Дим буйҙары
-29 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноябрь 2018, 15:29

Ғүмер үтә тора, хәтирәләр яңыра бара

Дoнъяла hөнәрҙәр бик күп. Yҙең һайлаған һөнәрҙең ысын оҫтаһы булыу өсөн бик күп уҡырға, белемле булырға кәрәк. Халыҡ был турала бик белеп: «Белем – бәхет асҡысы, дәрәжәнең баҫҡысы», — тигән. Ә белемле булырға кешене уҡытыусы өйрәтә.

Һәр кемдең иң матур, иң татлы hәм йылы иҫтәлектәре уның бала сағы менән бәйләнгән була. Беренсе тапҡыр мәктәп тапһаһын атлап кергән көндән алып, бала менән йәнәшә атлай ул. Хәреф танырға, яҙырға, һанарға өйрәтә.

Мөләйем аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, теҙелеп торған ап-аҡ тешле (өлкән йәштә булыуға ҡарамаҫтан), шул уҡ вакытта йөҙөндә «тышҡы тынлыҡ» һиҙелә, ул Флүрә Фәттәх ҡыҙы Йәләева. Бөгөн уларға таба юл тотам. Ҡапҡаны асып йортҡа индем, йортта һарғая башлаған бәпкә үләнe, унда бер әтәс, биш-алты тауыҡ нимәлер сүпләй. Әтәс кенә башын ғорур күтәреп, тауыҡтарына кеше барлығын хәбәр итте.

Мин улар янынан үтеп, өйгә таба йүнәлдем. Өйҙә - тынлыҡ, гүйә «хужабикә намаҙ өҫтөндә» тип әйтә кеүек, әкрен генә килеп диванға ултырҙым да бәләкәй генә өҫтәлгә һалдым. Телефон янында асыҡ килеш дини календарь ята. Календарға күҙ һалдым, унда көндәлек эштәр, бараһы ерҙәр яҙылған. Күп тә үтмәй, бүлмәнән Флүрә апай күренде, беҙ уның менән иҫәнләшеп, иҫәнлек-һаулыҡ һораштыҡ та, мин үҙ йомошомдо әйттем. Флүрә апай бер аҙ уйланып ултырҙы ла серванттан бер ҡосаҡ папкалар, ниндәйҙер яҙмалар алып сыҡты. Мин үҙем папкаларҙы алғас, аҡтарып ҡарай башланым, һарғайып бөткән гәзиттәр, открыткалар, грамоталар һаҡланған.

Йәләева Флүрә 1938 йылдың 15 ноябрендә Иттихат ауылында ғаиләлә туғыҙынсы бала булып дoнъяға килә. Иттихат ауылы мәктәбендә дүрт класты тамамлағас, 1949 йылда 5 — 7 кластарҙы Яңы-Васильевка мәктәбендә дауам итә. Ул бик тырыш, талапсан булып үҫә, hәм уҡырға ҙур теләге булыу сәбәпле, 8 —10 класты Бишбүләк мәктәбендә уҡый. Ҡулына өлгөргәнлек таныҡлығы алғас, Бәләбәй педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас, 1962 йылда Яңы-Васильевка мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта.

1963 йылда Ғабдуллин Барый ағай менән яҙмышын бәйләй. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтерә.

Ҡыҙы Эльвира әсәһе юлынан китә. Ул тарих уҡытыусыһы. Бәләбәй ҡалаһында эшләй һәм йәшәй. Улдары Илhам ауыл хужалығы техникумын тамамлап, Бәләбәйҙә төпләнгән. Флүрә апай менән Барый ағайҙың дүрт ейәнсәре, дүрт бүләсәре бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2014 йылда Барый ағай вафат була. Флүрә апай хәҙер яңғыҙы йәшәй. Балалары ҡайтып йөрөй, ярҙамынан ташламай.

Флүрә апайҙың әсәһе бик дини кеше була, шунлыҡтан ул йәштән үк бик кyп доғалар белә, ныҡлап китаптар уҡып, үҙен дингә бағышлай. Ул яҡшы уҡытыусы ла, абыстай ҙа, аш-һыуҙарҙа ҡөръән уҡып йөрөй, шунда уҡ дини тәрбиә эшен алып бара, тиһәң дә хата булмаҫ. Беҙ уға бик рәхмәтлебеҙ.

Ул 32 йыл мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Бына уның эш һөҙөмтәләре: ул активист булды, комсомол ойошмаһының секретары булып эшләне, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, ата-әсәләр комитеты рeйесе, район мәктәп-ара методик берләшмә рәйесе, профсоюз комитеты рәйесе, йәмғиәт белеме секретары. «Яҡты юлдан» («Светлый путь») район гәзите менән актив хеҙмәттәшлек итә. 1973 йылда социалистик сараларҙа еңеүсе. 1978 йылда Өлкән уҡытыусы. КПСС-тың Бишбүләк районы комитетының маҡтау грамотаһына лайыҡ була. 1984 йылда Халыҡ мәғарифы отличнигы була.

Флүрә апай минең беренсе улымдың беренсе уҡытыусыһы булараҡ, беҙ уның менән бик оҙаҡ йылдар аралашып йәшәйбеҙ.

Ул бик яҡшы кеше, ул миңә дуҫ та, аҡыллы кәңәшсе лә һәм әсәйем кеүек миңә иң яҡын кешем булып ҡаласаҡ.

Светлана ФАЗУЛЛИНА.

Уҫаҡ-Кисеү ауылы.

автор фотоһы.
Читайте нас в