Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ноябрь 2018, 14:43

Өс быуын бер йән булып йәшәй

Бишбүләк ауылынан Шәриповтарҙың татыу ғаиләһе ике юбилей датаһын билдәләне

Бөгөн бер түбә аҫтында татыулыҡта йәшәүсе олатай менән өләсәй, балалары hәм ейәндәре менән өс быуын йәшәүен бик һирәк күрәһең. Тормош ысынбарлығы шундай: балалар ирекле булырға hәм ата-әсәләренән айырым йәшәргә теләй. «Ҡарттар» hәм «ата-бабалар» тигән һүҙҙәр, нисек тә булһа ике быуынды бер-береһенән алыҫлаштырып, йәштәрҙең теленә ныҡлап үтеп инде.

— Беҙ тормош иптәшем мелән Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында тыуып-үҫтек, ләкин төрлө кластарҙа уҡыныҡ, — тип иҫкә ала Бишбүләк район ветеринария станцияһында Тельман ветеринар участогына мөдир булып эшләүсе Биктимер Шәрипов. — Яңы йылда ни теләйһең, шул тормошҡа ашасаҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Беҙ Фаягөл менән, шаярып, яҙмышыбыҙҙы бергә бәйләһәк ине, тип теләк теләнек hәм бер йылдан һуң Яңы йыл байрамында туй үткәрҙек. Был утыҙ йыл элек булды. Ул саҡта мин Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетының көндөҙгө бүлеге студенты инем.

Йәш парҙың ғаилә тормошо студенттарҙың дөйөм ятағында башлана, унда Биктимер Шәрипов талапсан комендант була. Ғаилә башлығы ғаилә бюджетына өлөш индереү өсөн йыш ҡына төндәрен эшләгән — Өфө тимер юл вокзалында тауар вагондары бушатҡан. Фаягөл заводта сыр ҡайнатыу оҫтаһы булып эшләгән. Бик көслө теләк булғанда, уларҙың икеһе лә үҙ яҙмыштарын ҡала тормошо менән бәйләй алыр ине, ләкин барыһы ла башҡаса килеп сыға.

— Ҡалала ҡалыу тураһында уйламаным да, — тип дауам итә Биктимер Рәшит улы. — Мин крәҫтинә ғаиләһендә үҫтем. Атайым Рәшит Шәрипов билдәле механизатор ине hәм намыҫлы хеҙмәте өсөн күп бүлeктәр менән билдәләнде, уларҙан иң мөhиме — Ленин ордены. Мин уны уңайһыҙ хәлгә ҡалдыра алманым, шуның өсөн уҡыуымды тамамлағандан һуң, тормыш иптәшем hәм ҡыҙыбыҙ Алина менән тыуған яҡтарға ҡайттыҡ. Мине Тельман исемендәге колхозға баш ветеринар итеп билдәләнеләр. Мин башкөллө эшкә сумдым. Колхозда һыйыр малы өс меңгә, сусҡалар — ике меңгә башҡа етә, ат hәм башҡа мал-тыуар һаны бик күп ине.

Бөгөн Биктимер Шәриповтың хеҙмәтләндереү зонаһына «Емельянов и К» ширкәте, «Нива» агрофирмаһы, Киров исемендәге кооператив, «Октябрь» кооперативы керә. Шәхси секторҙа 13 тораҡ пункт, уларҙа 1259 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 352 һыйыр, 1337 һарыҡ, 21 ат аҫрала. Yҙ ваҡытында профилактик саралар, шулай уҡ диагностика тикшереүҙәре үткәреү арҡаһында уның хеҙмәтләндереү биләмәһендә ауыл хужалығы малдарына ҡурҡыныс янаған инфекция hәм паразит ауырыуҙары асыҡланмаған.

— 2006 йылдан алып Бишбүләк район ветеринария станцияһында эшләйем, — тип дауам итә Биктимер Шәрипов. — Бында шулай уҡ оҙаҡ йылдар минең тормош иптәшем дә эшләне. Быйыл беҙ тағын бер юбилей билдәләнек — беҙҙең яратҡан әсәйебеҙ hәм өләсәйебеҙ Фаягөл Әмир ҡыҙына 55 йәш тулды. Ҡыҙыбыҙ Алина кейәүебеҙ Илнур hәм балалары менән беҙҙең менән бергә йәшәйҙәр. Ейәнсәребеҙ Эльвина Бишбүләк 2-се урта мәктәбенең 2-се класында уҡый, Искәндәр «Дюймовочка» балалар баҡсаһына йөрөй. Уларҙан башҡа беҙҙең йортобоҙ буш булыр ине. Балаларҙа hәм ейәндәрҙә бөтә тормош шатлығы! Бер йән булып йәшәйбеҙ. Йортта биш баш һыйыр малы аҫрайбыҙ, күп ҡош-ҡорт тотабыҙ. Бик яҡшы баҡса үҫтерәбеҙ. Ябай кешенең утыҙ йыл бәхетенә тағын нимә кәрәк?

Владимир СМОЛОВ.

Фото Шәриповтарҙың ғаилә архивынан.
Читайте нас: