Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Октябрь 2018, 16:33

Күпте кисерергә тура килде...

Ҡайһы ваҡытта беҙ үҙебеҙҙең ата-бабаларыбыҙ тураһында уйлана, туғандарҙан беҙҙең ғаиләнең үткәне тураһында һораша башлайбыҙ. Күп ҡыҙыҡлы, ябай булмаған әйберҙәр беләбеҙ hәм ғаилә тарихы ил тарихы менән тығыҙ мөнәсәбәттә булғанын аңлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта шуныһын да иҫәпкә алырға кәрeк, беҙҙең ғаиләлә ниндәй генә ваҡиғалар булмаһын, илдә барған ваҡиғалар үҙ эҙен ҡалдыра.

Сухоречка ауылынан яғымлы, аралашыусан Зоя Петрова әбей өлөшөнә тормош һынауҙары шаҡтай төшкән. Коллективлаштырыу, һуғыш, аслыҡ йылдары уның күңелендә онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра. Үҙенең тиңдәштәре кеүен, ул да күпте кисерә, ләкин тормошҡа булған ышанысын юғалтмай. Беҙҙең әйләнә-тирәлә сабырлыҡ hәм ныҡлыҡ өлгөһө булған оҙон ғүмерлеләр булыуы һөйөндөрә.

Көслө хужалыҡ тотҡан

Зоя Андреевна 1922 йылда Юғары Көрмәзе ауылында бер-бер артлы еде бала тыуған Андрей Анисимович менән Анна Сергеевна Петровтар ғаииләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Мул йәшәйҙәр, көслө хужлыҡтары була, бының өсөн моныn oчен бер ваҡыт зыян да күрәләр.

— Беҙҙең ер күп ине, арыш, бойҙай, тары, ҡарабоҙай сәстек hәм эшкәртеү өсөн үҙебеҙҙең һабаныбыҙ менән тырмаларыбыҙ ҙа бар ине. Баҡсала фасоль, бәрәңге, кәбеҫтә hәм төрөк тәмәкеһе үҫтерҙек. Хужалыҡтағы эштәрҙең һәммәһен дә үҙебеҙ башҡарҙыҡ, — тип йылмайып, бер мәшәҡәтһеҙ балалыҡ йылдарын иҫкә ала Зоя Андреевна.

Ул ваҡытта Андрей Анисимович хужалығында дүрт ат, ике-өс һыйыр, быҙау, сусҡа, һарыҡ hәм ҡош-ҡорт аҫраған — быларҙың барыһы ла ун кеше өсөн. Ғаилә башлығы улдарын hәм ҡыҙҙарын кесе йәштән үк хеҙмәткә өйрәткән. Бар нәмәгә оҫта ҡуллы, ул үҙе улар өсөн, уларҙың буйҙарына ҡарап, тырма, көрәк, ураҡ, салғы яһаған. Ғаиләлә hәр кемдең үҙ бурыстары булған. Таңдан алып төнгә ҡәҙәр эшләгәндәр. Үҙҙәренең ҡара тырышлығы менән Андрей Петровтың ғаиләһе хәлле генә көн итә.

Андрей Анисимович сәмләнеп донъя көтә hәм әйтергә кәрәк, көслө энергияға эйә ысын хужа була. Зоя Андреевна күҙ йәштәре аша яратҡан атаһын иҫкә ала, бергәләп күп ҡайғы кисергән һеңлеһе тураһында тулҡынланып һөйләй.

— Мул тормошта йәшәһәк тә, ун йәштә генә миңә ысын ботинка һатып алдылар. Әлe булһа хeтерләйем: атайым Абдуллин баҙарынан миңә баулы ботинка, ә һеңлемә матур жилет алып ҡайтты. Беҙ шатлыҡтан ни эшләргә лә белмәнек. Кискеһен бар ғаилә табын артына йыйылды, өлкәндәр аҡрын ғына көндәлек мәшәҡәттәр тураһында фекер алыша ине, hәм шул ваҡытта ишек шаҡынылар. Ниндәйҙер ҡара кейем кейгән кешелeр килде. Һеңлемдең жилетын, ә минең ботинкамды hәм күлдәгемде һалдырып алдылар, беҙ шәп-шәрә ҡалдыҡ, шунан һуң Марина һеңлем менән икебеҙҙе келәткә алып кереп, «бөртөгөнә ҡәҙәр һеперегеҙ», — тип бойорҙолар.

Яҙмыш ҡосағына

Коллективлаштырыу йылдарында күптәрҙе хеҙмәт армияһына алғандар hәм улар төрлө ерҙә хеҙмәт иткәндәр - юл төҙөгәндәр, урман әҙерләгәндәр hәм ер эшкәрткәндәр. Андрей Анисимович иһә Бишбүләктә ике ҡатлы мәктәп төҙөүҙә ҡатнашҡан.

Ваҡыт уҙыу менән Петровтарҙың яҡшы йорттары крәҫтиән йыйылыштарын үткәреү урынына әүерелә, унда бер генә мәсьәлә — колхоз төҙөүҙе тикшерәләр. Йыйылыусылар килгән ораторҙарҙы һәм урындағы активистарҙы тыңлай. Yҙ шикләнеүҙәре hәм икеләнеүҙәре тураһында әйтәләр, үҙ-ара бәхәсләшәләр ҙә. Быларҙың барыһын да балалар мейес артынан күҙәтеп тора.

— Был 1932 йылдың октябрь айы икәнен hәм ҡар яуғанын хәтерләйем. Ауыл Советынан активистар килде, үҙ көсөбөҙ менән эшләп тапҡан бар әйберҙе тартып алдылар. Беҙҙе өҫтөбөҙҙә нимә бар, шуның менән өйҙән ҡыуып сығарҙылар, — тип әсенеп, иҫкә ала ул. — Бөтә ауылға беҙҙә һәм әсәйемдең ағаһы Бондарҙа ғына «алты мөйөшлө» өй ине. Улар ҙа шундай яҙмышҡа дусар булды.

Раскулачивать ителгән Андрей Анисимовичтың ғаиләһен урамға ҡыуып сығаралар: «Yлһендәр...», — тип ҡалдыралар.

Шулай ҙа ул болалы заманда ла киң күңелле кешеләр табыла: бер ҡарт әбей янына күсенәләр. Бәләкәй генә өйҙә ун алты йән көн итә. Ауыл халҡына кулак элементтарына ярҙам итеү ҡәтғи тыйылһа ла, ҡатын-ҡыҙҙар, итәк аҫтына йәшереп, балаларға һөт йәки башҡа ризыҡ килтерә.

Ышаныс ярҙам итә

— Мине бала саҡта уҡ кулак ҡалдығы, тип үсекләнеләр. Урамдан уҙғанда, таш ырғыталар, ә мәктәптә уҡытыусылар битәрләй ине. Беләһегеҙме, нисек рәнйей торғайным. Хатта уҡыуҙы ташларға ла уйлағайным, ә бит мин яҡшы уҡый торғайным, - бындай иҫтәлектәрҙән уның күҙҙәренә йәш тула.

Нисек кенә булһа ла, алдағы көндә барыһы ла яҡшы булырына өмөт итә Зоя Петрова. Ул «ирекле» балаларға ҡарағанда бер ҙә кәм тәрбиәләнмәгәнен һәм белемле кеше булырына ышана. Ул ата-әсәһенең «халыҡ дошманы» түгел, ә зирәк hәм хеҙмәт һөйөүсән кешеләр икәнлегенә ышана.

— Атайымды 1936 йылда аҡланылар. Ул йылды барыбыҙ бергә йыйылдыҡ: Ермолкин ауылынан бәләкәй генә йорт һатып алдыҡ. Туғандарым колхозда тракторсы, ә мин трактор станында ашнаҡсы булып эшләнем, — тип әңгәмәне дауам итә ул. — Урып-йыйыу ваҡытында, мин дә ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, башҡалар менән бер рәттән эшләнем. Бер мәл ат менән ындыр табағына иген ташый инем, соҡорҙо үткәндә арба ауҙы. 14 яшьлек ҡыҙ нимә эшләй ала инде? Ултырып иланым. Шул ваҡыт райкомдың II секретаре килеп туҡтаны. Атты hәм мине ҡоткарҙы. Был Иосиф Агапович Васильев ине.

Был изгелекле кеше йәш ҡыҙҙың алдағы тормошонда ҙур роль уйнай. Иосиф Агапович уны үҙе менән Бишбүләккә алып китә. Ирле-ҡатынлы Васильевтар ярҙамы менән ул еденсе класты тамамлай hәм район дауаханаһының регистратураһына эшкә урынлаша.

«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Һуғыштан һуң уны йоғошло ауырыуҙар бүлегенә сәсәк ауырыуына ҡаршы прививка яһаусы, һуңыраҡ санэпидстанцияға вакцинатор итеп күсерәләр.

— Ул ваҡытта ауылдарҙа медпункттар булмай, эпидемия ваҡытында әсәйем бер тораҡ пунктынан икенсеһенә йәйәү йөрөп, ауырыуҙарҙы ҡараған. Ҡайһы берҙә уға айҙар буйы бер ауылда йәшәргә тура килгән. Хәҙер «район гәзитен» уҡып, таныш фамилиялар буйынса ҡасандыр прививка яһаған hәм ҡунған кешеләрҙе иҫкә ала, — тип дауам итә әңгәмәне ҡыҙы, педагогия хеҙмәте ветераны Людмила Владимировна. —Ғүмер юлында бик күп ауырлыҡтар кисерһә лә. йәше барыуға ҡарамаҫтан, әсәйем беҙҙе борсорға теләмәй. Ул ҡан баҫымынан яфалана, тейешле ваҡытта үҙе дарыуҙар ҡабул итә, ни тиһәң дә, медик бит.

— Беҙ ауырлыҡтар менән тулы тормош юлы үттек. Ҡырыҡ йылдан ашыу район дауаханаһында эшләнем, һуғыш йылдарында йыш ҡына колхоздарға ярҙам иттек. Бының өсөн Шура Аблясова менән мине «Хеҙмәт батырлыҡы өсөн» миҙалы менән бүләкләнеләр, — ти тыл hәм хезмeт ветераны, ғорурлыҡ менән грамоталар hәм рәхмәт һүҙҙәре яҙылған хеҙмәт кенәгәһен күрһәтеп.

Зоя Андреевна ҡыҙы Людмила hәм кейәүе Анатолий менән бергә йәшәй. Ата-әсәһе йортона байрамдарҙа һәм ял көндәрендә ейәндәрәе һәм бүләсәрҙәре ҡайта. Улар ҡарт өләсәләренең сираттағы фәһемле лә, мауыҡтырғыс та хикәйәтен тыңларға әҙер.

Ләйлә Ғүмәрова,

автор фотоһы.
Читайте нас: