҙмәт итеүсе ике егет Яңы Самарка ауылынан булыуы билдәле. Һәм улар командованиенан тыуған ауылдарына ҡайтып килеү өсөн рөхсәит һораған.

Федор шишмәһе Ҡайғор вар (Ыласын үҙәне) йырғанағының бөткән ерендә урынлашҡан. Шишмәнең атамаһы эргәлә генә урынлашҡан Каменка ауылынан сыҡҡан мари Федоровкаһы ауылынан алынғандыр, тиергә була. Эшһөйәр hәм урта хәлле крәҫтиәндәрҙең он тартыу тегермәне булған. Элек әлеге һыу сығанағы янынан Ырымбур өлкәһенән район үҙәгенә тура юл булған. Ваҡыт үҙ төҙөтмәләрен индергән, ауыл аҡрынлап бөтә барған һәм район картаһынан юҡҡа сыҡҡан, юлды үлән ҡаплаған. Урындағы халыҡ бинда hаман көтөү көтә. Был ер малдарға һыу эсерә торған урынға әйләнә, бер нисә йыл элек ҡойоны бурап ҡуйғандар.

— Бәләкәй ауыл халҡы быйыл уны hәм тирә-яҡ территорияһын төҙөкләндереп,шишмәнең элекке данын тергеҙергә булды, — тип дауам итә Александр Геннадиевич. — Яуаплы итеп 9-сы округ депутаты Владимир Ивановты һайланылар. Уның атаһы тыумышы менән Федоровканан ине, унан һуң ул ғаиләһе менән Таҡмаҡҡаранға кyсенеп килде. Йәйен эш ҡайнаны. Ауыл Советы хакимиәте идеяны hәм төҙөлөш эштәре барышын хупланы, транспорт hәм төҙөлөш материалы бүлeргә тырышты. Барлыҡ иретеп-йәбештереү эштәрен ауыл старостаһы Сергей Семенов башҡарҙы. Был эштә ауылдың кесеһенән алып олоһона ҡәҙәр ярҙам итте.

Хәҙер әлеге иҫтәлекле урынды танырлыҡ түгел! Фронтонында аҡҡоштар һүрәтләнгән беседка, санузел, сүп-сар һалыр өсөн тимер мискә, сәскәләр клумбаһы, шыршы посадкалары барлыҡҡа килде. Аш бешереү, шашлык әҙерләү өсөн урын бар. Киләһе йылда ауылда йәшәүселәр үҙ көстәре менән балалар майҙансығы төҙөргә ниәтләйҙәр.

Владимир СМОЛОВ.

Сергей ИВАНОВ фотоһы.
Читайте нас: