Районда подразделение hәм хеҙмәттәрҙең барлыҡҡа килеү тарихын беҙҙең ил тарихынан айырып булмай. 1920 — 1923 йылдарҙа Бишбүләк волость башҡарма комитеты ҡаршыһында революция тәртибен һаҡлау өсөн милиция посы ҡуйыла, унда ике милиция хеҙмәткәре: Ерекле ауылынан Василий Шутов менән Бишбүләк ауылынан Кузьма Усманов эшләй. Улар Бәләбәй өйәҙе милицияһы ҡарамағында була, уға ул саҡта беҙҙең яҡташыбыҙ, большевиктар партияһы ағзаһы Миңлегәрәй Eливанов етәкселек итә. 1924 йылда Бишбүләк волосының Мәнәүезбаш hәм Ил-күл-мең волостары иҫәбенә нығытылыу менән бәйле рәүештә милицияның һаны алты — ете кешегә арта. Шундай факттар билдәле: совет власы дошмандары, төрмә hәм һөргөндән ҡасҡан енәйәтселәр hәм бандиттар урмандарҙа йәшеренгән һәм активистарға, етәкселeргә hөжүм иткән. Ҡораллы бандиттар менән көрәшеү өсөн Ҡасҡын ауылы янында Ҡыҙыл армияның 16 — 20 кешелек атлылар взводы урынлаша. Бишбүләк милицияһы хеҙмәткәрҙәре әлеге взвод менән тығыҙ бәйләнештә була.
1930 йылда партия ебәреүе буйынса милиция начальнигы итеп Никандр Шевырев билдәләнә. Никандр Ивановичтың исеме район халҡы өсөн легендаға әйләнә, ул ат ҡараҡтары, бурҙар, көмөшкә ҡыуыусылар, бандиттар өсөн ҡурҡыу сығанағы була. Милиция элекке поптың өйөндә урынлашҡан волость башҡарма комитеты бинаһының ҙур булмаған мөйөшөн биләгән. Унан һуң уның өсөн Ҡыҙыл Армия урамында айырым йорт бүленә. Тарихҡа милиция хеҙмәткәрҙәре — Боголюбовканан Писаренко hәм Партейнов, Бишбүләк ауылынан Александр Милс, Ғилметдин Хәбибов, Арыҫлан Иҙрисов, Моисей Михайлов, Наум Таранов, Аҙнай ауылынан Вәлиәхмәтов, Юғары Көрмәҙе ауылынан Иван Николаев, Артемий Григорьев, Катаев, Парамонов hәм башкалар.
Бөйөк Ватан һуғышы хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә яңы бурыстар ҡуя. Кемдәрҙер фронтта һуғышҡан, Прохоровка янындағы Курск алышында ҡатнашҡан милиция майоры Әғзәм Имашев — Бишбүләк милицияһының ғорурлығы. Кемдер районда именлек һәм тәртип һағында торған. Илдә «Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн» тәртибе индерелеү менән аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм башҡа матди ресурстар етешмәй башлай, шуға бәйле төрлө енәйәттәр арта. Һуғыш тамамланғас та, эске эштәр хеҙмәткәрҙәренең эше кәмемәй. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа эске эштәрҙең район бүлеге начальниктары булып А. Абсалиҡов, М. Сәлимов, А.Д. Афанасьев, Ф. Храмов эшләгән.
1965 йылдан алып 1984 йылға ҡәҙәр эске эштәрҙең район бүлегенә Алексей Егоров етәкселек итте. Тәүәккәл, принципиаль кеше булараҡ, ул аҙ һанлы милиция составы менән райондағы оператив хәлде теүәл контролдә тотҡан, енәйәтселек менән көрәшкән. Ул ваҡытта бүлек хеҙмәткәрҙәренә бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған биналарҙа эшләргә тура килә, шуға күрә Алексей Александрович Эске эштәр министрлығы бүлеге хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртыуға тотона. 1972 йылда күптәнге хыялы тормошҡа аша — Совет урамында Эске эштәр бүлегенең яңы бинаһы төҙөлә. Унан һуң Эске эштәр министрлығы бүлеге начальнигы Владимир Петров була. Владимир Поликарпович енәйәттәрҙе асыҡлауҙы арттырыуға, районда тотороҡло йәмәғәт тәртибен тәьмин итеүгә күп көс һала, үҙен ҡыйыу етәксе, тәжрибәле юрист итеп күрһәтә. 1998 йылдың мартынан алып 2010 йылдың сентябренә ҡәҙәр Эске эштәр министрлығының район бүлеге менән Фәнүз Шәрәфуллин етәкселек итә. Начальник, элегерәк криминал полиция начальнигы вазифаһында эшләп, үҙен ысын етәксе һәм оҫта ойоштороусы итеп күрһәтә.
2010 йылдың сентябрендә Эске эштәр министрлығының район бүлеге начальнигы вазифаһына полиция полковнигы Марат Хисамов билдәләнә. Ул шулай уҡ начальник составының төрлө вазифаларында эшләй. 2014 йылдың июнендә Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы бүлеге начальнигы итеп барлыҡ хеҙмәттәрҙең һәм подразделениеларҙың эш үҙенсәлеген белеүсе полиция подполковнигы Ирек Әхмәҙуллин билдәләнә. Ул эшләгән осорҙа 2015 йылда яңы, заманса талаптарға яуап биреүсе бина файҙаланыуға тапшырыла. Әлеге ваҡытта Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы бүлеге менән полиция майоры Азат Хажиев етәкселек итә. Ул енәйәт эҙләнеүҙең оперуполномоченныйы була, hәм уның урынбаҫары — полиция начальнигы Юрий Петров оперативниктарҙан, шуға күрә енәйәт эҙләнеү һәм барлыҡ полицияның уңышы әлбиттә етәкселәрҙән дә тора.
Эске эштәр органдарының әйҙәүсе хеҙмәте
Бөгөнгө енәйәт эҙләнеү эске эштәр органдарының әйҙәүсе хеҙмәте булды hәм булып ҡала. Тап бына енәйәт эҙләнеү хеҙмәткәрҙәре планлаштырылған hәм башҡарылған енәйәттәр тураһында белә. Улар буйынса беренселәрҙән булып оператив-эҙләнеү саралары үткәрә. Енәйәт эҙләнеүҙең тарихы 1918 йылдың 5 октябренән башлана. РСФСР НКВД Коллегияһы Милицияның баш идараһы составында Енәйәт эҙләнеүҙең үҙәк идараһын, ә милицияның урындағы органдарында енәйәт эҙләнеү аппараттарын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Ҡарарҙа енәйәт эҙләнеүе енәйәтте йәшерен асыҡлау hәм бандитсылыҡ менән көрәшеү юлы менән революция тәртибен һаҡлау өсөн булдырыла, тип һыҙыҡ өҫтөнә алына. 1919 йылдың мартында инде Бәләбәйҙә Өфө губерняһы енәйәт эҙләнеүе актив эшләй башлай.
Районда енәйәт эҙләнеүгә төрлө йылдарҙа Александр Горбунов, В. Степанов, Геннадий Ильин, Азат Хажиев, Азат Минәхмәтов, Евгений Доминов, Илнар Дәүләтов, Юрий Петров етәкселек иткән. Улар енәйәтселеккә ҡаршы көрәште енәйәт эҙләнеү хеҙмәте һәр ваҡыт алдынғылар иҫәбендә икәнлегенә ышанғандар, үҙ эштәре менән ғорурланғандар, уға бар көстәрен һалғандар. Енәйәт эҙләнеүҙә оҙаҡ йылдар Геннадий Ильин — 20 йылдан ашыу, Марат Хисамов — 25 йылдан артыҡ эшләгән. Енәйәт эҙләнеүгә үҙенең утыҙ йылдан ашыу ғүмерен бағышлаган Александр Горбуновты юғары класлы белгес булараҡ хәтерләйҙәр.
Заманса енәйәт эҙләнеү ветерандарҙың данлы традицияларын дауам итә Бында Рәсәй Эске эштәр министрлығының юғары уҡыу йорттарында әҙерлек үткән хеҙмәткәрҙәр эшләй. 2016 йылдан алып бүлеккә полиция майоры Рәмил Ямаев етәкселек итә. Бүлексәлә үҙ эштәренә тоғро булған өлкән оперуполномоченный, полиция капитаны Салауат Әлмөхәмәтов, оперуполномоченныйҙар, полицияның өлкән лейтенанттары Леонид Евдокимов менән Мансур Арыҫланов эшләй. Хеҙмәт вазифаларын ышаныслы башҡарып, бүлек хеҙмәткәрҙәре тыныслыҡты тәьмин итеү һәм район граждандарын яҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
Полициялағы штаб — бырыһынан да мөһимерәк
Штаб бүлексәләренең тарих иҫәбе 1918 йылдың етенсе октябренән алып барыла. Был көндө эшсе-крәҫтиән милицияһының баш идараһы составында инструкторлыҡ hәм мәғлүмәт бүлектәре булдырылған. Тап бына улар Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһында заманса штабтар өлгөһө булған. Яңы этапта штаб бүлексәләре эске эштәр органдарында иң мөhим идара звеноһы булып тора. Яңы этап 1992 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығы штабы барлыҡҡа килеү менән бәйле.
1994 йылда штаб барлыҡҡа килеүе үҫеш этаптарының һәм район полиция бүлеге формалашыуҙың береһе булып тора. Беренсе штаб начальнигы итеп Фәнүз Шәрәфуллин билдәләнгән. 1996 йылдан алып 2004 йылға ҡәҙәр штаб начальнигы — Илсур Вәлиуллин. 2004 йылдан алып 2005 йылға ҡәҙәр штаб начальнигы Алексей Шибанов була. Әлеге ваҡытта штаб бүлексәһе эске хеҙмәттәр подполковнигы Юрий Петров етәкселеге аҫтында эшләй. Юрий Владимирович 15 йыл дауамында тәртипле, иғтибарлы, эште теүәл башҡарыусанлығы, ентеклелеге, яуаплылығы, үҙ һүҙендә ныҡ тороусанлыҡ кеүек сифаттар арҡаһында хеҙмәт вазифаларын уңышлы үтәй. Анализ, планлаштырыу hәм контроль инспекторы, эске эштәр лейтенанты Артур Ғәрифйәновтың намыҫлы эше арҡаһында бүлектең барлыҡ күрһәткестәре тәртиптә.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһында штаб бүлексәһенә «мейе үҙәге» роле тура килә. Бүлексә hәр ваҡыт Эске эштәр органдарының барлыҡ ойошма эшсәнлеге үҙәгендә тора. Штабтың эшсәнлеге күп яҡлы. Бында тышҡы hәм оператив хеҙмәттәрҙең эш һөҙөмтәләре тураһында барлыҡ мәғлүмәт йыйыла. Бында теркәү, енәйәт ҡылыу факттары буйынса енәйәт эштәрен иҫәпкә ҡуйыу процедураһы үткәрелә, граждандарҙың ғаризалары буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан тикшереү үткәреү ваҡыты контролдә тотола, мәғлүмәттәр базаһында хоҡуҡ һаҡлау ведомстволарының эшсәнлеге тураһында мәғлүмәт алып барыла hәм системалаштырыла, Эске эштәр органдары бүлексәләренең барлыҡ эшсәнлек йүнәлештәре буйынса планлы эш төҙөлә, Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә булған составтың әҙерләнеүе, хәрби ваҡыттар шарттарында составты уҡытыу менән шөғөлләнә.
Сит кеше өсөн штаб эше ниндәйҙер бер ҡоро һандар hәм отчеттар менән генә күҙ алдына килә, ләкин бының артында был аҙ һанлы бүлексә хеҙмәткәрҙәренең күпме тынғыһыҙ хеҙмәте йәшеренгән.
Кадрҙар барыһын да хәл итә
Эске эштәр министрлығы системаһында күҙгә күренмәгән, ләкин мөhим хеҙмәттәрҙең береһе булып кадрҙар мәсьәләһе тора. Эске эштәр органдарының кадрҙар аппараты 1918 йылдың 12 октябренән алып үҙаллы структур берәмек булараҡ эшләй. Һуңғы тиҫтә йылда эске эштәр органдары бүлексәләренең кадрҙары бик күп үҙгәрештәр кисерҙе, уларҙың исемдәре үҙгәрҙе, ләкин улар элеккесә Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһында мөhим звено булып ҡала. Кадрҙар хеҙмәткәрҙәрҙе һайлап алыуҙы тәьмин итеү, хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләү, шәхси составты тәрбиәләү hәм hөнәри дәрәжәһен арттырыу буйынса ҙур hәм яуаплы эш башҡара. Кадрҙарҙы иҫәпкә алыу, исемдәр биреү, бүләкләү, юғары вазифаларға үрләтеү, страховка түләүҙәр, ял пособиеларын рәсмиләштереү, пенсиялар билдәләү — кадрҙар аппараты бурыстарының тулы исемлеге түгел әле. Уларға хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау, уларҙың ғаилә ағзалары, хеҙмәт ветерандары, hәм шулай уҡ вафат булған хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә хәле уңышлы хәл ителә. Кадрҙар — төп мәҙәни саралар ойоштороусылар. Бында үҙҙәренең барлыҡ һорауҙары hәм проблемалары менән Эске эштәр министрлығы ветерандары мөрәжәғәт итә. Төрлө ваҡытта Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлегендә кадрҙар бүлексәләре менән Илдар Вахитов, Ирек Әхмәҙуллин, Дмитрий Кудряков, Владимир Миронов етәкселек итте. Бөгөн Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлегендә шәхси состав менән эшләү буйынса төркөм бүлегенә эске эштәр майоры Эльвира Ғәлиева hәм эске хеҙмәттәр лейтенанты Динар Ғилметдинов тора. Эшкә улар яуаплы ҡарай, үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡара. Тап бына улар алыштырғыһыҙ кадрҙарҙы нисек итеп тупларға икәнен белә, эш мәсьәләләрен оператив рәүештә хәл итә hәм һиҙгер етәкселек аҫтында барлыҡ коллективты туплап тота.
Рәсәй эске эштәр министрлығының эше уңышлы барыуында криминалитеттың еңел булмаған бурысын башҡара алыусы, закон hәм хоҡуҡ тәртибе һағында ышаныслы тороусы тәжрибәле hәм оҫта белгестәр хеҙмәт иткән барлыҡ бүлексәләрҙең hәм хеҙмәткәрҙәрҙең өлөшө бар.
Ирина МИХАЙЛОВА әҙерләне.