Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ноябрь 2018, 14:58

Бурыс — үҫеш темптарын һаҡлап ҡалыу

Район семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар берҙәм фекергә килде

Ауыл хужалығы техникаһын һаҡлау hәм ремонтлауҙы ойоштороу һәм малдарҙы ҡышлатыу буйынса семинар-кәңәшмә быйыл «Йылбулаҡ» йәмғиәтендә үткәрелде, унда төрлө милек формаһындағы ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, хужалыҡтарҙың баш инженерҙары hәм ферма мөдирҙәре ҡатнашты. Район ауыл хужалығы идараһы начальнигы Ғәзинур Хисмәтов йыйылыусыларҙы көн тәртибе менән таныштырҙы hәм сараның маҡсаттарын hәм бурыстарын билдәләне.

«Башсельхозтехника» дәүләт унитар предприятиеһы Шишмә филиалының управляющийы Эрнес Кәримов ауыл хужалығы етештереyселәренә коммерция тәҡдиме менән сығыш яһаны. Былар двигателдәрҙе hәм Т-150, К-700А, МТЗ-80 (82) тракторҙарын, тығыҙлаусы-подборщиктарын, сәскестәрҙе, ЖВЗ-7,0 урғыстарын h.б. капиталь ремонтлау. Эрнес Әлфир улы прайс-биттәр таратты hәм капиталь ремонт hәм техниканы ремонтлау хаҡының 60 проценты күләмендә күрһәтелә торған дәүләт субсидиялары тураһында ентекләп һөйләне. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлеге хезмәткәрҙәре Юрий Петров hәм Илнар Дәүләтов төнгө ваҡытта техника hәм малдарҙы һаҡлауға, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә һәм транспорт сараһын йөрөтөү хоҡуғына тейешле документтар булыу йәһәтенән иғтибарлы булырға саҡырҙы.

Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар комбайндарҙы hәм тағылма тупраҡ эшкәртеү агрегаттарын hәм сeскестәрҙе ҡышҡы һаҡлауға ҡуйыу менән танышты.

Район ауыл хужалығы идараһының баш инженеры Виталий Ерофеев техниканы һаҡлауға ҡуйыу шарттары менән таныштырҙы. Виталий Геннадьевич Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу hәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк ауылындағы филиалы практика үтеүсе уҡыусыларының машина-трактор паркы территорияһын таҙартыу буйынса ҙур өлөш индереүҙәрен билдәләп үтте. Барыһы ла таҙалыҡ һәм тәртип хөкөм иткән хужалыҡ гараждарында булып, әйтелгәндәрҙең буш һүҙ булмауынан инанды. Йылбулаҡтамаҡтарҙың, башҡаларҙан айырмалы ҡышҡы осорҙа техниканы ремонтлау өсөн автоном йылытыла торған йылы бокстары бар.

Семинарҙа ҡатнашыусылар ауыл хужалығы кооперативының һөтсөлөк-тауар фермаһында булды. Бында ҡарарҙай нәмәләр бар ине: ферма территорияһы таҙартылған һәм йыйыштырылған, малдарҙы йөрөтөү өсөн кардалар ремонтланған hәм бесән төргәктәрен һалыр өсөн аҙыҡ һалыу урындары урынлаштырылған. Һөтсөлөк-тауар фермаһы эсендә бар ерҙә таҙалыҡ, эске стеналар hәм түшәмдәр яҡшы hәм сифатлы аҡбур менән ағартылған. Бында 109 баш аҡлы-ҡаралы тоҡомло һыйыр малы бар, шуларҙың 40-ы һауым һыйыры. Көн һайын һөт комбинатына 400 литр һөт беренсе сорт менән оҙатыла. Быйыл хужалыҡта һөтүткәргес hәм ике тонна һөт һыйҙырышлы яңы танк-һыуытыу яйланмаһы һатып алып, урынлаштырғандар. Аҙыҡ етeрлек күләмдә әҙерләнгән. Бесәндән тыш сенаж, силос hәм фураж бар. Әлеге мәлдә 200 башҡа иҫәпләнгән өҫтәмә һыйыр аҙбары бинаһының иҙәндәрен hәм быҙаулатыу бүлеге менән быҙау аҙбары тәҙрәләрен ремонтлау бара.

Ауыл мәҙәниәт йортонда семинар-кәңәшмә темаһы буйынса район ауыл хужалығы идараһы баш белгестәренең конкрет тәҡдимдәре менән тәнҡит сығыштары булды. Район дәүләт техник күҙәтселек инспекцияһы башлығы Эдик Григорьев район хужалыҡтарында булған техниканы мәжбүри теркәү тураһында hәм тракторсы-машинист таныклығы булған заттар идара итeргә тейеш, тип билдәләп үтте. Бишбүләк районы ветеринария станцияһы начальнигы Радмир Фәйзуханов эпизоотик хәлгә, районда мал лейкозына hәм биркалауға ҡағылды. Райондың баш зоотехнигы Шайнур Лоҡманов район малсылыҡ тармағының ун ай эсендә үҫешенең ентекле анализы менән сығыш яһаны hәм алда торған мал-тыуарҙы имен ҡышлатыуға бурыстар билдәләне. Дүрт етештереү кооперативы тураһында мәғлүмәт менән «Бишбүләк Мәғлүмәт-консультация үҙәге» директоры Илнур Ғәтиәтуллин сығыш яһаны.

Район ауыл хужалығы идараһы начальнигы Ғәзинур Хисмәтов семинар-киңәшмәгә йомғаҡ яһаны. Дөйөм алғанда, районда ауыл хужалығы йылы тамамланды: үҫемлекселек буйынса һөҙөмтәләр яһалды, техника һаҡлауға hәм ремонтҡа ҡуйыла. Ҡоролоҡтан район буйынса 18700 гектар ер зыян күргән, ул 132 миллион һум тәшкил итә. Артабан булған темпты һаҡлау мәсьәләһе тора. Барлыҡ хужалыҡтар ҙа туңға һөрөүҙе тамамлаған. Техник культураларға иҫәпләнгән ерҙе тәрән һөрөү башҡарылған. Ужым культураларының яҡшы шытымы яңы уңышҡа өмөт бирә. 13000 гектарҙан артыҡ ужым культураһы сәселгән. Юғары табыш килтерә торған культураларға — рапс, гәрсис, етен, нут h.б иғтибар итеү мөhим. Малдарҙы ҡышҡы аҙбарҙа аҫрау осоро башланды. Хатта ҡоролоҡ йылында ла район хужалыҡтары етeрлек күләмдә ҡоро hәм һыуһыл аҙыҡ әҙерләй алған. Малсылыҡ ул — һәр ваҡыт тере аҡса, шуға күрә, һөт hәм ит продукцияһына хаҡтар менән нисек кенә ауыр булмаһын, әлеге тармаҡты үҫтерергә кәрәк.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: