Дим буйҙары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Октябрь 2018, 22:31

Портрет яһау оҫтаһы

Бишбүләк ауылы Мәҙәниәт һарайы халыҡ ижады галереяһының көҙгө сезонын Ермолкинда тыуған рәссам Александр Алимасовтың портрет эштәре асты

Сәнғәт белгестәре hәм сәнғәт тәнҡитселәре араһында hәр ваҡыт рәссамдарға пейзаж hәм натюрморттарҙы яһау портретҡа ҡарағанда еңелерәк тигән фекер йөрөй. Пейзаж йәки йәнһеҙ натура менән эшләп, рәссам бер аҙ хәйләләй һәм матурлай ала. Ә портрет жанры — бөтөнләй башҡа нәмә. Бында был ғәфү ителмәй. Портрет яһауҙа иң ҡатлаулыһы — кешеләрҙең күҙҙәрен һәм ҡулдарын дөрөҫ һүрәтләү. Шуға күрә бумала hәм киндер тукымала буяуҙар менән эшләгәндә, рәссамдың оҫталыҡ һәм һәләт дәрәжәһе уның портрет эштәрендә асыҡ сағыла.

Беҙҙең гәзит уҡыусыларына районда сәнғәт эштәре менән танылған hoҡланғыс рәссамды, Сыуашсатан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре hәм Бишбүләк районының патриот шағиры Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты Александр Никанорович Алимасовты тәкдим итeргә кәрәк түгел.

— Беҙҙең галереяла беренсе тапҡыр әлеге тыуған тәбиғәт hәм беҙҙең яҡтың гүзәллеген тәрән һәм нескә тойомлаған талантлы рәссамдың картиналары күргәҙмәгә ҡуйылды, — ти күргәҙмәләр экспозицияһы етәксеһе Римма Андреева. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Александр Никанорович 2011 йылда 76 йәшендә вафат булды, ләкин уның эштәре тамашасылар аудиторияһын әле булһа тулҡынландыра. Әгәр элегерәк беҙ ғәҙәттә уның пейзаждарын күргәҙмәгә ҡуйған булһаҡ, был юлы портрет эштәрен йыйырға тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Эзҙләнеүҙәрҙе рәссамдың тыуған ауылы Ермолкинда hәм Бишбүләктә башланыҡ. Һәм улар уңышлы тамамланды! Шәхси коллекцияларҙан портреттарҙың яҡшы экспозицияһы барлыҡҡа килде. Рәссамдың иң яҡын туғандары — Анна Чернова менән Владимир Алимасовҡа айырыуса рәхмәт белдерге килә.

Оҙаҡ йылдар ижад итеүсе Александр Никанорович беҙҙең замандаштарҙың портрет галереяһын яҙған. Былар сыуаш мәҙәниәтенең күренекле шәхестәе - шағирҙәр, яҙыусылар, композиторҙар, сәйәси хеҙмәткәрҙәр, космонавтар, һуғыш геройҙары. Йыл һайын кесе Ватанына ялға ҡайтҡас, Александр Алимасов күпселек ауылдаштары: үҙ туғандарының, педагогтарҙың, медицина хезмәткәрҙәренең hәм механизаторҙарҙың портреттарын яһаған. Советтар Союзы hәм Социалистик хеҙмәт Геройҙары һүрәтләнгән ҙур киндер туҡымалар уның тынғыһыҙ эше тураһында һөйләй. Шунан улар мәктәп стендтары яһау өсөн оҫта фотографтар тарафынан яңынан төшөрөлгән.

— Ағымдағы йылдың сентябрендә «Урал» республика күргәҙмә үҙәге менән килешеү буйынса район күргәҙмә экспозицияһы бер нисә йүнәлештәр буйынса Өфө ҡалаһында тәҡдим ителде, — ти Римма Геннадьевна. — Мин hис кенә арттырмайым: махсус альбомда тик ыңғай тәьҫораттар hәм ҡылҡәләм оҫтаһының матур әҫәрҙәрен күреүселәрҙең рәхмәт һүҙҙәре генә. Һәм тәҡдим ителгән экспонаттарҙың состав өлөшөнә әйләнгән рәссам А.Н.Алимасовтың эштәре баш ҡала халҡын үҙенә йыйҙы.

