Эйе, тәү ҡарашҡа йәшлек менән пенсия төшөнсәләре һис тә ярашып бөтмәгәндәй. Әммә студенттарға ла, хеҙмәт юлын саҡ башлап торғандарға ла, хатта мәктәп уҡыусыларына ла “өлкәнәйергә” ваҡыт, сөнки һеҙ оло тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ. Ни өсөн тигәндә… һеҙҙең пенсияғыҙ тәүге эш көнөнән формалаша башлай.
Пенсия тураһында бөтә мәғлүмәтте алыу өсөн бер сәғәт ваҡыт талап ителһә, пенсия күләме һинең тормошоңдо билдәләйәсәк ваҡыт егерме, хатта унан да оҙағыраҡ йылға һуҙылыуы мөмкин.
Ҡасан да булһа өлгөрөп етеп, тормошҡа етди һәм яуаплы ҡарай башлағас, “пенсия тураһында уйларға ваҡыт” тип уйларһың. Әммә мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырыуыңды һәм хатаңды төҙәтә алмауҙан үкенес кисереүең ихтимал.
1. Башта шәхси иҫәптең страховка номерын (СНИЛС) алырға кәрәк. Ул һиңә пенсияны формалаштырыу, төрлө мөһим документтарҙы йәһәтерәк әҙерләү, ҡайһы саҡта льготаға эйә булыу өсөн кәрәк буласаҡ.
2. “Һоро” эш хаҡынан баш тартығыҙ, сөнки унан буласаҡ пенсия иҫәпләнмәй. Ғүмер буйы намыҫ менән эшләп йөрөп, ҡартлыҡта ялҡауҙар пенсияһын алыу бик тә үкенесле булыр.
3. Страховка стажын тупла. Күберәк эшләгән һайын, пенсияң шул тиклем юғарыраҡ булыр.
4. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында шәхси кабинет асып, үҙеңдең пенсия иҫәбеңде контролдә тота алаһың. Эш биреүсенең һинең өсөн күпме страховка иғәнәһе күсергәнен даими тикшер.
5. Хаҡлы ялға сығырға ашыҡма. Пенсия йәшенә еткәндән һуң дауам иткән һәр хеҙмәт йылы түләүҙәр күләмен арттырыуға булышыр.