Кооператив хеҙмәткәрҙәрен Бишбүләк район ветеринария станцияһы начальнигы Радмир Фәйзуханов, район ауыл хужалығы идараһының баш зоотехнигы Шайнур Лоҡманов hәм Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығының урынбаҫары Анатолий Кожаев Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.
Киров исемендәге кооператив — районда белгестәрҙең тулы штаты булған берҙән-бер ауыл хужалығы предприятиеһы, кооперативта 67 кеше эшләй.