«Мин рәхeтләнеп күргәҙмәне ҡараным. Фантазия hәм тәрән тойғо менән башҡарылған ҡыҙыҡлы эштәр. Айырыуса А. Алимасовтың портреттары оҡшаны», — тип яҙа Гейдельберг ҡалаһынан (Германия) Өфөгә туғандары янына ҡунаҡҡа ҡайткан Динара Даниэль. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Илшат Рәхмәтуллин беҙҙең күргәҙмәгә дүрт тапҡыр килгән. Ул беҙҙең район пейзажының матурлығы hәм Александр Никанорович эштәренең асыҡ образдары менән һоҡланған, был турала ул ҡалдырған яҙыуҙар шуны иҫбатлай. Ҡушйылғала тыуған Башҡортостанда танылған скульптор-анималист hәм БР рәссамы Виталий Николаев яҡташтарының ижади эштәрен белгес күҙлегенән баһаланы. Виталий Квинтильянович — Рәсәй рәссамдар Союзы ағзаһы, Рәсәй Яңы император сәнғәт академияһы ағзаһы. Ул «Умка» балалар баҡсаһы янындағы Байбаҡтың авторы ла. «... Күргәҙмәгә уңыштар. Алимасовныn эштәре менән һоҡланам!» — тип яҙған ул.

«Ғүмер ҡыҫҡа — сәнғәт мәңгелек» тигән ҡанатлы әйтем тулыһынса портрет оҫтаһы А.Н. Алимасовҡа hәм уның персонаждарына ла ҡағыла. Ул бумала hәм буяуҙар менән тыуған йортонда сөйәлле ҡулдары менән үҫтерелгән арыш икмәге ятҡан өҫтәлгә таянып, уйланып ултырыусы 45 йыллыҡ стажы булған орденлы-механизатор Петр Кузьмич Матвеевныn портретын яһаған. Рәссамдың туғаны, ғүмере буйы рус теле hәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булып эшләгән Ольга Никаноровна Алимасованың барлыҡ нескәлектәре һәм ҙур мөхәббәт менән яһалған портретын «Ермолкин мадоннаһы» тип атарға мөмкин. Район мәктәп директорҙары тыуған уҡыу йорто стеналарында һүрәтләнгән Ермолкин урта мәктәбенең директоры, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы hәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Анатолий Петрович Смоловты әлегe ҡәҙәр хәтерләй. Айырым һүрәтләнгән ирле-ҡатынлы Алимасовлар «Ветеран» hәм «Мария» тигән ике киндер туҡымаһын портрет сәнғәте шедевры тип атарға була. Был рәссамдың туғаны Илларион Никанорович, һуғыш hәм сик буйы гәскәрҙәре ветераны. Ул 1939 йылда армияға алынған, Бөйөк Ватан һуғышын Румыния сигендә ҡаршылаған hәм бер ниндәй яраланыуһыҙ еңеү аҙағына ҡәҙәр еткән. «Коммуна» колхозында баш бухгалтер булып эшләгән. 1988 йылда яһалған уның тормош иптәше Мария Емельяновнаның яҡты образында картинаны ҡабатланмаҫ яһап, төҫтәр гаммаһы уңышлы тура килә. Монументаль стилдә тиерлек рәссам үҙенең балаларын ишек баҫҡысында көтөп ултырыусы яратҡан әсәһенең портретын яһаған. Тап шулай улы туғыҙ бала табып, тәрбиәләгән Анастасия Дмитриевнаның үткер ҡарашы, күп эштәр башҡарған ҡатын-ҡыҙ ҡулдары ҡаршыһында теҙләнә. Александр Алимасовтың шундай рәсемдәренә ҡабат-ҡабат ҡарағы килә.

Владимир СМОЛОВ,
Читайте нас: