Район халҡы мәнфәғәтенә йыл һайын ярайһы эштәр атҡарыла. Тораҡ пункттарҙа биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса эштәр алып барыла, юлдар торошон яҡшыртыу мәсьәләләре даими контролдә, һыу менән тәьмин итеү — бер һүҙ менән әйткәндә, район халҡының именлеген hәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе мөhим мәсьәләләр хәл ителә. Мөhим проблемалар hәм киләсәккә пландар тураһында — төҙөлөш, тораҡ-коммуналь хужалыҡ hәм етештереү мәсьәләләре буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Амур улы Ғәлиев менән әңгәмә.
— Артур Амур улы, көҙөн тораҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын йылытыу сезонына әҙерләү беренсе мәсьәлә булып тора. Беҙҙең район һыуыҡтарҙы ҡаршы алыуға ниндәй дәрәжәлә әҙер?
— Көҙгө-ҡышҡы осорға район 100% әҙер: 8,2 км йылылыҡ селтәрҙәре, Бишбүләктәге, Демскийҙағы hәм Сухоречкалағы йылытыу ҡаҙанлыҡтары тәртипкә килтерелгән. 26 сентябрҙә Республикала иң беренселәрҙән булып балалар баҡсаларына hәм мәктәптәргә йылы бирә башланыҡ. 29 сентябргә тулыһынса күп фатирлы йорттарға йылы биреүҙе тамамланыҡ. 17 октябрҙә Экологик, технологик hәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәте идараһында тантаналы сарала беҙгә райондың йылытыу сезонына әҙерлек паспортын тапшырҙылар.
— Алда торған ҡышҡы осорҙа транспорттың өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ хәрәкәтен тәьэмин итеү мәсьәләһе лә актуаль.
— Хәҙерге ваҡытта «Башкиравтодор» йәмғиәтенең Бишбүләк юл ремонт-төҙөлөш идараһы юлдарҙы ҡышҡа ҡарап тотоуға яҡынса 27 берәмек техника әҙерләй. Яҡынса 2000 тонна ҡом-тоҙло ҡатнашма әҙерләнгән, автомобиль юлдарын ҡышкы эксплуатацияға әҙерләү буйынса эштәр алып барыла.
— Район автопаркы көндән-көн үҫә, шуға ярашлы, юлдар торошона ла талаптар арта. Беҙ барыбыҙ ҙа был йүнәлештә позитив үҙгәрештәр күрәбеҙ, тик шулай ҙа, ҡайһы берҙә насар юлдар тураһында һөйләгәндәрен ишетергә тура килә. Районда был «мәңгелек» проблема нисек хәл ителәсәге тураһында һөйләгеҙ әле.
— Аҙым артынан аҙымлап тигәндәй билдәләнгән маҡсаттарға таба барабыҙ. Районда яҡынса 700 км автомобиль юлы иҫәпләнә: муниципал-ара әһәмиәттәге 265 км юл, ерле әhәмиәттәге 477 км юл, шул иҫәптән 266 км ауыл биләмәләре юлы. Ағымдағы йылдың туғыҙ айында район юл төҙөүселәре hәм башҡа подрядчиктар тарафынан ерле hәм муниципаль әhәмиәттәге юлдарҙы hәм күперҙәрҙе төҙөү, капиталь ремонт hәм ремонт буйынса ҙур эш башҡарылды. Бары тик юлдарҙы йәйге hәм ҡышҡы ҡарап-тотоуға бүленгән аҡсалар иҫәбенә яҡынса 15 км ерле hәм муниципаль әhәмиәттәге юлдар: 3,4 км Айыт — Боголюбовка юлы, 1,3 км Киҫтәнле-Боғҙан — Рудники юлдары, 1,1 hәм 3, 8 км Киҫтәнле-Ивановка — Бишбүләк — Ермолкин юлы ремонтланды.
Аксен — Бишбүләк (яҡынса ике километр), Айыт — Алексеевка (Айыт ауыл Советы ауыл биләмәһе) — 6,6 км, Ҡасҡын — Кәрим — 2,8 км юлдарының туҙған ҡатламдары яңыртылды. Ҡырғыҙ-Миәкә — Бишбүләк юлындағы 1757 кв. м. соҡорсаҡырлы юл бөтөрөлдө. Тумаш йылғаһы аша күпергә hәм Аксен — Бишбүләк юлында тимер-бетон торбаларға ремонт яһалды.
Бишбүләк ауылы Yҙәк hәм Тау аҫты урамдарында тротуар, юлдың яһалма тигеҙһеҙлеген рәтләү буйынса эштәр башҡарҙыҡ. Ҡарап-тотоу иҫәбенә асфальт-бетон ҡаплаулы автомобиль юлдарында 21442 кв. м. майҙанда соҡорҙарҙы ремонтланыҡ.
Быйыл планлаштырылған ремонт эштәре тамамланыуға бара. 2,2 км оҙонлоҡтағы Киҫтәнле-Боғҙан — Рудник юлын, Космонавтар, Ғабдулла Туҡай, Илдар Ғимаев урамдарында юл ҡаплауын ремонтлау тулыһынса тамамланды. Урман паркы, Яңы, Гагарин урамдарында 1,5 км оҙонлоҡта машина юлына, Еңеү урамының ике участогына, Бишбүләк — Приют юлына тоташыусы Вуколов-Эрлик урамының 300 м. машина юлына асфальт һалыу тамамланды. Пурлыга ауылына ике километрҙан ашыу юлды ремонтлау буйынса эш бара.
Демский — Хомутовка юлының Аҙнай ауылы районында Өйәҙе йылғаһы аша күперҙе ремонтлауға тағын бер тапҡыр аукцион иғлан ителде.
Быйыл 2017 йылда башланған Бишбүләк — Ерекле — Кесе Сиҙәк юлында ремонт эштәре тамамланды. Быларҙан тыш, йыл һайын райондың ауыл биләмәләрендә 10 километрға яҡын ауыл урамдары ремонтлана.
— Барлыҡ әлеге эштәр ҙур финанс сығымдар талап итә. Аҡса кереүҙең төп сығанаҡтары ҡайҙан килә?
— Йыл һайын Башҡортостан Республикаһы бюджетынан урындағы дәрәжәләге юлдарҙы ҡарап-тотоу өсөн 12 млн. һумдан ашыу, юл hәм күперҙрәҙе ремонтлауға — уртаса ете млн. һумдан алып туғыҙ млн. һумға ҡәҙәр аҡса бүленә. Быйыл августа Башҡортостан Республикаһының өҫтәмә территориаль заказына беренсе тапҡыр беҙҙең районға Егоровкала, Киҫтәнле-Боғҙанда hәм Мораҙымда яҙғы ташҡын ваҡытында емерелгән күперҙәрҙе ремонтлау өсөн 10 млн. һум бүленде. Ремонт эштәре әлегә дауам итә. Ремонтты hәм юлдарҙы ҡарап-тотоуҙы бәйһеҙ махсуслаштырылған ойошма, hәм шулай уҡ көндәлек муниципаль күҙәтеү даими контролдә тота.
Өс йылға бер тапҡыр заманса талаптарға ярашлы юл инфраструктураһын комплекслы үҫтереү программаһы, юл хәрәкәтен ойоштороу проекты эшкәртелә. Быйыл беҙ был эште бөтә 13 ауыл биләмәһендә hәм муниципаль районда райондың юл фонды иҫәбенә башҡарҙыҡ.
Бынан тыш, ике-өс йыл алға пландар hәм юл-ремонт эштәренә проект-смета документацияһы төҙөйбеҙ.
— Эшләнгән эштәрҙең күләме таң ҡалдыра. Район халҡын яҡын арала тағы ниндәй үҙгәрештәр көтә?
— Пландар бик ҙур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур булмаған лимиттар барлыҡ билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырырға ирек бирмәй.
Бишбүләк — Демский юлына асфальт һалыу буйынса һорауҙы йыш бирәләр. Был муниципаль-ара әhәмиәттәге юл, йәғни ул Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идараһы балансында тора. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ йыл һайын әлеге юлға Транспорт-юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты hәм Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идараһынан асфальт һалыуҙы үтенәбеҙ. Проект-смета документацияһы биш йыл элек инде әҙер. Әммә аҡса етмәү юлдың әлеге участогын планга керетергә мөмкинлек бирмәй — хәрәкәттең күберәк булған мөhим йүнәлештәрен һайлайҙар, мәҫәлән, Бишбүләк — Бәләбәй, Бишбүләк - Айыт — Ырымбур өлкәһе сиге, Аксен hәм Ҡырғыҙ-Миәкә. Әммә яҡын арала (ике-өс йыл эсендә) беҙ 2017 йылда башланған Бишбүләк — Приют юлын ремонтлауҙы тамамлағас та (өс километрҙан аҙ ғына күберәк ҡалды), әлеге юлға асфальт һала башларбыҙ, тип уйлайым.
Мөһим йүнәлештәге юлдарҙа 2019 йылда Сухоречка — Исаҡай, Киҫтәнле-Боғҙан — Бишбүләк — Ермолкин, Баҙлыҡ — Ҡунаҡҡол (Базлык ауылы урамы) юлдарын, ике күперҙе ремонтларға планлаштырабыҙ. Район юл фонды hәм Башҡортостан Республи-каһының территориаль заказы иҫәбенә йыл һайын Бишбүләктең ике-өс урамына асфальт һаласаҡбыҙ. Мәҫәлән, киләһе йылда Космонавтар, Илдар Ғимаев урамына ҡәҙәр Ғабдулла Туҡай урамдарына асфальт һалырға ниәтләйбеҙ, унда 320 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөргә, hәм Дала урамы өлөшөн аукцион процедуралары үткәргәндән һуң экономиялау иҫәбенә планлаштырабыҙ.
Ошо көндәрҙә юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләне. Форсаттан файҙаланып, юл тармағының барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен hәм ветерандарын, hәм шулай уҡ юл йөрөүҙең барлыҡ ҡатнашыусыларын байрам менән ҡотлайым. Тыныслыҡ, изгелек, мөхәббәт һәм уңыштар, һаулыҡ, сабырлыҡ, өйҙәрегеҙҙә йылылыҡ hәм йәм теләйем. Һәм, әлбиттә инде, күңелле сәфәр.
— Быйыл беҙҙең район «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль приоритетлы проектта ҡатнашыусылар һанына индерелде. Был йүнәлештең нисек барыуы тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
— «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштыру» программаһы биш йылға иҫәпләнгән. Был урындағы проблемаларҙы хәл итеү генә түгел, был тормоштоң яңы шарттарын тыуҙырыу. Йыл аҙағына ҡәҙәр был программа буйынса яҡынса алты млн. һум аҡса үҙләштереләсәк. 835 мең һумға Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында Yҙәк урам буйынса заманса тышҡы яҡтыртыу менән бер километрҙан ашыу урам электр селтәре төҙөлдөе. 850 мең һумға Михайловка ауылының ял паркы йәмәғәт территорияһы төҙөкләндерелде. Башҡа саралар Бишбүләк ауылының Үҙәк hәм Юбилей урамдары менән сикләнеүсе ишек алды территориялары төҙөкләндерергә тотолдо: бордюрҙар урынлаштырылды, иңе 4 метрҙан да кәм булмаған машина юлына асфальт һалынды. Йәйәүле юлдары, автомобиль ҡуйыу урындары, спорт hәм балалар майҙансыҡтары төҙөкләндерелде, эскәмйәләр ҡуйылды.
— Артур Амур улы, был һорау райондың һәр кешеһен борсой. Эсергә яраҡлы һыу юшҡын ҡалдырырға тейешме? Крандан һыу эсергә яраймы?
— Районда яҡынса 250 км һыу үткәргес селтәре, уларҙан муниципаль әhәмиәттәге – 130,5 км. Һыу үткәргес селтәрҙәренең дөйөм туҙыуы 60% тәшкил итә. Йыл һайын 1800 метрҙан алып 2500 метрға тиклем иҫке һыу үткәргес селтәрен алыштырабыҙ. Һуңғы биш-алты йыл эсендә яҡынса 20 км яңы һыу үткәргес селтәрҙәре төҙөлгән. Яңы биш-алты һыу һурҙырғыс башня урынлаштырылған, яҡынса 10 яңы артезиан скважиналары бырауланған, каптаждарҙың бар ерендә, һыу алғыстарҙа санитар-һаҡлау зоналары урынлаштырылған.
Төрлө тәбиғәт һыуында кальций гидрокарбонаты бар, ул йылытыу процесында юшҡынға әйләнә. Күптәр һыу бындай реакция бирергә тейеш түгел, тип уйлай. Беҙҙең һәм тағы ла алты (күрше) райондар өсөн һыуҙың ҡатылығы 7— 10 мг/л. Районда һыуҙың ҡатылығы 6 — 8 мг/л, һирәк 10 мг/л була ала. Һыуҙың ҡатылығы райондың географик яҡтан нисек урынлашыуынан да тора — беҙҙә известле һыу өҫтөнлөк итә, шуның өсөн скважина тәрәнерәк булған һайын, һыу таҙараҡ, ләкин ҡатыраҡ.
Һыуҙа нитраттар — азот кислотаһы тоҙҙарын билдәләү — 45 мг/л. Барыш һыу башняһының беренсе күтәрелешендә нитраттарҙың күп булыу арҡаһында беҙ ете скважинаны яптыҡ. Кран аҫтындағы һыу барлыҡ нормативтарға тура килә. Быны Бәләбәй ҡалаһындағы Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүселеге белгестәре тарафынан һайлап алынған айлыҡ химик hәм бактериологик анализлар дәлилләй. Киләсәктә Бишбүләк халҡын һыу менән өҙлөкһөҙ hәм сифатлы тәьэмин итеү өсөн скважинанан насослы станциялар менән Һыу үткәргес төҙөлөшөнөң яңы проектын әҙерләйбеҙ. Скважина 2015 йылда «Афган» шишмәһе янында разведкалау өсөн бырауланған, унда һыуҙың ҡатылығы 7 мг/л ҡәҙәр, нитраттар 13 — 15 мг/л.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ыңғай үҙгәрештәр һәр ваҡыт өҫтәлеп торһон. Артабан һеҙгә һөҙөмтәле эштәр теләйбеҙ.
Ирина ФОМИНА әңгәмәләште.