Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2018, 13:30

“Тәрбиәгә бала алам!” Кемде? Ҡайҙан? Нисек?

Баланың донъяға килүен күптәр көтөп ала. Ысынлап та, яңы тыуған сабый өйгә йәм өҫтәй, ата-әсә башҡа мәшәҡәттәр менән йәшәй башлай. Әмма һәр кемдең үҙ яҙмышы, быны бер кем дә үҙгәртә алмай. Ата-әсәһенә кәрәк булмағандар ҙа, етем ҡалғандар ҙа етерлекк. Шул уҡ ваҡытта бала тауышынан мәхрүм булған ғаиләләр ҙә күп.

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә иғтибар артҡандан-арта. Айырыуса тәрбиәгә бала алыусыларға йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға, был балаларҙың ысын шәхес булып формалашыуына, һаулығына, белем алыуына йүнәлтелгән саралар арта. Уларҙы тәрбиәләүгә, сәламәтлеген, буш ваҡытын үткәреүҙе ҡайғыртыуға республика етәкселеге лә, урындағы үҙидара ла етди ҡарай. Ысынлап та, ниндәй генә яҙмышҡа дусар булһа ла, беҙҙә һәр кем лайыҡлы йәшәргә, йәмғиәттә үҙ урынын табырға тейеш.

Тәрбиәгә бала алыусыларға нимәләргә иғтибар итергә кәрәк? Был йәһәттән уларҙы дәүләт һәм хоҡуҡи база нисек яҡлай?

Бала ниндәй осраҡта ҡарусыһыҙ ҡалған һанала?

Һәр бала өсөн ата-әсәһенең матди хәле, психологик торошо һәм социаль яҡтан тәэмин ителгән булыуы зарур. Баланың ауыр тормош хәлендә ҡалыу сәбәптәрен бер нисәгә бүләләр:

– ата-әсәһенең вафат булыуы;

– ата-әсәнең вазифаһын үтәүҙән баш тартыуы;

– ата-әсәләрҙең иректән мәхрүм ителүе;

– суд ҡарары буйынса ата-әсәнең хоҡуҡтарынан мәхрүм ителеүе йәиһә уларҙың сикләнеүе;

– суд тарафынан ата-әсәнең эшкә яраҡһыҙлығы танылыу;

– ата-әсәне мәжбүри рәүештә ниндәйҙер ауырыуҙан дауалау.

Бындай осраҡтарҙа баланы балалар йортона урынлаштыралар.

Әгәр ҙә баланы ниндәйҙер ғаилә тәрбиәгә алырға ниәтләй икән, тәү сиратта, туғандарына өҫтөнлөк бирелә.

Уллыҡҡа алырғамы? Әллә опекунлыҡҡамы?

Тәү сиратта уллыҡҡа һәм опекунлыҡҡа алыуҙың айырмаһын асыҡлайыҡ.

– Опекаға алған йәиһә ҡабул иткән ғаиләнең баланы 18 йәше тул¬ғансы тәрбиәләүе күҙ уңында тотола. Ә уллыҡҡа алынған бала, ысын мәғәнәһендә, ғаилә ағзаһы статусына эйә. Йәғни ата-әсә уның өөсөн ғүмер буйы яуаплы.

– Опекаға алынған баланы тәрбиәләү өсөн дәүләт матди ярҙәм күрһәтә, уллыҡҡа алынған баланы тәрбиәләү өсөн ата-әсә бары тик үҙ көсөнә генә ышана ала.

– Опекаға алыу урындағы хакимиәттең мәғариф идараһының опека һәм тәрбиәгә алыу бүлегендә тормошҡа ашырылһа, уллыҡҡа алыуҙы суд ярҙамында ғына башҡарып була.

– Опекаға алынған бала 18 йәше тулғансы опека һәм попечителлек бүлеге белгестәре тарафынан даими тикшерелеп тора, ә уллыҡҡа алынған бала тәүге 3 йылда ғына күҙәтеү аҫтында була.

Опека

Ғәҙәттә, опекаға 14 йәшкә ҡәҙәр булған балаларҙы йәиһә эшкә яраҡһыҙ өлкәндәрҙе алалар. Тәрбиәгә (попечителлек итеү) алынған балалар, мәҫәлән, 14-18 йәшлек үҫмерҙәр йәиһә унан өлкәнерәктәр булырға мөмкин. Әмма уларҙы даими контролдә тоторға кәрәк. Мәҫәлән, наркотик ҡулланыусыларҙы, эскеселәрҙе был төркөмгә индерәләр. Тәрбиәгә алыусы ҡараусыһының башҡа кешеләр менән ниндәйҙер килешеү төзөүен тикшереп торорға хоҡуҡлы.

Опекаға алыу ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙы махсус белемле туғандарының йәиһә башҡа граждандарҙың тәрбиәгә алыуын күҙ уңында тота.

Ғәҙәттә, балаға 14 йәш тулғас, уның хоҡуҡи вәкиле попечитель статусына күсә.

Уллыҡҡа алыу

Баланы уллыҡҡа йәиһә ҡыҙлыҡҡҡа алыу сабыйҙың бөтөнләй башҡа төрлө социаль һәм матди тормошон күҙ уңында тота. Ул 18 йәшкә ҡәҙәр генә түгел, ғүмер буйы уның өсөн яуаплы булыуҙы билдәләй.

Баланы уллыҡҡа йәиһә ҡыҙлыҡҡа бары тик суд тикшереүе буйынса ғына алып була. Бының өсөн мотлак рәүештә бала етем йәиһә ата-әсәһе унан баш тартҡан, йәки уны ата-әсәһенең береһе генә тәрбиәләгән булырға тейеш. Әгәр ҙә баланы атаһы йәиһә әсәһе генә тәрбиәләй икән, икенсеһенең юҡлығы тураһында ЗАГСтан 25-се формаға ярашлы белешмә алырға кәрәк.

Баланы уллыҡҡа алыу өсөн махсус документтар йыйыуҙан тыш, буласаҡ ата-әсә медицина тикшеренеүе үтергә, махсус курстарҙа белем алырға тейеш. Был кешеләрҙең ата-әсә бурыстарын еренә еткереп башҡара алыуын махсус комиссия тикшерәсәк. Бында буласаҡ ата-әсәләрҙең шәхес булараҡ үҙенсәлектәре, матди хәле һәм йәшәү урыны юғары дәрәҗәлә булырға тейешлегенә ҙур иғтибар бирелә.

Опекундарға ярҙам саралары

Опекаға һәм попечителлеккә бала алыусылар араһында бының менән һөнәри шөғөлләнеүселәр ҙә бар. Ғәҙәттә, улар ғаиләләренә бер нисә бала ала. Йыш ҡына улар бала өсөн ысын атай-әсәй ролен үтәй, ә 18 йәше тулғас, уларҙы үҙаллы тормошҡа сығара. Был осраҡта әлеге ғаилә менән бала быға ҡәҙәр йәшәгән социаль учреждение араһында килешеү төҙөлә. Уның үҙ хоҡуҡтары һәм бурыстары бар.

Опекаға, попечителлеккә алынғандарға һәм бала алыусы ғаиләләргә хөкүмәт матди яҡтан ярҙам күрһәтә. Бала алыусы кеше социаль учреждение эшсеһе ролен үтәй, шуға ла бының өсөн ай һайын аҡса ала (18 йәшкә ҡәҙәр булған балаларҙы тәрбиәләүселәр тураһында һүҙ бара). Быйыл уның күләме 16 873 һум тәшкил итә. Ҡайһы бер төбәктәрҙә был күрһәткес ҙурыраҡ та булырға мөмкин. Шул уҡ вакытта, тәрбиәләнеүсегә опекуны табышының 40 проценты күләмендә пособие ла түләнергә мөмкин.

Әгәр бәлиғ булмаған балаға етемлек тураһында статус бирелһә йәиһә уның ата-әсәһе мәҗбүри рәүештә ҡайҙалыр дауаланһа, наркологта иҫәптә торһа, ҡайҙалыр холоҡ төҙәтеү учреждениеларында булһа, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителһә йәиһә был сикләнһә, сабыйға ошо пособие түләнә. Әгәр ата-әсә балаһын тәрбиәләүҙән үҙе баш тартһа, бындай пособие билдәләнмәй.
Читайте нас: