Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ноябрь 2018, 15:31

Рәмиевтәр тураһында нимә беләбеҙ?

Ирәндек тауҙары — Уралтауҙың бер тармағы. Урал тауы тураһында һүҙ сыҡһа, борондан уны маҡтап йырлағандар, хозурлығына һоҡланғандар, байлығына шатланғандар, киңлегенә көнләшкәндәр, муллығына ҡул һонғандар. Урал — халҡыбыҙҙың ғорурлығы. Әммә Уралтауҙың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтарына борондан сит-яттар ҡаныҡҡан. ХVIII быуаттан башлап башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре сит ил капиталистары тарафынан да вәхшиҙәрсә талауға дусар ителә.

Закир Рәмиев
Закир Рәмиев
Шул йылдарҙа сыҡҡан "Горный журнал"ы был турала бына ниҙәр яҙа: "Бында (Ирәндек буйында) 100 бот ҡомдан бер бот алтын (1 бот — 16,380 кг) йыуып алалар, бер ус ҡомдан — бер, хатта ике грамм алтын сыға". Бына ниндәй байлыҡҡа эйә булған беҙҙең ата-бабаларыбыҙ. Алтынға иң бай ерҙәр, иң арзан эш көсө Ирәндек буйҙарына "алтын биҙгәге" йоҡторған. Һөҙөмтәлә Ирәндек, Сапсал, Таналыҡ буйҙары алтын йыуыусылар тарафынан соҡор-саҡырға, ташландыҡ ерҙәргә — тыуған еребеҙҙең уңалмаҫ яраларына әүерелеп бөткән. Йәл, әммә тәбиғәт һәм тәбиғи байлыҡтарға аҫаба башҡорттар үҙҙәре хужа була алмаған, файҙаһын күрмәгән.

"Алтын биҙгәге" Рәмиевтар нәҫелен дә ҡыҙыҡтыра. Уларҙың береһе — Мөхәмәтсадиҡ Ғәбделкәрим улы Рәмиев 1829 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе Ергән ауылында тыуған. Рәмиевтәрҙең ата-олаталарының төп сығышы — Минзәлә өйәҙе (хәҙерге Татарстан) Зәй йылғаһы буйында урынлашҡан Тайһуйған ауылы Байһары ырыуы Минзәлә башҡорттары араһынан. Сама менән улар бер нисә ғаилә 1770 йылдарҙа көсләп суҡындырыуҙан, эҙәрлекләүҙән ҡасып, хуш күңелле башҡорттар араһына килеп һыйынған. Мөхәмәтсадиҡ та тәүге осорҙа ата-олаталары кеүек сауҙа эше менән шөғөлләнгән. Буй еткергәс, Яуыш ауылына тулыһынса хужа булған эре ер биләүсе баяр Әлмөхәмәт Дашкиндың Хәнифә исемле ҡыҙына өйләнеп, Шакир һәм Закир исемле ике малайға ғүмер бирәләр.

Сауҙагәр Садиҡ бай (1829—1892) йылына ике тапҡыр үткәрелгән Юлыҡ йәрминкәһенә һәм аҙна һайын булып торған баҙарына йыш килеп, сәй-шәкәр, ебәк тауар менән һатыу иткән. Шул арала таныш-тоноштары, дуҫ-иштәре ишәйгән, тирә-яҡ тәбиғәтенең хозурлығы, йәнлек-ҡоштарының күплеге, емеш-еләктәргә муллығы күңелен солғаған.

Әлбиттә, сауҙагәр булараҡ, уның ҡолағына йыш салынған "Ирәндек буйы тулы алтын" тигән һүҙҙәр ҙә иғтибарын был яҡтарға йәлеп иткән. Алтындың ҡәҙерен, ҡөҙрәтен, тәмен һәм көсөн белгән ҡайныһы Әлмөхәмәт Дашкин кейәүенә Юлыҡта (хәҙерге Баймаҡ районы) төпләнергә фатиха биргән.

1862 йылда Мөхәмәтсадиҡ Рәмиев ҡатыны Хәнифәне, биш йәшлек Шакирҙы, өс йәшлек Закирҙы һәм тәүге осорҙа иң кәрәкле мөлкәтен арбаһына тейәп, ҙур байлыҡҡа өмөтләнеп, Бөрйән-Түңгәүер кантонының Юлыҡ ауылы яҡтарына сыҡҡан.

Юлыҡта дуҫ-иштәре, таныштары уның ғаиләһен ҡуш ҡуллап ҡаршы алған. Тәүге осорҙа Садиҡ бай һабын ҡайнатыу, тире иләү һәм эшкәртеү цехтары асҡан, элекке кәсебен дауам итеп, сауҙа менән булышҡан. Эштәре ырамлы башланып китеү менән, ҡәҙимге табыш, байлыҡ туплауға өлгәшкән. Байлыҡ үҙенә күберәк байлыҡты ылыҡтырыуҙы талап итә. Эшҡыуар Садиҡ алтын эше менән дә ҡыҙыҡһына башлаған.

Ирәндек буйҙарында Рәсәй һәм сит ил капиталистары асҡан приискыларҙа алтын йыуыу эштәре уның бөтә булмышын солғап алған, уға "алтын ене", "алтын биҙгәге" йоҡҡан. Юлыҡта ете йыл буйы сауҙа эштәре, тире, йөн эшкәртеү менән тупланған байлығына 1869 йылда Ирәндек тауының көнсығышында ятҡан, бөлгөнлөккә төшкән урыҫ чиновнигы Шиповтың Ишбирҙе алтын приискыһын һатып алған. Был уның башланғысы ғына булған. 1870—1890 йылдарҙа Рәмиевтәр Ирәндек буйында урынлашҡан 20-нән ашыу алтын приискыһын ҡулға төшөргән һәм алтын йыуыу эшен уңышлы алып барған. Улар иҫәбендә Ишбирҙе, Күсей, Абҙаҡ, Төркмән, Искәндәр, Басай, Үләнле, Төйәләҫ, Ғәҙелша приискылары булған.

1890 йылда Рәмиевтәр Барый Ниғмәтуллин һәм Йосоп Мортазин менән берлектә "Тамъян-Түңгәүер алтын табыу компанияһы"н ойошторған. Һәр прииск мул табыш биргән. Рәмиевтәр тип Садиҡ байҙы, уның ҡатыны Хәнифәне, улдары Шакир менән Закирҙы, ейәне Искәндәрҙе (Закирҙың улы) әйтәбеҙ.

Садиҡ байҙың һәр бер приискыһында контораһы, зиннәтле, зауыҡлы йыһазландырылған йорттары булған. Төп контора Күсейҙә урынлашҡан. Приискыларына балаларының, ҡатындарының, туғандарының, хатта һөйәркәләренең исемен биреп, законлаштырыр булған. Садиҡ байҙың законлы һигеҙ ҡатынының иң өлкәне Хәнифә (1820—1896) ете алтын приискыһына хужа булған. Байбисә парлап егелгән аттарҙа бер приискынан икенсеһенә йөрөп күрһәтмәләр бирер булған (С. Чанышев, "Хәтирәләр" ҡулъяҙмаһынан).

Ҡәҙимге байлыҡ туплап алған "алтын королдәре" — Рәмиевтәр, Юлыҡтағы зиннәтле йорттары менән генә ҡәнәғәтләнмәйенсә, тиҙҙән Ырымбурҙа, Орскиҙа күңел асып, киң тормошта йәшәгән. Улар Мәскәү, Ҡазан, Өфө, Санкт-Петербург, Новгород, Екатеринбург ҡалаларының сауҙагәрҙәре, байҙары, эшҡыуарҙары менән тығыҙ бәйләнештә аралашҡан. Рәмиевтәрҙең нәҫел ебе йыл һайын арта барған.

Башҡортостанда алтын табыу тарихын Рәмиевтәрһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Архив материалдары буйынса 1869—1917 йылдарҙа улар башҡорт ерҙәрендә 6 тонна ҡиммәтле металл — алтын сығарған. Иң байы булып Солтан, Ғәҙелша, Балҡан, Искәндәр приискылары һаналған. Алты тонна алтын! Шул ваҡыттағы аҡса менән һанағанда — 6 миллиард һум! Сағыштырыу өсөн: ул мәлдә һомғол өйөр айғыры — 20-25, юртаҡ ат өс һум торған. Ә шул осорҙа Рәсәй батшалығы Себер, Лена буйҙарында һ.б. ерҙәрҙә урынлашҡан приисктарҙа барлығы 40 тонна алтын тапҡан.

