Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь 2018, 10:51

БЮТ» республика юлдаш телевидение каналы тәүлек әйләнәһенә һөйләй

Каналдарҙың маҡсаты - дөйөм кешелек ҡиммәттәрен пропагандалау һәм тыңлаусылар өсөн ыңғай эмоциональ мөхит тыуҙырыу.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы – төбәктең әйҙәүсе компанияһы. Ул республиканың иҡтисади, сәйәси, мәҙәни, фәнни спорт һәм рухи тормошон яҡтырта.

1924 йыл. Илдә Бөтә Союз дәүләт радио тапшырыуҙары башлана.

1927 йылдың 7 ноябрендә Башҡортостандың төрлө мөйөштәрендә: майҙандарҙа, клубтарҙа һәм китапханаларҙа репродукторҙарҙан башҡорт һәм рус телдәрендә «Алло - алло! Өфө һөйләй!» тигән һүҙҙәр яңғырай. Был Өфө радиостанцияһын асыу көнө була. Шулай итеп, республика ҡалаларында һәм ауылдарында Өфөнән радиотапшырыуҙар тыңлау мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Тәүге башҡорт радиотапшырыуҙар станцияһы 8 айға яҡын һынау үтә.

1928 йылдың 1 авгусынан Башҡорт АССР-ында радиотапшырыуҙар даими сыға башлай. Был көн Башҡортостан радиоһының тыуған көнө булып иҫәпләнә.

1 август 1928 йыл. Башҡорт АССР-ында даими радиотапшырыуҙар эфирға сыға башлай.

20 апрель 1931 йыл. СССР-ҙа тәүге һынау телевизион тапшырыу сыға.

1 март 1959 йыл. Башҡортостан телевидение студияһының даими тапшырыуҙары башлана.

1992 йыл. Тура эфирҙа тамашасылар ҡатнашлығында тәүге ток-шоу барлыҡҡа килә.

2001 йыл. Декабрҙә БР Президенты М.Ғ. Рәхимовтың «Башҡортостан юлдаш телекоммуникациялары» ААЙ ойоштороу тураһында» Указын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы булдырыла.

26 август 2002 йыл. «БЮТ» республика юлдаш телевидение каналы тәүлегенә 18 сәғәт күрһәтә башлай.

2011 йыл. БЮТ яңы программалары, концепцияһы һәм алып барыусылары булған Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тип үҙгәртелә.

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы:

- төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәге 50-нән ашыу тапшырыу (сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт һәм сәнғәт, социаль өлкә, күңел асыу һәм интерактив проекттар һ.б.);

– кино күрһәтеү - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы видеотекаһында меңдән ашыу совет киноһы классикаһынан алып донъя кимәлендәге яңы фильмдарға тиклем барыһы ла бар. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының 4.5 миллион тамашасыһы араһында Башҡортостанда йәшәүселәр генә түгел, шулай уҡ Татарстан Республикаһы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәһе халҡы ла бар. Республика төп телеканалының юлдаш сигналы таралыу зонаһына Рәсәйҙең Европа өлөшө, Көнсығыш Европа, Скандинавия, Яҡын Көнсығыш, Кавказ, Кавказ аръяғы һәм Урта Азия төбәктәре инә. Республика халҡын Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарауға йәлеп итеү маҡсатында Башҡортостан ауылдарында 1Вт - 5кВт ҡеүәтле 4000-дән ашыу телевизион ретранслятор төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы – дәүләт каналы. Профессионаллек, күп яҡлылыҡ һәм объективлыҡ унда – төп талаптар. Тапшырыуҙар күп булыуға ҡарамаҫтан, улар юғары сифатлы итеп эшләнә. Фәнни-техник прогресс электрон киң элемтә саралары өлкәһенә ҙур яңылыҡтар индерҙе. Был «Башҡортостан» телерадиокомпанияһынан тулыһынса тиерлек техник яңыртыу талап итте. Бөгөн телекомпанияла 30 телевизион журналист комплексы (ТЖК ), 28 видеомонтаж аппараты (АМВ), 4 аппарат-студия блогы (АСБ), 2 күсмә телевизион станция (ПТС), Ғly Way, интерактив тауыш биреү системаһы эшләй. Шулай уҡ аппарат-студия комплексы сафҡа индерелде. «Sachtler» немец компанияһы вәкилдәре фекеренсә, АСК студияһында ҡуйылған заманса программалаусы яҡтыртыу системаһы үҙенең техник характеристикаһы һәм мөмкинлектәре буйынса бик үҙенсәлекле. Аппарат-студия блогына донъя стандарттары кимәлендә информацион тапшырыуҙар эшләү мөмкинлеге биргән яңы цифрлы ҡорамалдар һатып алып ҡуйылды.

«Салауат Юлаев» хоккей клубы матчтарының тура трансляцияһы – республика телевидениеһындағы иң популяр һәм рейтинглы тапшырыуҙарҙың береһе. Өфө командаһы Рәсәй чемпионатындағы лидер командалар араһында. «Салауат Юлаев» уйындарын йөҙҙәрсә мең көйәрмән ҡарай. Үҙ майҙанындағы һәр матч Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тарафынан тура эфирҙа күрһәтелә. TNS Gallup Media мәғлүмәттәре буйынса, ошо телетрансляциялар рейтингы рекорд күрһәткестәр бирә һәм популяр федераль телетапшырыуҙар рейтингыһын уҙып китә, был һәр өсөнсө телетамашасы хоккей ҡарай тигән һүҙ.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы даими рәүештә бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара телевизион конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнаша. «Белое крыло», «Вся Россия», «Серебряный лучник», «Золотой бубен», «Щит России», «Детский экран» конкурстары һәм фестивалдәре дипломдары, премиялары – был телеканал наградаларының тулы исемлеге түгел әле. «Распахнись, душа!» тапшырыуы халыҡ-ара телевизион конкурсында Берләшкән илдәрҙең иң яҡшы тапшырыуы тип танылды. Халыҡ йырсыһы Абдулла Солтанов хаҡында «Свет во тьме» фильмы «Злата Прага» (Чехия) халыҡ-ара телевизион фестивалендә Дагмар һәм Вацлав Гавел Фондының махсус призы менән билдәләнде. Шул уҡ фильм – Болгар милли телевидениеһының махсус призына лайыҡ булыусы, Евразия телефорумы лауреаты. Монте-Карлола (Франция) үткән халыҡ-ара телевизион фестивалдә «Свет во тьме» фильмы жюри тарафынан билдәләнеп, фестиваль видеотекаһына индерелде. «Построим дом для Нины Николаевны», «Действующие лица», «Сокращая расстояния» проекттарына Евразия телеакадемияһы премиялары тапшырылды. «Курай-танец» музыкаль фильмы «Разум XXI век» халыҡ-ара телефестивалендә махсус приз алды - ул иң матур фильм тип табылды. «Солдаты Победы» циклы – «Патриоты России» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе. «Планета Сумган» реалити-шоуы -«Золотая гагара» халыҡ-ара премияһына лайыҡ булыусы. Телеканалдың өс тапшырыуы – «Дело №» журналист тикшереүе, «Лучшие городские дворы» реалити-шоуы һәм балалар өсөн «Косуля» әкиәт-фильмы иң абруйлы ТЭФИ-регион бөтә Рәсәй телевизион премияһы лауреаты.

Хәҙерге көндә республикала «Спутник ҒM» һәм «Юлдаш» мәғлүмәт-музыкаль каналы эшләй. «Юлдаш» радиоһы – реаль ваҡыт режимында алыҫ араларға мәғлүмәт тапшырыу мөмкинлеге ул. «Юлдаш» (башҡорт һәм татар телдәрендә) һәм «Спутник ҒM» (рус телендә) мәғлүмәт-музыкаль каналдары 2000 йылдың 25 сентябрендә ойошторолдо. Улар Башҡортостан ТРК-ның структур бүлектәре булып тора. Республикала, күрше төбәктәрҙең күп өлөшөндә тәүлек әйләнәһенә эшләй.Эфирҙағы музыка һәм мәғлүмәттең нисбәте 70:30 процент. Тапшырыуҙарҙың тематикаһы төрлө: ҒM-форматында сәйәси һәм иҡтисади яңылыҡтар, йәштәр, әҙәби-нәфис, мәҙәни-күңел асыу проекттары.
Читайте нас: