Ғүмер итеү — баҫыу буйлап үтеү генә түгел… Кешеләрҙең әлеге тапҡыр һүҙҙәре йәштәрҙе тормош юлының ҡатмарлы икәне тураһында киҫәтә. Никах етди һынау булып тора. Һәм эргәлә булыусыларҙы ишетә hәм тыңлай белеүселәр генә уртаҡ тормошта бәхетле була ала. Һүҙем шундай ғаиләләрҙең береһе тураһында.
Ҡунаҡҡол ауылынан Ғәли Хәбинас улы менән Зөлхәбирә Ғилем ҡыҙы 60 йыл бергә йәшәгән, ҡайһы бер ғаиләләр тарҡала алырҙай күп һынауҙарҙы намыҫ менән үткән. Әммә ғаиләләге ауырлыҡтар әлеге ғаилә парын бары тик сыныҡтырған ғына, бер-береһенән башҡа йәшәй алмауҙарын иҫбатлаған. Һәм хәҙер Ғәли ағай Зөлхәбирә апайға шундай мөхәббәт менән ҡарай, әйтерһең дә улар кисә генә өйләнешкән, әйтерһең биш балалары әле тыумаған, туғыҙ ейәндәрен һөймәйҙәр һәм алты бүләсәрҙәренең шатлығын кисермәгәндәр.
— Ғәли тыумышы менән Ҡасим ауылынан, мин бында тыуғанмын, — тип башлай үҙенең хикәйәһен Зөлхәбирә Ғилем ҡыҙы. — Урта мәктәпте тамамлағас, бер йыл пионервожатый булып эшләп алдым. Унан һуң Ҡаҙағстанға Ҡыҙыл Орда ҡалаһына киттем. Медицина техникумын тамамлап, психоневрология диспансерында эшләнем. Берваҡыт отпускка ауылға ҡайттым, hәм мине байрам концертында ҡатнашырға саҡырҙылар. Унда Ғәли ҙә бар ине. Беҙҙең ҡараштар осрашты, hәм шул ваҡыт минең йөрәгемде уҡ менән өтөп алғандай булды. Кисен ул мине оҙата барҙы — ул да шундай уҡ тойғо кисергән икән. Мин кире киттем, бер йыл хат яҙышып торҙоҡ. Ә инде икенсе тапҡыр ялға ҡайтҡас, ул инде мине ебәрмәне, hәм 1958 йылдың ноябрь байрамында беҙ өйләнештек.
Ғаиләлә ата-әсәне шатландырып, бер-бер артлы балалары тыуа. Өлкән ҡыҙҙары Ғәлиә Бәләбәйҙә йәшәй. Икенсе ҡыҙҙары Зyлиә медицина институтын тамамлап, яҙмышын Дәүләкән ҡалаһы менән бәйләгән. Улдары Салауат, пенсияға сыҡҡансы, Сызрань ҡалаһында хеҙмәт иткән. Уртансы улдары Әнүәр Себерҙә вахта ысулы менән эшләй, ғаиләһе менән Бәләбәйҙә йәшәй. Кесе улдары Ғамил Бишбүләктә төпләнгән. Барлыҡ балалары ла тормошта үҙ урындарын тапҡан, ата-әсәләренең ғорурлығы. Улар әленән-әле ҡайтып, хәлдәрен белешеп торалар.
— Зөлхәбирә 1976 йылда улдарыбыҙ менән почта бинаһын ремонтлап, пенсияға сыҡҡансы, почта начальнигы булып эшләне, — тип әңгәмәгә ҡушыла Ғәли Хәбинас улы. — Эше ауыр, дүрт ауылды хеҙмәтләндерергә кәрәк. Почта, пенсия таратты. Уға балалар ярҙам итте. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бүләктәре күп.
Әммә яҙмыш уларға һынауҙар ҙа ебәрә. 2011 йылдың октябрендә Зөлхәбирә апай инсульт кисерә. Аяҡтары йөрөмәй башлай, телдән ҡала. Уға айырым иғтибар hәм тәрбиә талап ителә. Балалары, килендәре ярҙамы менән көн һайын берәр аҙым атлап, ул тормошҡа яңынан ҡайта. Һәм хәҙер ул үҙ тормошо менән ҡәнәғәт, сөнки ул дoнъяны ишетә, күрә, ҡыйынлыҡ менән булһа ла йөрөй, урамға сыға, күршелeр менән аралаша ала.
— Дүрт йыл армияла Сахалинда авиация ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. Армиянан һуң 1956 йылдан алып 1961 йылға тиклем тракторсы булып эшләнем, Ҡунаҡҡол, Разия, Ҡасим, Веселая Роща ауылдары ингән комплекслы бригадаһына бригадир итеп ҡуйҙылар. 1965 йылдан алып төҙөүселәр бригадаһы менән етәкселек иттем, — тип дауам итә юбиляр. — Ул йылдарҙа «Победа» колхозында ауыл Советы хакимиәтенең, Ҡыңғыр-Мәнәүез һәм Ҡунаҡҡол авылдарында мәктәптәрҙең икешәр ҡатлы биналары, гараждар, складтар, фермалар, медпункттар кеүек социаль әһәмиәттәге объекттар төҙөү ҡыҙыу темпта барҙы. Ҡыңғыр-Мәнәүез — Ҡунаҡҡол автомобиль юлын төҙөүҙә ҡатнаштым. Һыу hәм газ үткәреүгә, Гөлөм шишмәһен төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөмдө индерҙем. Быларҙан тыш, йәмғиәт эшендә актив ҡатнаштым: партия ойошмаһы секретары, ауыл Советы депутаты, иптәштәр суды рәйесе булдым. Yҙешсән сәнғәттә ҡатнаштым.
Хеҙмәт ветераны моңһоуланып, үҙенең совет ососронда йәшнәп үткән йәшлеген иҫкә ала. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп бүләктәргә лайыҡ була ул.
Хәҙер инде, әлбиттә, ирле-ҡатынлы Харрасовтар өсөн иң мөһиме — үҙҙәре өсөн ҡәҙерле булған барлыҡ яҡындарын бергә йыйыу мөмкинлеге. Өлкән йәштәге кешеләргә шуныһы айырыуса мөhим — балаларҙың тормоштары һәйбәт, уларҙы яраталар, хөрмәт итәләр, онотмайҙар. Һәм тағы улар бар парлыларҙың да улар кеүек бәхетле, дoньяларының ҡотло булыуын теләй.
фото Харрасовтарҙың ғаилә архивынан.