Механикалаштырылған техника теләһә ҡайһы етештереү процессының төп өлөшө булып тора. Ул булмаһа, ҡулһыҙ ҡалған кеүекһең. Йыл һайын октябрь аҙағында һөнәри байрам — Инженер-механик көнө билдәләнә. Төрлө милек ауыл хужалығы етештерреү формаһындағы район хужалыҡтарында бөгөн әлеге hөнәр кешеләре күп түгел. Йылбулаҡ-Матвеевка ауылынан «Октябрь» кооперативында баш инженер булып эшләүсе Валерий Михайлов ярты быуат төрлө ауыл хужалығы техникаһы менән бик яҡшы таныш.
— Техника янында уралыу миңә бала саҡтан уҡ оҡшай ине, — тип иҫкә ала 58 йәшлек Валерий Георгиевич. — Дуҫтар менән велосипедтарҙы hәм мотоциклдарҙы һүтеп-ҡора инек, даими рәүештә машина-трактор паркында булдыҡ, ремонт hәм игенде йыйып алыу ваҡытында ата-әсәләргә ярҙам иттек. 1979 йылда Бишбүләк урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Ырымбур ауыл хужалығы училищеһына уҡырға керҙем hәм механик һөнәре алдым. Унан һуң Балтиҡ сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем.
Валерий Георгиевичтың хеҙмәт биографияһында төрлө һөнәрҙәр булған. Хәрби хеҙмәттән һуң район «Сельхозхимия»һында водитель булып, нефтьселәр ойошмаһында ШНС-та мастер булып эшләгән.
Даими рәүештә төрлө ерҙәргә барып эшләүсе егет бер ваҡыт тыуған ауылында үҙенең буласаҡ тормош юлдашын осрата: хеҙмәт һөйөүсән һәм тыйнаҡ Людмила исемле ҡыҙға ғашиҡ була. Улар 1985 йылда өйләнешә. Йәштәр дoнъя күрергә hәм ҡалала йәшәргә ҡарар итә. Валерий Новомосковск ҡалаһының ҙур автохужалығында моторсы була. Бында йәштәргә фатир бирәләр. Ҡыҙҙары Ирина менән Оксана үҫә. Михайловтар ҡалала йәшәргә ҡалырға уйлайҙар, ләкин тыуған яҡтар үҙенә тарта.
— Тыуған колхозымда механизаторҙар штаты тулыһынса комплектлаштырылғайны, шуның өсөн миңә Бишбүләк РТ-һында слесарь-мастер булып эшләргә тура килде, — тип дауам итә Валерий Михайлов. — 1993 йылда «Октябрь» кооперативына инженер-механик булып эшкә урынлаштым. Мин ул саҡта эшкә ең һыҙғанып тотондом. Yҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: 11 иген һуҡтырыу комбайны урып-йыйыу эштәренә әҙер булып торҙо. Бөгөн бындай хәл ҡайҙа күҙәтелә? Авыл хужалығы эштәре өсөн тәгәрмәсле hәм сылбырлы тракторҙар — 32 берәмек, төрлө маркалағы автомобилдәр — 23. Тағылмалыларын да һанаһаң, барлыҡ техника беҙҙең ауылдан алып район үҙәгенә ҡәҙәр биш метр ара менән йыллыҡ техник күҙәтеүҙәрҙә әҙерлек линейкаһына теҙелә ала ине.
Ваҡыт ағышын туҡтатып булмай. Совхоздар hәм колхоздар кyптән юҡ инде. Ә бына ер эштәре булды, hәм шулай уҡ ҡалды: йыл һайын һөрөргә һәм сәсергә, игенде йыйып алырға һәм малдарҙы ҡарарға кәрәк. Һәм бында инде элеккесә, техникаһыҙ бер нисек тә булмай. Ләкин был техникаға ғашиҡ булған hәм унда эшләүгә үҙенең ғүмерен бағышлаған ысын һөнәр эйәләренән башҡа ул йәшәй алмаясаҡ. Валерий Михайлов тап бына шундай булған hәм булып ҡалған.
Валерий Георгиевич менән Людмила Геннадьевна Михайловтарҙың дүрт ҡыҙы ла үҫеп, тормошта үҙ урындарын тапҡан. Барыһы ла юғары белем алған. Өлкән ҡыҙҙары Ирина Бишбүләк үҙәк район дауаханаһында околог heм гинеколог булып эшләй. Оксана — Бәләбәй ҡалаһында суд приставтары начальнигы. Юғары категориялы педагог Алена Стәрлетамаҡта йәшәй. Кесе ҡыҙҙары Виктория - Өфө ҡалаһында банк системаһы хеҙмәткәре. Ейәндәре Ульяна менән Илья үҫеп килә. Уларҙың ныҡлы йорттары, баҡсалары, ҙур хужалыҡтары бар. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн үҙ эшенә тоғро ҡалған ир-егет Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы, хужалыҡ hәм район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән күп тапҡырҙар бүләкләнгән.