Мөхәмәтсадиҡ Ғәбделкәрим улы Рәмиев 1892 йылда вафат булған һәм Юлыҡ ауылы ҡәберлегендә ерләнгән.


Садиҡ байҙың тәүге ҡатыны Хәнифәнән Шакир һәм Закир тигән улдар тыуған. Тәүге башланғыс белемде абыстайҙар аша өйҙә алғандар. Күп осраҡта күренекле шәхестәрҙең тәржемәи хәлен өйрәнгәндә, уларҙың ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа йәшәгәне, ҡайһы уҡыу йортонда белем алғаны мөһим. Шакир менән Закир ҙа үҙ ваҡытында тирә-яҡта, хатта Ҡаҙағстан далаларында даны таралған Муллаҡай (Баймаҡ районы) мәҙрәсәһендә белем һәм тәрбиә алған. Был мәҙрәсәне Зәйнулла Рәсүлев менән Мифтахетдин Аҡмулланың һабаҡташы, Бохарала белем һәм тәрбиә алған Абдулла хәҙрәт Сәиди (1836—1914) етәкләгән. "Сәйедул" мәҙрәсәһендә 300-гә яҡын башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ шәкерте, шулар араһында Шакир менән Закир Рәмиевтәр халыҡ педагогикаһы нигеҙендә ҡоролған уҡытыу ысулы менән һабаҡ алған.

Мәҙрәсәлә дини уҡыуҙар менән бер рәттән математика, география, тарих фәндәренән дәрестәр бирелгән, шәкерттәр сәсәнлеккә, һүҙ оҫталығына, мәргәнлеккә, халыҡ медицинаһына, һәр төрлө тау минералдарын таныуға өйрәтелгән. Билдәле булыуынса, был мәҙрәсәлә Рәмиевтәр менән бергә халҡыбыҙҙың "Урал батыр" эпосын яттан һөйләп яҙҙырыуҙары менән бөтә донъяға дандары таралған Ғәбит сәсән Арғынбаев менән Хәмит сәсән Әлмөхәмәтов, ахун, мәғрифәтсе һәм Беренсе Бөрйән-Түңгәүер кантонының рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты — оратор Шаһи-Шәриф Мәтинов, күренекле күрәҙәсе Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдинов кеүек танылған шәхестәр уҡыған. Аҡмулла ла йыш ҡына бында килеп, шәкерттәр менән осрашып, үҙенең мөнәжәттәрен, шиғырҙарын һөйләп, йыйындар үткәргән. Был йыйындарҙа һәр саҡ һүҙ ярыштары, сәсәнлек бәйгеләре, ҡапма-ҡаршы әйтештәр булып торған. Һүҙ оҫталарына бүләктәр тапшырылған, еңеүселәр билдәләнгән. Ошо мөхит Закир Рәмиевтең шиғриәткә килеүенә төп этәргес булғандыр һәм ул Дәрдмәнд исеме алған күренекле шағир булып киткәндер.

Муллаҡай мәҙрәсәһен тамамлаған Шакир Европала юғары белем алған, ә Закир Төркиәлә Истанбул университетын тамамлаған. Садиҡ бай ике улына ла тейешле юғары белем биргән. Аталары үлеп киткәс, улар икеһе лә тыуған яҡтарына ҡайтып, аталары мираҫ итеп ҡалдырған алтын приискыларына хужа булған.

Шакир байҙың биш ҡатынынан ун дүрт ул һәм ҡыҙ ҡалған. Уның тәүге ҡатынынан ике ул һәм дүрт ҡыҙ тыуған. Өлкән ҡыҙы Фатима 18 йәшендә бай сауҙагәр Яуышевтың улына, ә Ырымбурҙағы урыҫ ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын тамамлаған Камила Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, сәйәсмән Садри Мәҡсүдигә кейәүгә сыҡҡан. Улар Санкт-Петербургта йәшә гән, ә революциянан һуң сит илгә сығып китергә мәжбүр булғандар.

1912 йылда Шакир бай үлгәс, алтын приискылары Закирҙың улы йәш инженер Искәндәрҙең ҡулына күскән.
Читайте нас: