Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2018, 14:07

“Ғаилә” ғаилә институтын хуплай

Бүлектең төп маҡсаты – ғаилә именлеген һәм социаль етемлекте профилактикалау

Бишбүләк районында Көнбайыш район-ара “Ғаилә”үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы бүлексәһе уңышлы эшләп килә, уның менән Надежда Герольдовна Сидорова етәкселек итә. Коллектив ҙур түгел, шулай ҙа уларға мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла ярҙам итергә тырышалар. Штатта – бүлексә мөдире, психолог. Социаль эш буйынса белгес һәм ғаилә менән эшләү буйынса белгес.
Надежда Герольдовна, “Ғаилә” бүлексәһе ни өсөн булдырылған?Һеҙҙең алда ниндәй бурыстар ҡуйылған?
“Ғаилә” бүлексәһе 2017 йылдың октябрендә асылды. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – ғаилә именлеген һәм социаль етемлекте профикалактикалау, бының өсөн социаль оҙатыу технологияһы индерелә, ғаилә институтын. Яуаплы ата-әсәлекте үҫтереү һәм нығытыуҙа ярҙам итеү, шулаҡ уҡ социаль хеҙмәт күрһәтеүгә мохтаж тип танылған граждандарға социаль-хоҡуҡи, социаль-психологик, социаль-педагогик һәм ашығыс хеҙмәт күрһәтеү. Беҙ хәл итә торған бурыстар шаҡтай киң. Дәүләт һәм муниципаль органдар, ижтимағи берлшмәләр менән берлектә социаль хеҙмәт күрһәтеүгә мохтаж булған ғаиләләрҙе һәм айырым граждандарҙы асыҡлайбыҙ. Өлкән йәштәге граждандар һәм инвалидтарҙы психоневрология интернатына һәм дөйөм типтағы интернаттарға стационар хеҙмәт күрһәтергә ебәрергә ярҙам итәбеҙ, йәй көнө ауыр тормош хәлендә булған ғаиләләрҙәге балаларҙы лагерға ебәрәбеҙ.
Бүлексә төрлө саралар үткәрә. Уларҙың ҡиммәтенимәлә?
Беҙ ай һайын “Ғаилә ялдарын”. “Ғаилә консультацияларының берҙәм көндәре” үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, “Ғаилә юлдарының” маҡсаты актормош позицияһын формалаштырыуға ярҙам итә торған уртаҡ ял ярҙамында ғаилә ағзаларын берләштереү. “Ғаилә крнсультацияларының берҙәм көндәрендә халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәтеү һәм ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса мәғлүмәт һәм консультациялар биреү буйынса эшләйбеҙ. Төрлө республика акцияларында ҡатнашабыҙ. ” “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” республика хәйриә акцияһы сиктәрендә. Битараф булмаған кешеләр ярҙамында канцелярия тауарҙары йыйып, көнитмеше ауыр булған 178 балаға таратылды.
Һеҙҙең бүлексәлә “Әйберҙәр банкы” ойошторолған. Халыҡ араһында уға ихтыяж бармы?
Һәр йортта беҙгә беҙҙең өсөн бәләкәйләнгән йәки бөтөнләй кейелмәгән әйбер табыла. Улар шкафта урын алып тора йәки төрөп тоҡҡа һалынған. ә ташларға ҡыҙғаныс. “Әйберҙәр банкы”на тап бына шундай әйберҙәр эләгә. Әммә кейем-һалым яҡшы хәлдә һәм йыуылған булырға тейеш. ”Әйберҙәр банкы” эшләгән осорҙа унан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 120-нән ашыу кеше файҙаланған. Ҡышҡы әйберҙәр етмәй.
“Ғаилә” бүлексәһе ҡаршыһында клубтар барлыҡҡа килгән. Улар нисек эшләй? Төрлө маҡсатсан төркөмдәр өсөн ғаилә (ата-әсәләр) клубтары – йөклө ҡатын-ҡыҙҙар. өс йәшкә ҡәҙәр балалар тәрбиәләүсе әсәләр, яңғыҙ атай һәм әсәйҙәр, өлкән йәштәге кешеләр өсөн булдырылған һәм эшләй. “Бишбүләк районында атайҙар клубы” уңышлы эшләп килә. Июль айынан яҡташыбыҙ. “Әсә йөрәге” әсәйҙәр Советы региональ ижтимағи ойошмаһы рәйесе Гөлшат Ибраһимова ярҙамы менән инвалид балалар ата-әсәләр берләшмәһе төҙөлдө.
Уҙған йыл республикала “БР-ҙа өлкән йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн тәрбиәгә алған ғаиләләр тураһында”ғы яңы закон үҙ көсөнә инде. Беҙҙең районда өлкән кеше йәки инвалидтың опекуны булырға теләүселәр бармы?
Хәҙерге ваҡытта ике ғаилә опекун булды.
Үҙәккә ярҙам һорап килгән кешеләр ниндәй хеҙмәттәргә иҫәп тота ала?
2014 йылдан башлап социаль контракт нигеҙендә айырым категория граждандарға адреслы социаль ярҙам күрһәтелә. Әлеге программа буйынса беҙҙең районда 67 ғаилә адреслы социаль ярҙам алды. 2018 йылдың октябренән беҙҙең бүлексәгә аҙ күләмдә пенсия алған пенсионерҙар өсөн социаль туризм рәсмиләштереү буйынса хоҡуҡ бирелде. Өлкәндәр өсөн социаль туризм ул – һаулыҡты һаҡлауға, дөрөҫ һәм файҙалы ял ойоштороуға, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса аралашыуҙы киңәйтергә организмдың эшкә һәләтлеген һәм өлкән быуын тормоштоң сифатын күтереүгә й-нәлтелгән яңы хеҙмәт күрһәтеү формаһы.
Граждандар үҙҙәренең үҙәк хеҙмәттәренә мохтаж булыуын нисек белдерә ала?
Социаль хеҙмәт алыусылар шәхсән, телефон аша мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ яҙма ғариза йәки үтенес ебәрергә хоҡуҡлы. Беҙҙең учреждениеның адресы: Бишбүләк ауылы, Еңеү урамы, 13 (116,117,118 кабинеттар), тел: 2-28-42.
Марина Яковлева.
Читайте нас: